ӘЗРӘЙЕҮ
ӘЗРӘЙЕҮ (әзрәй-) (Р.: злиться; И.: be angry, upset; T.: kızmak) ҡ. диал. ҡар. асыуланыу.
Асыу кисереү, ҡабарыныу. □ Злиться, сердиться. Әзрәйеп ҡарау. Әзрәйеп ҡысҡырыу. Балаға әзрәйеү. Әзрәйеп алыу.
ӘЗӘЙ (Р.: бабушка; И.: grandmother; Т.: büyükanne) и. диал. ҡар. өләсәй.
Әсәйҙең йәки атайҙың әсәһе. □ Бабушка. М «Әзәй» төшөнсәһе иһә Учалы районының ҡайһы бер ауылдарында «өләсәй» мәғәнәһендә ҡулланыла. «Башҡортостан», 24 май 2016. Баҡсала түтәл утағанда бил яҙырға тип башымды күтәрһәм, юлдан ҡулдарын ныҡ-ныҡ һелтәп, Ғилминиса әзәй йүгерә-атлай үтеп бара. «Йәшлек», 5 июнь 2012.
ӘЗӘЛ [ғәр. Ja.l] и. ҡар. әжәл. ■ Бабайға әзәл килгән, үлем яҡынлашҡан. С. Агиш. Урал батыр әзәлдең үҙен тотоп үлтереү хаҡында уйлай башлаған, ти. «Урал батыр».
ӘЙ (Р.: эй; И.: а-һеу; Т.: һеу) ымл.
1. Кемгәлер өндәшкәндә, мөрәжәғәт иткәндә әйтелә; эй. □ Эй (обращение к кому-л.). ■ Шул саҡта Миңзифа: «Әй Раббым, Дөлдөлгә ҡанат бирсе!» — тип ялбара. Ғ. Аллаяров. Рустик, түҙемлеге бөтөп, балтаһын ергә ырғытты ла өй алдында сыр-сыу килгән бала-сағаға ҡысҡырҙы: «Әй, малайҙар, эсергә һалҡын һыу килтерегеҙ әле!» Р. Байбулатов. Әй, Байрас, һин ниндәй, ысын кешеме йәки уйынсыҡ кешеме? — тип үсекләне һаман Шәүрә. 3. Биишева.
2. Ир менән ҡатындың бер-береһенә өндәшеү һүҙе. □ Эй (форма обращения супругов друг к другу). ■ Атаһы, — тине Сәғүрә. — Әй, атаһы, бөгөн Сыуаҡай еңгәм килгәйне әле. 3. Биишева. Ҡарсығы уның [Илмырҙаның] был уйына: «Ҡартая башланың, ахыры, һин, әй. Беҙгә икенсе урынға күсергә ваҡыт етәлер инде», — тине. Ә. Вәли.
3. һүҙ йәки һөйләм аҙағында килеп, шатланыу, һоҡланыу, хуплауҙы һ. б. белдергәндә әйтелә. □ Ай, ой, ах, эх, а! (выражает чувство радости, восторга и т. п.). ■ [Эхэт:] Эх, ниндәй толпарҙар ине бит, эй! Ел дә ҡыуып етмәҫлек ине! 3. Биишева. Ну килештереп уйнайҙар инде, әй, — тип һөйләй
икән Банаттың әсәһе Шәмсинур апайға. Ш. Бикҡол.
4. Нимәгәлер үкенгәнде, аптырағанды, көйөнөп борсолғанды, һыҙланғанды һ. б. белдергәндә әйтелә. □ Ай, ой, ах, эх, а! (выражает чувство удивления, досады и т. д.). ■ [Ғәли:] Әй, һуҡыр ҡуянды тотоп буламы ни ул! С. Агиш. [Оморҙаҡ ағай — Илмырҙаға:] Ҡара һин, әй: бер самауыр сәйҙе түңкәргәнбеҙ бит, ә! Ш. Бикҡол.
5. һанға һуҡмағанды, мыҫҡыллы мөнәсәбәтте белдергәндә әйтелә. □ А, ну (выражает чувства равнодушия, презрения, унижения). М Арынбаҫаров күҙ йүгертте, шунан теләкһеҙ генә ҡул һелтәп ҡуйҙы: «Әй, юҡ менән булалар инде...» Д. Бүләков. Әбделмән кисәге иптәше Хәсәнгә ниңәлер әйтергә теләмәне: «Әй, шуны...» И. Абдуллин.
6. Нимәнелер онотоп, яңылыш әйтеп, ҡапыл иҫкә төшөргәндә әйтелә. □ А, аа (при внезапном воспоминании). ■ [Шофёр:] Әй, онота яҙғанмын, Хәйрулла Ибраһимович, һеҙгә [Мәрйәм] бер яҙыу ҡалдырғайны бит әле. Д. Бүләков.
7. Халыҡ йырҙарында ижек һанын тултырып, эмоционаллек биреү өсөн ҡулланыла. □ Эй, ай (используется при добавлении слога в народных песнях и для придания особой эмоциональной окраски). ■ Сәҙе генә буйы, әй, тәрәндер, матур ҡыҙҙар төшөп һыу алһын. Халыҡ йырынан. Ынтыл ғына ынтыл, әй, ҡара атым, елбер генә елбер ял өсөн. Халыҡ йырынан.
ӘЙБЕР (Р.: вещь; И.: thing; object; item; T.: şey) и. диал. ҡар. нәмә.
1. Көнкүреш, хеҙмәт өсөн тәғәйенләнгән кәрәк-яраҡ, предмет. □ Вещь, предмет. ■ Поезд китергә сәғәттән аҙ ғына ваҡыт ҡалғас, ул [Зәки] кәрәкле әйберҙәрен сумаҙанға әштер-өштөр генә тултырҙы ла, Гәүһәргә оҙон итеп хат яҙҙы. И. Абдуллин. Сәлихтең кәләше Роза, туйҙан һуң ике ай үткәс тә, Аҡҡуян ауылына ҡалған әйберҙәрен алып килергә тип киткәйне. С. Агиш. Бабай менән шофёр ауыр әйберҙәрҙе ташый башланылар. Ә. Бикчәнтәев.
2. һатыу, алыш-биреш өсөн етештерелгән продукт. □ Материал, товар, изделие.
266