Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 267


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘЙҘҮКЛӘҮ
Ағастан эшләнгән әйберҙәр. Әйбер һатып алыу. ■ Баҡтиһәң, Башҡортостан өсөн генә тугел, бөтә ил өсөн кәрәк әйберҙәр эшләй икән ул [Саръян]. Ә. Байрамов. Ҡормоштоң уландары хәҙер аршынлы тауар менән генә тугел, көрәк-һәнәк кеуек хужалыҡ әйберҙәре менән дә сауҙа итәләр. 3. Биишева.
3. миф. Тире ауырыуҙарының йәшерен атамаһы. □ Табуированное название кожных болезней. К Йәш баланың тәненә әйбер ҡалҡһа, тары ярмаһын сайҡатҡан һыу менән ҡойондоралар. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ӘЙБЕР-ҠУРА (Р.: домашняя утварь; И.: housewares; T.: ev eşyaları) и. диал. ҡар. йыһаз.
Өй кәрәк-ярағы. □ Домашняя утварь. Әйбер-ҡура йыйыу. Булмә кәрәкмәгән әйбер-ҡура менән тулы. Ағастан яһалған әйбер -ҡура.
ӘЙБЕР ТАШЛАУ (Р: способ магического лечения; И.: kind of magic treatment; T.: büyü ile tedavi etme usulü) и. этн.
Ауырыу кешене имләү өсөн берәй әйбе-рен ситкә алып китеп ташлау йолаһы. □ Способ магического лечения, доел. Выбрасывание вещи. Ауырыу баланың әйберҙәрен ташлау йолаһы. Ҡырға, һыуға әйбер ташлау ысулы менән имләу.
ӘЙБИТ мөн. диал. ҡар. эйе бит. Елле балыҡ эләкте, әйбит! Көн куңелле утте, әйбит?
ӘЙБӘТ (Р.: хороший; И.: good; kind; nice; T.: iyi) с. диал. ҡар. һәйбәт.
1. Юғары сифатлы; яҡшы. □ Хороший. Әйбәт сәй. Әйбәт китап. Әйбәт кейем. ■ Мылтыҡ әйбәт, матур, һәм Данько уны куҙ ҡараһы кеуек һаҡлай ине. X. Мохтар.
2. Яҡшы күңелле, кешегә ҡарата ыңғай мөнәсәбәтле. □ Хороший, добрый. ■ Иҫенә төшкән саҡтарҙа Сиражи ҙа: «Әйбәт егеттәр ине. Юҡ ҡына нәмә өсөн әрәм булдылар...» И. Насыри. [Хәсән:] Ҡуңеле әйбәт беҙҙең халыҡтың, ауыр саҡта дуҫтарға ярҙам ҡулы һуҙыуҙан баш тартмаҫ ул. Ф. Әсәнов.
ӘЙБӘТЛӘҮ (әйбәтлә-) (Р.: улучшать; И.: improve; T.: iyileştirmek) ҡ. диал. ҡар. һәйбәтләү.
Рәтләү, тәртипкә килтереү, яҡшыртыу. □ Улучшать, повышать качество, совершенствовать; поправлять. Әйбәтләп ҡуйыу. Әй-бәтләй башлау. Уҡыуҙы әйбәтләу. Кейем-дәрҙе әйбәтләу.
ӘЙҘЕ (Р.: название племени, рода и родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының ҡәбилә, ырыу исеме; табын, әй ҡәбиләләренә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название племени, рода и родового подразделения баш-кир-айлинцев и башкир-табынцев; айле. Әйҙеләр ере. Әйҙеләр ауылы. Теге оста әйҙе-ләр йәшәй.
ӘЙҘҮК (Р.: добро пожаловать!; И.: (you are) welcome!; T.: hoş geldin!) өнд.
Килгән кешене ҡаршы алып, түргә үтергә саҡырғанда әйтелгән һүҙ. □ Добро пожаловать! Пожалуйста! ■ Әйҙук, Илдар, һине куптән көтә инек, — тип ҡаршы алды өйҙөң хужабикәһе булып йөрөгән Сәлисә һәм уҙе дәртләнеп китте. Р. Байбулатов. Өҙә баҫып Бибисара абыстай килеп етте. «Әйҙук, ҡоҙағый, ҡунаҡ өйөнә уҙ, ҡоҙағый», — тип ҡаршыланы Таиба әбей уны. 3. Биишева.
ӘЙҘҮКЛӘҮ (әйҙүклә-) (Р.: усиленно приглашать; И.: invite insistently; T.: ısrarla davet etmek) ҡ.
1. Ихласлыҡ белдереү, ихлас күңелдән үтергә саҡырыу. □ Усиленно приглашать (за стол, в гости). Әйҙукләп ҡаршы алыу. Әйҙукләп тороу. Табынға әйҙукләу. ■ Зөбәржәт еңгә, Гөлназдың ҡулынан сумаҙанын алып, ҡәйнеше менән киленен өйгә әйҙукләне. Б. Ноғоманов. Ғариф губернаторҙы әйҙукләп өйгә алып инеп китте. Ж. Кейекбаев. Маҡтап йөрөйһөң икән, әле генә табынға ултырғайныҡ, — тип Нәфисә әхирәтен әйҙукләп ҡаршы алды. Ш. Янбаев.
2. Ҡайҙалыр саҡырыу. □ Приглашать; призывать. Эшкә әйҙукләу. Һатып алырға әйҙукләу. Ш [Сынтимер:] Балалар әйҙукләп торғанда, ялан еҫкәп, куңел асып ҡайта-йымсы! Ш. Янбаев. Мине яңынан монтажға әйҙукләп алдылар. И. Нурғәлиев.
267