әйҙә
ӘЙҘӘ (Р.: айда; И.: come on; T.: haydi) ЫМЛ.
1. Ҡайҙалыр барырға саҡырғанда әйтелә. □ Айда, пойдём, идём (побуждение к движению). М Әйҙә, мин һине оҙата барам, — тине Әлфиә, кескәй генә ҡулын уның [Иршаттың] ҡултыҡ аҫтына тығып. И. Абдуллин. Әйҙә, Вәсимә, яланға сығып йөроп ҡайтайыҡ, — тине Сәлих. С. Агиш. Әйҙә, анау яҡҡа барып киләбеҙ, — тине шул саҡ Марсель Фәнискә. Р. Байбулатов.
2. Ниндәйҙер эшкә өндәгәндә, саҡырғанда әйтелә. □ Давай, давай-ка, ну, ну-ка (выражает побуждение к действию). ■ Фәтих ағай ат алдынан бер аҙ йүгереп барҙы ла, Йондоҙ ҡашҡаны дәртләндереп: «Әйҙә, малҡай!» — тип һөрәнләп, юлдан ситкә сыҡты. И. Абдуллин. Әйҙә, һине лә таныштырайым әле, — Ишбулды, Зәкиәнең ҡулын тотоп, ҡолонға еҫкәтте, — ул икмәк тә ашай, вәт. Ғ. Аллаяров.
3. Нимәгәлер ыңғайлыҡ, ризалыҡ белдергәндә әйтелә. □ Пусть (выражает согласие, удовлетворённость). ■ [Разия — Айҙарға:] Бөтәһен дә үҙең эшләргә яратаһың, һин кластағы һәйбәт ата-әсәләрҙе лә ылыҡтыр. Йөрөһөндәр әйҙә фатирҙар буйлап. Р. Байбулатов. [Фарраш Ҡасим:] Әйҙә, әтәсте үлтергән өсөн суд мине лә хөкөм итһен. С. Агиш.
4. Ҡыҙыу, ярһыу эш-хәрәкәтте белдергәндә әйтелә. □ Айда, давай. ■ Әйҙә, көн һайын илау, үпкәләү. Б. Бикбай.
5. Мыҫҡыл ҡатыш түбәнһетеп ҡарағанды белдергәндә әйтелә. □ Пусть, ладно, ну ладно (выражает унижение, недовольство). ■ Көлөгөҙ әйҙә, көлөгөҙ, үҙегеҙҙе лә белегеҙ... — Егет рыя ғына йылмайҙы. Ғ. Аллаяров. Бер ялды ул [Илдар], тегеләргә үс итеп, клубҡа барманы. Әйҙә унан башҡа концерттарын ҡуйып ҡараһындар әле. Р. Байбулатов.
ӘЙҘӘЛӘҮ (әйҙәлә-) (Р.: приглашать; И.: invite; T.: davet etmek) ҡ.
1. Нимәлер эшләргә, ҡайҙалыр барырға саҡырыу. П Приглашать, звать (усиленно). М Беҙҙе саф һауа, ҡояш нурҙары тышҡа, үҙҙәренә әйҙәләне. Н. Ҡотдосов. Ярай, Фәтих, киреләнмә инде, унда мунса әҙер бит,
ултыр әйҙә, — тип Ғәлимов ҡустыһын машинаға әйҙәләне. А. Мағазов.
2. Нимәлер башҡарырға ашыҡтырыу. □ Подгонять, торопить; понукать. М Ике тон серем дә итмәгән ҡыҙылармеецтарҙы, бер минут ял итергә лә бирмәй, йәйәүле маршта станциянан көнбайышҡа табан әйҙәләнеләр. Р. Өмөтбаев. [Корбанғәле:] Шул тиклем аҡыллы мәхлүк, сыбыртҡың да кәрәкмәй, әйҙәләргә лә ярамай — ҡайҙа барырға, нимә эшләргә кәрәклекте үҙе белә. М. Ғиләжев.
3. Нимәгәлер өгөтләү, саҡырыу. □ Призывать. Көрәшкә әйҙәләү. Оратор тыңлаусыларҙы әйҙәләне. ■ Ул [арттағы вожак] артта ҡалыусы ҡоштарҙы, дәртләндереүсе тауыш сығарып, әйҙәләй, алдағы вожак арыһа йәки ул-был булһа, уны алмаштыра. И. Абдуллин.
ӘЙҘӘЛӘШЕҮ (әйҙәләш-) ҡ. урт. ҡар. әйҙәләү, взаимн. от әйҙәләү. ■ Мөхәррәм ҡарт теге йәки был эште нисек эшләргә икәнен күрһәтеп, ҡыҫҡа ғына бойороҡ биреп, әйҙәләшеп йөрөнө. Ә. Бикчәнтәев.
ӘЙҘӘҮ (әйҙә-) ҡ. ҡар. әйҙәләү. ■ Сәйфетдин биргән адрес Мырҙабайҙы әллә ҡайҙа ҡала ситенә әйҙәне. Р. Байымов. Әнүәр Кәмәриәне көтөп алды, килешле генә ҡултыҡлап, күтәрмәгә әйҙәне. Д. Бүләков. Әсәй изгелеккә өндәне, атай, һараныраҡ булһа ла, эшкә өйрәтте, тырышлыҡҡа әйҙәне. И. Ғиззәтуллин.
ӘЙҘӘҮЕЛ и. иҫк. ҡар. әйҙәүсе 2. Мал әйҙәүелдәре.
ӘЙҘӘҮСЕ (Р.: зачинщик; И.: instigator; ringleader; T.: önayak) и.
1. Берәй эште башлап ебәреүсе, үҙенең артынан эйәртеүсе кеше. □ Зачинщик, застрельщик, застрельщица. Ғилемгә әйҙәүсе. Спортҡа әйҙәүсе. Еңеүгә әйҙәүселәр кәрәк. ■ Кешеләрҙең һәр саҡ юл башлаусыға мохтажлығын, ә үҙенең әйҙәүсе була алырын ул [Караһаҡал] белә ине инде. Б. Рафиҡов. Уларҙы [егеттәрҙе] әйҙәүсе, председателгә хәлдәрҙе һөйләп биреүсе булғанға, Айнур ниндәйҙер дәрәжәлә эш башлаусы һымаҡ күренде, шикелле. Ғ. Хисамов.
2. Мал көтөүен бер урындан икенсе урынға ҡыуып күсергәндә оҙатып барыусы; мал ҡыуыусы. □ Погонщик (табуна, гурта,
268