Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 269


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘЙЛӘНГЕЛӘҮ
косяка). Әйҙәусе иртә тороп, малды ҡыуып алып китте.
ӘЙЕТҠОЛ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Юрматы ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир-юрматинцев; аиткул. Әйетҡолдар шәжәрәһе. Әйетҡол аймағы тәлтем ырыуына ҡарай.
ӘЙЗҮӘК (әйзүәге) (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) u. этн.
Ғәйнә ҡәбиләһенә ҡараған аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения баш-кир-гайнинцев; айзуак. Әйзуәк аймағы шәжәрәһе. Әйзуәктәр — татыу кешеләр.
ӘЙКӘЙ өнд. диал. ҡар. әйкәйем. Әхирәт: «Әйкәй! — тиеп килеп инде. — Әйкәй, уян!» Әйкәйләремде саҡырҙым ҡунаҡҡа.
ӘЙКӘЙЕМ (Р.: дорогой(ая)!; И.: ту dear!; T.: canım) өнд. ирк.
Әхирәткә йәки һөйгән йәргә өндәшкәндә әйтелә. □ Дорогой(ая), дорогуша! (слово-обращение к подруге, к любимому (ой). Я [Сажиҙә — Хәнифәгә:] Әйкәйем, анау Сәғит ҡушарлап бейергә бөгөн гел мине генә саҡырҙы. И. Ғиззәтуллин. Бер саҡ табын таралғас, Көмөшбикә артҡараҡ ҡалып, әхирәтенә бышылданы: «Әй, әйкәйем, туҡмасыңдан миндек япрағы килеп сыҡты». М. Кәрим. [Сәғиҙә:]Зәйнәпкәйем, әйкәйем, һинең һандуғастарың алдыңда баҫып торалар бит! М. Тажи.
ӘЙЛЕ (Р.: айле; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt kabilesinin adı) и. этн.
Бер башҡорт ҡәбиләһенең исеме. □ Айле (название племени башкир). Әйле ырыуы. Әйле батыры. М Яҙ етеп, ҡонандар кук уләнгә туйыу менән, Ишем солтандан барлыҡ табындарға, тамъяндарға, әйлеләргә, ҡатайҙарға — һәммәһенә лә фарман килде. С. Ильясов. Әйле ырыуының олоғайып ки-леусе турәһе Әләнйейәнғол Ҡотлоғужа улы Атас тау ындағы ваҡиғанан һуң яйлап-яйлап Бәпәнәйҙең серҙәшенә әуерелде. Б. Рафиҡов.
ӘЙЛЕ-БАШЛЫ (Р.: женатый; И.: married; T.: evli barklı) с. диал. ҡар. башлы-күҙле.
Өйләнгән, ғаиләһе булған. □ Женатый, семейный. Әйле-башлы итеу. Әйле-башлы булыу. Балалары әйле-башлы инде.
ӘЙЛЕ-ШӘЙЛЕ (Р.: растерянно; И.: perplexedly; embarrassedly; confusedly; T.: şaşırmış halde) р. һөйл.
1. Ни эшләргә белмәй, аптырап. □ Растерянно, недоумённо. Әйле-шәйле булыу. ■ Ошолай унда-бында һуғылып, әйле-шәйле йөрөй торғас, иркә малай егет ҡорона инә, һалдатҡа китер ваҡыты етә. Ә. Хәкимов.
2. Күңел һалмай, илке-һалҡы ғына; булыр-булмаҫ. □ Нехотя, так-сяк. Әйле-шәйле эшләу. Әйле-шәйле яуап биреу. Әйле-шәйле уҡыу.
3. Әҙ-мәҙ, яҙа-йоҙа. □ Неотчётливо, мельком. Әйле-шәйле куреп ҡалыу. Я Был сәйер тауыш, ҡолаҡҡа әйле-шәйле салынырлыҡ ҡына булһа ла, тағы ҡабатланды. Ғ. Ибраһимов.
ӘЙЛӘМӘЛ р. диал. ҡар. әленән-әле. Әйләмәл уҡыштырыу. Малайҙар әйләмәл һуғышыр ҙа йөрөрҙәр.
ӘЙЛӘН-БӘЙЛӘН (Р: хоровод; И.: roundelay; round dance; T.: halka olup edilen dans) u.
Ҡулға-ҡул тотоношоп, түңәрәк яһап, йырлап әйләнә торған балалар уйыны. □ Хоровод. Әйлән-бәйлән уйнау. Н Ағас тирәләй, ҡулға-ҡул тотоношоп, ваҡ балалар әйлән-бәйлән уйнай. М. Кәрим. Әхирәттәрем, туңәрәк яһап, әйлән-бәйлән уйнай. М. Садиҡова. Ер һелкетеп тыпырлатып алғас, кумәк йыр, әйлән-бәйлән башлана. Ә. Хәкимов.
♦ Әйлән-бәйлән килеү өйөрөлөү. □ Кружиться, виться, вертеться. ■ Вальс өйөрөлөшәләр, ҡунаҡтарға эйәреп бар донъя әйләнә, бар ҡор әйлән-бәйлән килә. Р. Камал.
ӘЙЛӘНГЕЛӘҮ (әйләнгелә ) (Р.: вер теться; И.: revolve; T.: dönmek) ҡ.
Нимәлер тирәләп күп йөрөү, ҡабат-ҡабат әйләнеү. □ Вертеться, крутиться, юлить; перевёртываться. Я Ринат алдындағы китаптарын йәһәт кенә йыйыштырҙы ла, өҫтөнә спорт костюмын кейеп, коридорҙан көҙгө янында әйләнгеләп алды. Р. Байбулатов.
269