ӘЙЛӘНДЕРЕҮ
Юлға сығаһы иртәлә, поезд көтөп, вокзал тирәһендә оҙаҡ әйләнгеләп йөрөнө Саръян. Ә. Байрамов.
ӘЙЛӘНДЕРЕҮ (әйләндер-) (Р.: крутить; И.: twist; T.: döndürmek) ҡ.
1. Үҙ күсәре тирәһендә хәрәкәткә килтереү; өйрөлтөү. □ Крутить, вертеть, вращать. Орсоҡ әйләндереу. М Тимер, педалдәрҙе шәп-шәп әйләндерә торғас, станцияға килеп еткәнен һиҙмәй ҡалды. Р. Байбулатов. Бибекәй әбей Емештец галстугын тегеләй ҙә, былай ҙа әйләндереп, һыйпап-һыйпап ҡараны. 3. Биишева. Аҡназаров бик ҡабаланған ҡиәфәт менән өҫтәлдәге телефон аппаратының, тотҡаһын әйләндерергә тотондо. Ә. Вәли.
2. Хәрәкәткә килтереү, эшләтеү (ҡорал, механизм һ. б.). □ Крутить, вращать (механизм, инструмент). К Олатаһы, ҙур ялғаш эсендә һуттары ағып торған рамдар килтереп, Йәмилгә ябыҡ кәрәҙҙәрен бысаҡ менән ипләп кенә асырға өйрәтте лә уларҙы барабанлы мискә эсендә әйләндерә башланы. Р. Байбулатов. Кеуәтле ике насос ярҙамында секундына илле бишәр литр тиҙлек менән скважинаға ҡыуып индерелеусе һыу бырау беркетелгән турбинаны ҙур көс менән әйлән-дерҙе. Ә. Байрамов. Бына бөгөн дә Тимер, шат йылмайып, электростатик машинаны әйләндерә. Ә. Вәли.
3. Кемделер, нимәнелер бер яғынан икенсе яғына бороу, икенсе яҡҡа ҡаратыу. □ Поворачивать, оборачивать. ■ Әбей, таҡталағы ҡороттарын ҡояш яғына әйләнде-реп ҡуйып, сулпыларын арҡаһына һирпеп ташланы ла, итәген бөрмәһенә ҡыҫтыра биреп, өйөнә инеп китте. Р. Низамов. Бер аҙҙан ишек янында элеуле торған «Магазин ябыҡ» тип яҙылған ҡағыҙҙың «Магазин асыҡ» тип яҙылған яғын әйләндереп ҡуйҙылар. С. Агиш.
4. Аҫтын өҫкә ҡаратыу, түңкәреү. □ Перевёртывать, переворачивать, поворачивать (кверху дном, низом вверх, с одного бока на другой). ■ Ҡатын-ҡыҙ бесән әйләндерергә, кубә йыйырға килгәнсе, егеттәр, йәш ирҙәр кулдәктәрен һалып, арҡаларын ҡояшҡа ҡуйып, кинәнеп сабалар. И. Абдуллин. Көслө
һалҡын ел Талҡаҫ өҫтөнә тәгәрәп төшә лә кулдең аҫтын өҫкә әйләндерә. 3. Биишева. Тулҡындар шундай һикерәләр, кәмәне әйләндереп ташларға торалар. Ә. Бикчәнтәев.
5. Нимәнеңдер эсен тышҡа йәки уңын һулға сығарыу. □ Лицевать, переворачивать, выворачивать. Кеҫәне әйләндереу. Еңде әйләндереу. ■ [Шәурә — Азаматовҡа:] Анау зәңгәр буйлы кулдәгеңдең яғаһы бик ҡырылғайны, икенсе яғын әйләндереп ҡуйып йөрө. Ә. Вәли. Атайымдың тунының тиҫкәре яғын әйләндереп кейҙем, аяҡта — быйма, биттә — айыу битлеге. Р. Камал.
6. Килгән, киткән яҡтан кире бороу. □ Повернуть. Әйләндереп ҡайтарыу. Юлынан әйләндереу. Кирегә әйләндереу. ■ Әсе генә буран, ай, һырғаҡ ел, әйләндереп булмай йылҡымды. Халыҡ йырынан.
7. Кемделер йәки нимәнелер уратып алыу; түңәрәтеү, уртала ҡалдырыу. □ Окружать; огораживать, обносить, городить. М Йорт шаҡтай бейек ҡойма менән әйләндереп алынған. И. Абдуллин. Балалар Ольга Васильев-наны әйләндереп ултырғандар ҙа уның һөйләгән хикәйәһен йотлоғоп тыңлайҙар ине. Ә. Бикчәнтәев. Табынды әйләндереп лыпын ултырған кешеләр ҡорһаҡтары тулғанлыҡ-тан ҡайҡая башланылар. Ғ. Дәүләтшина.
8. Тирә-яҡтан уратып алып ҡамау, эстә ҡалдырыу. П Окружить, взять в окружение. ■ Бер нисә секунд уҙмағандыр, беҙ һикереп окоп эсенә төштөк. Беҙҙе һалдаттар әйләндереп алдылар. Д. Юлтый.
9. Кемделер йәки нимәнелер уратып йөрөтөү, йөрөтөп сығыу. □ Водить, поводить. Өй тирәһендә әйләндереу. ■ Гәрәев отрядты почта йортонан ике тапҡыр әйләндереп йөрөтөп алып килде. И. Насыри.
10. кусм. Һүҙҙе, иғтибарҙы бер үк нәмәгә ҡайтарғанды, йүнәлткәнде аңлата. □ Вновь рассматривать, обсуждать что-л. ■ Бисәкәй әйләндерә лә: «Ана, Хисами», — ти, асыуҙы килтереп. Ш. Бикҡол. Юлия Ивановна тураһында ҡаты төпсөуҙәре мине бик ҙур хафаға һалды, әйләндерә лә уның исемен килтереп сығаралар, тулғандыра ла уның исемен килтереп сығаралар. Һ. Дәүләтшина. Сатура, бар ихтыярын йыйып, тушендә тулаған йөрәген баҫҡас, экрандағы өс ирҙең
270