Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 271


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘЙЛӘНДЕРЕҮ-ТУЛҒАНДЫРЫУ
әңгәмәһен ҡабат-ҡабат әйләндереп тыңларға кереште. Р. Вәлиев.
11. Төбәү килештәге исемгә эйәреп: 1) сифат яғынан үҙгәрткәнде аңлата. □ Обращать, превращать, преобразовать. ■ Шаян һүҙҙәр, көлөү, йыр һалҡынса, ярым ҡараңғы подвалды ҡапыл йылы, яҡты һәм йәмле өйгә әйләндереп ебәрҙе. И. Абдуллин. Көнъяҡтан иҫкән ел урамдағы ҡарағусҡыл ҡарҙың эре ярмаларын уҙенең йылы нуры менән борсаҡ-борсаҡ һыу тамсыларына өйләндерә. Р. Ғабдрахманов; 2) кемдеңдер холҡон, ҡылығын үҙгәрткәнде аңлата. □ Превращать, преобразовать. ■ Кеше батыр булып тыумай, ваҡыт, килеп тыуған сараһыҙлыҡтар үҙҙәре кешене батырға әйләндерә. Б. Бикбай; 3) ғәмәлдәге хәлен, булмышын үҙгәрткәнде аңлата. □ Превращать, преобразовать. Я Ул ҡыуышты иң беренсе булып ағас баштарына менергә яратҡан Нурия тапты һәм уны тиҙҙән уҙенең ышаныслы йәшеренеү урынына өйләндерҙе. Ә. Байрамов. Мәсет йортон мәктәпкә өйләндереү мәсьәләһе ҡаршылыҡһыҙ үтте. 3. Биишева; 4) эш-хәлдең асылына икенсе төҫ, мәғәнә биргәнде аңлата. □ Превращать, преобразовать. В Кәбирҙең был етешһеҙлеген бөтәһе лә белә, һәм шаян телдәр уның һүҙен йыш ҡына мәрәкәгә әйләндереп ебәрәләр ине. Ә. Бикчәнтәев; 5) нимәнелер икенсе бер нәмәгә алмаштырғанды аңлата. □ Превращать, обменять. Я Бабайҙың рекордына киткән бөтә расходтарҙы һуңынан аҡсаға әйләндереп, иҫәпләп ҡарағандар ине — бойҙайҙың бото 42 һумға төшкән, ә баҙарҙа ҡыш буйына 25-әр һум булды. Д. Исламов. Мөхәммәткәрим,.. донъя боларғас, бөтәһенән яҙҙы, бөтәһенән ваз кисте, булған мөлкәтен, барыһын алтын аҡсаларға әйләндереп, бер урынға туплап, төйнәп ҡуйҙы. Р. Камал.
12. миф. Ышаныуҙар буйынса һәм әкиәттәрҙә, тылсымлы көс ярҙамында ниндәйҙер бер һүрәткә, төҫкә индереү, кемгәлер йәки нимәгәлер әүерелдереү. □ Обращать, превращать. ■ Төлкө Бирәнһылыуҙы муллаға әйләндереп, үҙе ҡыҙ ҡиәфәтенә инеп, ҡарт йортона киләләр. Әкиәттән.
13. Бер телдән икенсе телгә күсереү, тәржемә итеү. □ Переводить (с одного языка
на другой). ■ Биргәс, бирә бит, әй, кешегә бөтәһен бер юлы: үҙе шағир, үҙе оратор, — тип һоҡлана Фәһим. — Яҙғанын руссаға өйләндерәм, тиһә, тәржемәсе лә кәрәкмәй инде уға [уҡытыусыға]. И. Ғиззәтуллин. Ул [комсомолка] русса һөйләгәнгә күрә, Айбикә төшөнмәй ултырһа ла, уның һөйләгәндәрен икенсе бер һары сәсле комсомолка башҡорт-саға әйләндереп биргәс, быныһын да аңланы. Һ. Дәүләтшина.
14. күсм. Уйлап, эште оҫта итеп башҡарып сығыу, хәл итеү. □ Провернуть, выполнить. Я Аҡсәскә икенсе көндө үк бөтә эште әйләндереп сығарҙы. Б. Бикбай.
♦ Башты әйләндереү 1) башты, зиһенде бутау. □ Опутать, запутать, дурманить (разум). Я Әсе бал телде лә сисә, күңелде лә күтәрә, башты ла әйләндерә. Р. Камал; 2) һушты алғандай итеү, иҫәңгерәтеү. □ Пьянить, дурманить. Я Сәскә яланы күҙҙең яуын ала, томра башты әйләндерә. Р. Камал; 3) үҙһендереү, маһайтыу. □ Вскружить голову (о славе, успехе). Я Тәүге уңыштар Вернерҙың башын өйләндерҙе. И. Ғиззәтуллин; 4) әүрәтеп, үҙенә ҡаратып алыу. □ Вскружить голову, окрутить, влюбить. Я Ун ете йәшлек ҡыҙҙың башын өйләндерергә күп кәрәкме ни! Д. Исламов. Күҙҙе {йәки күҙҙең ағын) әйләндереп 1) күҙҙе ҙур асып. □ Широко раскрыв глаза. Я Бейем, тим, мин дә үлеп кенә әрәм булырмынмы икән ни? — тип, ҡоторсоҡ күҙҙәренең ағын әйләндереп, Ғәйшә әбейгә текләне Сәрбиямал. 3. Биишева. Капитан Әнүәр Искәндәров бер көн киске тикшереү ваҡытында миңә күҙенең ағын әйләндереп ҡараны. С. Поварисов; 2) асыу белдереп йәки ҡот алынып, аҡайып. □ Вытаращив, выпучив глаза. Я Жунгар күҙҙәренең ағын әйләндереп, кире атлығып килеп сыҡты. Б. Рафиҡов. Әсфәндиәр мулла, йәштәрҙең ҡыҫылышына ризаһыҙлыҡ белдереп, күҙенең ағын әйләндереп асыу менән ҡараны. Я. Хамматов.
ӘЙЛӘНДЕРЕҮ-ТУЛҒАНДЫРЫУ (әй-ләндер—тулғандыр-) (Р.: крутить и вертеть; И.: rotate and revolve; T.: döndürmek) ҡ.
Төрлө яҡҡа, төрлөсә әйләндереү. □ Крутить и вертеть. Көслө ел урамдағы сүп-
271