ӘЙЛӘНДЕРЕШЕҮ
сарҙы өйләндерҙе-тулғандырҙы. ■ Бибисара абыстай Емештең ҡул эшен тартып-һуҙып, әйләндереп-тулғандырып ентекләп ҡараны.
3. Биишева. Сөнәғәт янсыҡты әйләндереп-тулғандырып, уныц ҡуҙ яуын алып торған матурлығына һоҡланып байтаҡ ҡарап торҙо. Ж. Кейекбаев. Сәлимә: «Нимәмде оҡшатаһың һуң, мин ни сибәр тугел, ни һомғол тугел?» — тип ҡайышты әйләндереп-тулғандырҙы. «Йәшлек», 14 сентябрь 2012.
ӘЙЛӘНДЕРЕШЕҮ (әйләндереш) ҡ. урт. ҡар. әйләндереү 1—3. взаимн. от әй-ләндереү 1—3. Башҡортсаға әйләндерешеу. Сепарат әйләндерешеу. Тоҡто әйләндерешеу.
ӘЙЛӘНДЕРӘСЕ и. диал. ҡар. әйләнә. Өй әйләндерәсенә баҡса ултырттым.
ӘЙЛӘНЕҮ (әйлән-) (Р.: вращаться; И.: revolve; hinge; T.: dönmek) ҡ.
1. Үҙ күсәре тирәһендә хәрәкәт итеү; өйрөлөү. □ Вращаться, вертеться, крутиться, кружиться. // Вращение, кружение. Тәгәрмәс әйләнә. Карусель әйләнә. ■ Машинаның яҫы ҡайышлы тәгәрмәстәре дыуылдап әйләнәләр, һ. Дәүләтшина. Кырандас тәгәрмәстәре, әле бер, әле икенсе яҡҡа ҡайҡаңлап, ауырлыҡ менән әйләнә. Я. Хамматов. Ер әйләнгән саҡта кусәрендә, мөғжизәләр тылсым буләк итә. Ф. Туғыҙбаева.
2. Бер урын, нөктә тирәләп хәрәкәт итеү; өйрөлөү. □ Кружиться, крутиться. // Кружение. ■ Зәһәр һыуыҡтарҙа ғына була торған йугерек буран ерҙә әйләнеп йөрөй ҙә, урелеп, битте семетеп китә. М. Кәрим. Бейеусе, ауыр ғына баҫып, ҡурай көйө ыңғайына урынынан ҡуҙғалды. Терһәктәрен төрә-төрә иҙән уртаһынан яй ғына әйлән-де. Я. Хамматов. Туңәрәккәй кулде дурт әйләндем — таба алманым йәшел япраҡ. Халыҡ йырынан.
3. Бер яҡтан икенсе яҡҡа боролоу, тәү торған хәлде үҙгәртеү. □ Переворачиваться, перевернуться, ворочаться, вертеться. Салҡан әйләнеу. Йөҙтубән әйләнеу. ■ Әлмира ниндәйҙер бер ҡыҙыҡай менән ситтәрәк әле бейеккә һикереп, әле ҡарлуғас һымаҡ әкрен генә әйләнеп, кунегеуҙәр яһай ине. Р. Байбулатов. [Мөһөйә] ауыҙ эсенән генә уҙе белгән доғаларҙы уҡынып, икенсе яҡ ҡабырғаһына
әйләнеп ятты. Я. Хамматов. Егет ҡамсы менән бер һуға — ҡыҙ ҡуҙғалып ҡуя, ике һуға — ҡыҙ икенсе яғына әйләнеп ята. Әкиәттән.
4. Аҫ яғы өҫкә ҡарау, ҡапланыу. □ Перевёртываться, опрокидываться. Таба әйләнеп китте. Кәмә өйләнде. Әйләнеп тугелеу.
5. Нимәнеңдер эсе тышҡа йәки уң яғы һулға сығыу. □ Переворачиваться, перевёртываться. // Переворачивание, перевёртывание. Кеҫәһе әйләнеп сыҡҡан. Кулдәктең һулы уңға әйләнеу. Кофтаның тиҫкәре яғы әйләнеу.
6. Кемгәлер, нимәгәлер йөҙ йәки арт менән боролоу. □ Поворачиваться, повернуться, оборачиваться. Әйләнеп ҡарау. Әйләнеп тороу. Әйләнеп баҫыу. ► Шунан бер аҙ тынып ултырғас, ул [Мырҙағәле] йәнә Иштән ҡартҡа әйләнеп һуҙ башланы. 3. Ураҡсин. Үткәндәргә йыш әйләнеп ҡараһаң, абыны-уың бар. Ғ. Хөсәйенов. Тимерхан йылҡы өйөрөнә килеп йугәнен шылтыратһа, уға насар ғына тай әйләнеп ҡараған, ти. Әкиәттән.
7. Ҡайҙалыр барған, киткән, ебәрелгән һ. б. ерҙән кире боролоу, кире килеү. □ Вернуться, возвращаться. Әйләнеп ҡайтыу. Әйләнеп килеу. Калаға барып әйләнеу. ■ [Ниғмәтулла — Колсобайға:] Нимәлер буле-шәләр. Мин барып киләйем әле. Нимә икәнен белешәм дә әйләнәм. Я. Хамматов. [Мырҙа-ғәле:] Иртәгә мин бисә менән Аллағол баҙарына барып әйләнәм, шунда Насирҙың кәртә-ҡураһына куҙ һалып ҡайтырмын.
3. Ураҡсин. Иҫән булһаҡ, бер ҡайтырбыҙ тыуған илгә әйләнеп. Халыҡ йырынан. Имән батыр менән Тау батыр һунарҙан әйләнеп ҡайтҡас, Камыр батыр бөтә булған хәлде һөйләп бирә. Әкиәттән.
8. Нимәнелер түңәрәтеп урау, түңәрәк яһау. □ Обходить, объезжать. // Обход, объезд. М Ырғыҙ йылғаһы Байсура тауҙың итәгенә тотҡан киң таҫма кеуек әйләнә лә, тағы әллә ҡайҙа ағып китә. Һ. Дәүләтшина. Мортаза машина кузовын сырҡылдыҡ ыбыр-сыбыр менән шыплап тултырҙы ла, өйөнә тура ҡайтмай, урамды йәнә бер елдереп әйләнеп сыҡты. Р. Байымов.
272