ӘЙЛӘНЕҮ
9. Баш осонда, өҫтә өйрөлөп, түңәрәтеп осоу. □ Кружиться. // Кружение. Ҡоштар һауала әйләнә. М Аҡсарлаҡтар, сыр-сыу килеп, ҡул уртаһында әйләнә, суртандан ҡасып өҫкә һикергән сабаҡтарҙы аулай.
3. Биишева. Иртәнән бирле төйлөгән һымаҡ бер ҙур ҡош баш осонда әйләнде, туҡтаһаң, ул да ситкәрәк китеп ултыра. 3. Ураҡсин. Иртәнән кискәсә еләҫ ояларында боҫоп ятыуҙан ярайһы уҡ асҡаҡһырға өлгөргән балапан менән балаяндарына тәғәм эҙләп һауаға кутәрелгән сал бөркөт бер тирәлә талғын ғына әйләнергә тотондо. И. Ноғманов.
10. Бер тирәлә күп йөрөү; ураланыу, сыуалыу. □ Крутиться, вертеться где-л. Магазин янында әйләнеу. Ҡыҙҙар эргәһендә әйләнеу. Я Әнисә уның [Ҡыҙырас] тирәһендә ялынып әйләнде. 3. Биишева. Етегән бик оҙаҡ өй тирәләй әйләнеп йөрөй торғас, асҡыс иҫенә төшә. Әкиәттән.
11. кусм. һүҙҙе, иғтибарҙы бер үк нәмәгә ҡайтарып ҡалдырыу. □ Вернуться, вновь возвращаться (приняться) за что-л. ■ Айҙар әлеге һығымталарының хаҡлымы-тугелме икәнен билдәләргә теләгәндәй, уйҙары менән Өфөгә — Коршунов ҡулы аҫтында эшләгән йылдарына әйләнеп ҡайтты. Р. Байбулатов. [Әбей:] Әйләнәм дә донъямды, мал-тыуарымды ҡарайым — әллә нәмәмде урлап киткәндәр һымаҡ. Т. Сәғитов.
12. Төбәү килештәге исемгә эйәреп, сифат яғынан үҙгәргәнде аңлата. □ Превращаться, превратиться. // Превращение. Ташҡа әйләнеу. Һыу быуға әйләнде. Туңәрәккә әйләнеу. М Хөснөтдин остары кәлгә әйләнә башлаған утлы торонбаштарҙы уртаға ырғытты. Я. Хамматов. Хаҡлы баһа бирә алһаң хатаңа — яуҙа улар әйләнерҙәр ҡалҡанға. Ф. Күзбәков. Шул урында буре бер һелкенгәйне, ҡыҙҙың уҙенән дә матурыраҡ бер егеткә әйләнде, ти. Әкиәттән.
13. Төбәү килештәге исемгә эйәреп, холоҡ, ҡылыҡ яғынан үҙгәргәнде аңлата. □ Измениться, превращаться. Йомартҡа әй-ләнеу. Хәйләкәргә әйләнеу. ■ Әсәң «балам» тигәндән сабыйға әйләнәһең. Ғ. Хөсәйенов.
14. Төбәү килештәге исемгә эйәреп, ғәмәлдәге хәле, булмышы үҙгәргәнде аңлата.
□ Превращаться, превратиться, преобразовываться, преобразоваться. // Превращение. ■ Әсәгә Хисмәтулла хыялыйға әйләнә башлаған һымаҡ куренде. Я. Хамматов. Бибисара абыстай ғәжәпләнеуҙән хатта аһылдап ҡуйҙы: «Ҡарағыҙ әле, ҡалай телдәргә әйлән-гән!» 3. Биишева.
15. Төбәү килештәге исемгә эйәреп, эш-хәлдең асылы икенсе төҫ алғанды аңлата. □ Превращаться, превратиться, преобразовываться, преобразоваться. // Превращение. Хыял ысынға әйләнеу. Бәхәс уйын-көлкөгә әйләнде. Сара байрамға әйләнде.
16. Төбәү килештәге исемгә эйәреп, тәбиғәт күренешендәге үҙгәреште аңлата. □ Превращаться, смениться. Ҡөндәр сыуаҡҡа әйләнде. Ямғырға әйләнеу. ■ Бойҙай баҫыуҙары, халыҡ әйтмешләй, алтын тулҡынлы диңгеҙгә әйләнеп, куҙҙең яуын алып ята.
3. Биишева.
17. миф. Ышаныуҙар буйынса һәм әкиәттәрҙә, ниндәйҙер тылсымлы көс ярҙамында билдәле бер һүрәткә инеү, кем йәки нимәгәлер әүерелеү. □ Превращаться, превратиться. Я Зәрҡум уйлап тормаған, бер йыланға әйләнгән дә, ярыҡ-маҙар юҡмы, тип, сығыр тишек эҙләгән. «Урал батыр». Заятуләктең баҡта дунәнгә атланыуы була, ул кук толпарға әйләнә. «Заятүләк менән һыуһылыу». Кулгә инеу менән ете аҡҡош береһе береһенән матур ете ҡыҙға әйләнгән. Әкиәттән.
♦ Аҫты-өҫкә әйләнеү 1) ҡапланыу, түңкәрелеү. □ Перевернуться вверх дном; 2) бик ныҡ буталыу, пыран-заран килеү. □ Прийти в беспорядок. Донъяның аҫты-өҫкә әйләнде. Тормошо аҫты-өҫкә әйләнде. ■ Ҡайҙа ғына ҡарама — уҙгәрешһеҙ куренеш: ерҙең аҫты-өҫкә әйләнгән: һары һорғолт, аҡһыл балсыҡ өйөмдәре һерәйеп ята. Я. Хамматов. Баш әйләнеү 1) иҫ томаланып, күҙ алдындағы нәмәләр әйләнгән һымаҡ булыу.
□ Головокружение. ■ Емештең башы әйләнеп, куҙ алдары ҡараңғыланып китте.
3. Биишева; 2) аңҡы-тиңке булыу, ҡаңғырыу. □ Быть не в себе. Тауыштан баш әйләнде', 3) кем менәндер әүрәп китеү. □ Увлекаться кем-л. Я [Ҡыҙҙан] ҡотолғас,
273