Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 274


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘИЛӘНЕҮ-ТУЛҒАНЫУ
баш әйләнеуе бөттө. Т. Йәнәби. Кире әйләнеү үткән нәмә ҡабаттан булыу, ҡабатланыу. □ Вернуться. Тәбиғәтте бысратыу бумеранг рәуешендә кешенең уҙенә кире әйләнеп ҡайта. Тел әйләнеү ниҙер әйтергә баҙнат итеү. □ Осмеливаться сказать, говорить что-л. кому-л. доел. Язык повернётся сказать. Нисек телец әйләнә улай тип әйтергә!
■ Алтынбай йәнә уйға ҡалды, баярҙың ярлыҡау шартын Самсон бабайға әйтергәме-юҡмы икәнеп ҡат-ҡат уйлап ҡараны, унан кәңәш һорағыһы килде, ләкин һөйләп бирергә теле әйләнмәне. 3. Ураҡсин. Өйләнгән һайын эш-хәрәкәттең ҡабатланып тороуын белдерә; һәр ваҡыт; әлдән-әле. □ Каждый раз. Әйләнгән һайын һорашып тороу. ■ Әйләнгән һайын Емешкә урынһыҙ һорауҙар биреп йөҙәтте [Бибеш]. 3. Биишева. Әйләнеп карамаҫлыҡ булыу бик ныҡ биҙеү. □ Сильно охладеть; питать ненависть. Әйләнеп ҡарамаҫлыҡ булдым инде. Әйләнеп сыҡҡыһыҙ 1) ой йыһазының бай, күп булыуына ҡарата әйтелә. □ Не пройти, не проехать (о множестве чего-л.). Өйө әйләнеп сыҡҡыһыҙ; 2) боларып ятҡан нәмә күп булғанда әйтелә. □ Не пройти, не проехать (о беспорядке). Өйө бола, әйләнеп сыҡҡыһыҙ.
ӘЙЛӘНЕҮ-ТУЛҒАНЫУ (әйлән-тул-ған-) (Р.: вертеться; И.: go round and round; T.: dönmek) ҡ.
Төрлө яҡҡа, төрлөсә әйләнеү. □ Вертеться, крутиться. Әйләнеп-тулғанып ятыу. Әйләнеп-тулғанып йоҡлау. Әйләнеп-тулғанып тороу. Кәмә һыуҙа әйләнеп-тулғана.
■ Әйләнеп-тулғанып булһа ла, кәмә ярға яҡынлаша башланы. М. Кәрим. Дуҫының китеуен һиҙгән Һарыбай шул саҡ әйләнә-тулғана башланы. Р. Байбулатов.
ӘЙЛӘНЕШ (Р.: оборот; И.: revolution; rotation; T.: devir, dönüm) и.
1. Нимәнеңдер үҙ күсәре тирәһендә йәки йомоҡ һыҙыҡ буйынса яһаған тулы бер хәрәкәте. □ Оборот, вращение, круг. Бер әйләнеш. Әйләнеш яһау. Тәгәрмәс әйләнеше. ■ [Тимербәк:] Ерҙең уҙе кеуек, тормош та туҡтауһыҙ әйләнештә. Б. Ноғоманов.
2. Ниндәйҙер эштәге ҡабатланған тулы бер цикл. □ Оборот. Сәсеу әйләнеше. Я
Барлыҡ тырышлыҡ тонна-километрҙар, йөк әйләнеше, проценттар менән генә улсәнә. Ш. Янбаев. Ул көндө ҡараңғылы-яҡтылынан килеп, бер әйләнеш яһарға ла өлгөрмәнеләр, комбайндары тағы туҡтаны. Р. Байымов.
3. иҡт. Етештереү һәм табыш алыу маҡсатында башҡарылған сауҙа, сәнәғәт һ. б. операциялары. □ Оборот, обращение. Аҡса әйләнеше. Тауар әйләнеше. Сауҙа әйләнеше. ■ Иҡтисад, ҙур көсөргәнеш менән булһа ла, ниҙер етештергән һымаҡ, әммә илдә тауар әйләнеше ябай алып-һатыуға, спекулятив баҙарға әуерелеп бара. М. Ҡотлоғәлләмов. Еңел сәнәғәт тауарҙары илдең иҡтисади уҫешенә ҙур йоғонто яһауы һәм тап уларҙың тиҙ арала әйләнешкә инеп, уҙ һөҙөмтәһен курһәтә алыуы менән отошло. «Башҡортостан», Т1 сентябрь 2016.
4. кусм. Эш-хәрәкәт, күренештең йүнәлеше. □ Поворот, оборот. Хәлдәр насар әйләнештә. Эш икенсе төрлө әйләнеш алды.
ӘЙЛӘНЕШЕҮ (әйләнеш-) ҡ. урт. ҡар. әйләнеү 1, 2. взаимн. от әйләнеү 1, 2. Кумәкләп әйләнешеу. Вальста әйләнешеу. Өйләнешеп йөрөу.
ӘЙЛӘНМӘ I (Р.: узкая занавесь; И.: kind of curtain; T.: dar perde) и. этн.
Түбә таҡтаһы аҫтынан өйҙө уратып эл гән тар ғына шаршау. □ Узкая занавесь, подвешиваемая вокруг стен под потолком. Сигелгән әйләнмә. Сәскәле әйләнмә. Өйләнмә элеу.
ӘЙЛӘНМӘ II (Р.: водоворот; И.: whirlpool; T.: girdap) и. диал. ҡар. өйрөлмәк.
1. һыуҙың бер урында өйрөлөп ятҡан урыны. □ Водоворот. Өйләнмәгә эләгеу. Йылға әйләнмәһе. М Купме ташҡындар, әйләнмәләр, өйөрмәләр утеп, Аҡйондоҙ уҙенең ярына килеп сыҡты. М. Кәрим.
2. Йылға бөгөлө. □ Извилина реки. Кәмә әйләнмәлә тора. М Ағып барған ҙур ағастың башы һалды төртөп ебәрҙе, һал, әйләнмәнән ысҡынып, йәнә ағып китте. М. Кәрим.
ӘЙЛӘНМӘ III (Р.: юла; И.: spinning top; T.: topaç, fırıldak) и. диал. ҡар. зырылдаҡ.
Балаларҙың зыр әйләндереп ебәрә торған уйынсығы; өйрөлсәк. □ Юла, волчок.
274