ӘЙЛӘНӘҺЕ
Ватан тойғоһо йөрөткән ябай һуғышсы йә крәҫтиән дә тыуған ерҙе, намыҫты һаҡлау өсөн әйләнә-тирәһендәге кешеләрҙе ойоштора башлай. Б. Рафиҡов.
ӘЙЛӘНӘҺЕ (Р.: в течение; И.: during; T.: içinde) бәйл.
Бер йыл, тәүлекте һ. б. эсенә алған ваҡытҡа ҡарата әйтелә. □ В течение, в продолжение. ■ Кухнябыҙҙа тәулек әйләнәһе һөйләп торған радиоға ҡолаҡ һалдым. Г. Яҡупова. Йыл әйләнәһенә утынға йонсоған әбей йәштәрҙең тәҡдименә ҡуш ҡуллап риза булды. И. Аҡъюлов. Атай кеше һунарға йөрөй, ә әсәй менән ҡыҙ йыл әйләнәһенә өй эштәре менән булалар, йәйҙәрен еләк-емешкә йөрөйҙәр. Әкиәттән.
ӘЙЛӘҮ I (әйлә-) (Р.: гнать; И.: һоу; Т.: kovalamak) ҡ.
1. Малды тәртип менән өйөрөп ҡыуыу. □ Гнать, подгонять; понукать. Һыуға малды әйләу. Ваҡ малды әйләу. Йылҡыларҙы әйләу. М Әйләп кенә һауған йылҡымдың сирәм еркәйҙәр(е) төйәге. Халыҡ йырынан.
2. кусм. Мал урынына ҡыуып йөрөтөү, өйөрөү. □ Гнать. ■ [Таңдыса:] Тас айыуҙай алышып, кемуҙарҙан сабышып, унарын унарлап әйләгән, йәҙәрен йөҙәрләп әйләгән. «Ҡуңыр буға». [Салауат] ҡаршыһына килгән дошмандарын ҡуй һарығы кеуек әйләне. Халыҡ йырынан.
3. Нимәгәлер өндәү, саҡырыу; әйҙәләү. □ Звать, призывать. Көрәшкә әйләу. Еңеугә әйләу. Байрамға әйләу.
4. Кайҙалыр, нимәгәлер саҡырыу. □ Звать, приглашать. Эшкә әйләу. Мәжлескә әйләу. Тамашаға әйләу.
5. иҫк. Нимәлер башҡарыу, әйтеү. □ Исполнять. // Исполнение. Бәйет әйләу. Мөнәжәт әйләнем.
ӘЙЛӘҮ II (әйлә-) (Р.: производить; И.: produce; T.: yapmak; etmek) ҡ. иҫк. кит.
Нимәлер эшләү, башҡарыу. □ Производить, делать, совершать. Кабул әйләу. Әмер әйләу. Я Артҡа ҡасыуҙан файҙа юҡ, дошмандарҙы шат әйләп. Халыҡ йырынан.
ӘЙЛӘШЕҮ (әйләш-) ҡ. диал. ҡар. эйәләшеү. Әйләшә башлау. Әйләшеп китеу. Колон ҡулға әйләште.
ӘЙНӘЛӘЙЕМ (Р .: душечка моя; И.: my dear, deary; T.: canım) өнд. диал. ҡар. йәнкәйем.
Яратҡан, һоҡланған кешегә өндәшеү һүҙе; иркәм, һөйөклөм. □ Душечка моя, милый, любимый мой (обращение с чувством любви, восхищения). Эй, әйнәләйем! Ай, минең әйнәләйем!
ӘЙРЕМ (Р.: длинный ряд сгребённой высохшей травы; И.: row of hay; T.: kuru otların uzun bir yığını) и. диал. ҡар. ҡыра I, 1.
Буйҙан-буй теҙеп өйөлгән бесән йәки һалам күтәремдәре. □ Длинный ряд сгребённой высохшей травы. Әйремгә һалыу. Әйремде өйөу. Әйремде ташыу.
ӘЙРӘН (Р.: пахта; И.: buttermilk; Т.: ayran) и. диал. ҡар. айран 2.
Май бешкәндә айырылып сыҡҡан әскелтем шыйыҡлыҡ. □ Пахта. Әйрәнде тугеу. Әйрәнде һарҡытыу.
ӘЙРӘНМАЙ (Р.: сливочное масло; И.: butter; T.: tereyağı) и. диал. ҡар. күбекмай.
Ҡаймаҡҡа ҡатыҡ ҡушып бешелгән май. □ Сливочное масло. ■ Аҡмай йәки кубекмай тип йөрөтөлгән май тураһында ла иҫкә алыу урынлы булыр, кубекмайҙы икенсе төрлө уны көбө майы тип тә атайҙар, ә Урта Урал башҡорттары һөйләштәрендә — әйрәнмай. С. Сабирйәнова.
ӘЙРӘНЧЫПЧАК (әйрәнчыпчагы) (Р.: деревянная посуда для сбивания масла; И.: kind of wooden bowl; T.: tereyağı yapmak için süt dövülen ahşap kap) и. диал.
Май бешеү өсөн ағас һауыт. □ Деревянная посуда для сбивания масла. Семәрле әйрәнчыпчак. Әйрәнчыпчак яһатыу. Әйрәнчып-чакта май бешеу.
ӘЙСЕЛӘҮ (әйселә-) (Р.: ходить по домам во время религиозных праздников; И.: go round carol-singing; T.: dini bayramlarda çocukların evden eve yürüyerek tatlı toplaması) ҡ. диал. ҡар. байрамсылау.
Байрам ашы ашау һәм күстәнәс йыйыу өсөн өйҙән өйгә йөрөү (бала-сағаға ҡарата). □ Ходить по домам во время религиозных праздников для получения праздничных угощений (о детях). ■ Ғәйет көнө лә килеп етте. Әйселәргә тип урамға
276