Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 277


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘЙТЕМСӘК
сыҡҡан Хәкимдец балалары өсөһө өс яҡҡа йүгерҙе. Я. Хамматов.
ӘЙТЕЛЕҮ (әйтел-) ҡ. төш. ҡар. әйтеү 1—4, 7—9. страд, от әйтеү 1—4, 7—9. Киҫәтеп әйтелгән һуҙ. Нәҙер итеп әйтелгән әйбер. Көйләп бәйет әйтелде. М Иҫкәрмә йомшаҡ тауыш менән әйтелһә лә, ярайһы уҡ уҫал һәм ҡәтғи яңғыраны. X. Тапаҡов. Уҡ баһаһы — атылғандан һуң, һуҙ баһаһы — әйтелгәндән һуң. X. Назар.
ӘЙТЕЛЕШ (Р.: произношение; И.: pronuciation; T.: telaffuz) и. лингв.
Өндө, һүҙҙе әйтеү рәүеше; өндөң, һүҙҙең яңғырашы. □ Произношение, выговор. Өн әйтелеше. Дөрөҫ әйтелеш. Әйтелеш кунек-мәләре. М [Емеш] алгебра, геометрия, тригонометрия дәрестәрен .. насар билдәһе алмаҫ өсөн йәки икс, игрек, зет, параллелепипед, перпендикуляр, биссектриса, параллелограмм йәки синус, косинус, тангенс, котангенс кеуек әйтелеше мәҙәк тойолған һуҙҙәр куп булған өсөн ҡыҙыҡһынып ҡына өйрәнә ине. 3. Биишева.
ӘЙТЕМ I (Р.: выражение; И.: expression; T.: ifade) и.
1. лингв. Билдәле бер тәртиптә ойошҡан һүҙҙәр төркөмө. □ Выражение, фраза. Әйтемдәр ҡулланыу. Фразеологик әйтем. Идиоматик әйтем.
2. фольк. Башҡорт фольклорында тормоштоң айырым бер күренешенә ситләтеп, кинәйәләп йәки образлы итеп баһа биргән бөтөн һөйләм булып ойошоп етмәгән тотороҡло һүҙбәйләнештән торған жанр. □ Поговорка. М Һуҙ сәнғәтенең аҫыл урнәк-тәре — мәҡәл һәм әйтемдәр быуаттан быуатҡа, быуындан быуынға кусеп, халыҡтың уткән тормошо, ижад ҡеуәһе тураһында хәбәр алып килеусе йәнле шаһиттар ул. Ф. Нәҙершина. Беҙҙең яҡта, ҡурай тартырға өйрәнгең килһә, көтөу көт, тигән әйтем бар. Н. Мусин.
3. Һамаҡлап әйтелгән һүҙ; һамаҡ (уйын уҙаҡлашҡанда, баланы һикерткәндә һ. б. әйтелә). □ Прибаутка, присказка. Әйтем әйтеу. ■ [Мифтахетдин] аяғөҫтө баҫтырып, балаларҙы бер аҙ һелкендертте лә, һабаҡтан тыш, ҡыҫҡа-ҡыҫҡа әйтемдәрҙе йәки бәйеттәрҙе һамаҡланы. Я. Хамматов.
4. миф. Имләгәндә, арбағанда һамаҡлап әйтелгән һүҙ. □ Заговор, наговор. Ырымсы әйтеме. Ш Әйтем әйтмәй нишләйем, әйтә торған һуҙем бар, ҡолаҡ һалың һуҙемә. Ҡобайырҙан.
ӘЙТЕМ II (Р.: три или четыре нитки (оборота) мотушки; И.: several spools of thread; T.: üç ya da dört iplik) u.
Кәләп баҫмаһының өс йәки дүрт ептән торған бер берәмеге. □ Три или четыре нитки (оборота) мотушки. Кәләптең тулы баҫмаһында илле әйтем була.
ӘЙТЕМБӘТ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Бишәй, бишәй ырыуы башҡорттарының ара исеме. □ Название родового подразделения башкир рода бишей, бишуй. Эйтем-бәт араһы. Әйтембәттәр менән ҡатышып йәшәу.
ӘЙТЕМЛӘҮ (әйтемлә-) (Р.: говорить прибаутки; И.: utter sallies; T.: tekerlemek) ҡ.
1. Шиғри һүҙҙе көйгә һалмай һамаҡлап әйтеү. □ Говорить прибаутки, приговаривать острые четверостишия. Туйҙа әйтем-ләу. Еңгәләр әйтемләй. М Хушлашмаҫтан элек [Фатима] ҡыйыу атлап иң тәуҙә урам уртаһында бөтә кәуҙәһе менән һырғауыл һымаҡ торған атаһы янына барҙы һәм уға етер-етмәҫ туҡтаны, уға бер ҡарап алды ла әйтемләп сеңләргә тотондо. Ж. Кейекбаев. Ҡарасәс әбей был йырҙы мөңрәп кенә ҡалмай, ҡайһы саҡта әйтемләп әйтеп тә ҡуя. 3. Биишева.
2. Әйтемде (I, 1) көйләп, һамаҡ һымаҡ әйтеү, һамаҡлау. □ Произносить наговоры, заговоры. Баланы әйтемләу. ■ Баланы мунса индергәндә, миндек менән сапҡанда әйтемләп торалар: «Һап! Һап! Һап! Һап! Ата-инәле — алтын ҡанатлы бул!» Р. Солтангәрәева.
ӘЙТЕМСӘК I (әйтемсәге) (Р.: наречённая девушка; И.: bride-to-be; T.: sözlü) и.
Кәләш итеп әйттерелгән ҡыҙ. □ Наречённая девушка. Әйтемсәген алыу. Әйтемсәге менән туй яһау.
ӘЙТЕМСӘК II (әйтемсәге) и. ҡар. әйтем 1,1. Әйтемсәк әйтеу. Әйтемсәк менән имләу.
277