ӘЙТЕМ ӘЙТЕҮ
ӘЙТЕМ ӘЙТЕҮ (әйтем әйт ) ҡ. ҡар. әйтемләү 2. Н Иген яҡшы уҫһен өсөн әйтем әйтер булғандар: «Эй Хоҙайым Тәғәләм, утенеп мин һорайым: яҡшы уңһын бойҙайым, ҡөндәрҙең бир яҡшыһын, ҡояш йылытып торһон, ямғырҙар яуып утһен, игенем шаулап уҫһен!» Экспедиция материалдарынан.
ӘЙТЕРҺЕҢ (ДӘ) (Р.: будто; И.: as if; T.: sanki, adeta) мөн.
Фекерҙе дөрөҫләгәндә, уға ниндәйҙер баһа биргәндә әйтелә. □ Будто, будто бы, как будто. Я Тирә-яғыма ҡуҙ һалам: яланға, әйтерһең, ҡаймалап һырылған ҙур балаҫ тушәп ҡуйғандар. Н. Мусин. Йөрәк ҡаға... әйтерһең, ул — бәйһеҙ аҡлан буйлап сапҡан яңғыҙ тай. К. Кинйәбулатова. Әйтерһең дә, ул [Айҙар] тал сыбыҡтарынан мурҙа тугел, ә ебәктән селтәр урә ине. М. Кәрим.
ӘЙТЕҮ I (әйт-) (Р.: говорить; И.: say; T.: demek) ҡ.
1. Уйҙы, фекерҙе тел менән башҡаларға еткереү, хәбәр итеү; нимәлер һөйләү. □ Говорить, сказать, молвить что, произносить что, выражать. // Высказывание, выражение, произнесение. Рәхмәт әйтеу. Әйтергә ҡыймау. Әйтеп тороу. ■ Тоғро һуҙҙе әйтеуҙән һис ваҡытта тартынма, ҡөҙрәт уә көс эйәһе Тәнрең тора артыңда. М. Ғафури. Халыҡ яҡламаясағын һиҙгән Сафуан уҙ фекерен әйтергә ашыҡты. Я. Хамматов. Тормош ҡурайында гел бейенем, һуҙ әйтергә телем бәйләнде. Т. Йосопов. • Әйткән һуҙ — атҡан уҡ. Мәҡәл.
2. Берәй эште, үтенесте, хәбәрҙе һ. б. кеше аша кемгәлер еткереү, тапшырыу. □ Передавать, передать, сообщать. Куп итеп сәләм әйтеу. • Сәләм әйткән өсөн сәләмәт бул. Мәҡәл.
3. Нимәлер тураһында аңлатма биреү, өйрәтеү. □ Объяснять, учить. Әйткәнде ацламау. Ҡабатлап әйтеу. Я Яҡшы ғына әҙәм шуны әйтер: айырылмайыҡ тыуған илдән, тип. Халыҡ йырынан. • Аҡыллыға әйтһәң — белә, тинтәккә әйтһәң — көлә. Мәҡәл.
4. Алдан иҫкәртеү, киҫәтеү. □ Говорить (сказать) заранее, заявить, предупредить о чём-л. Әйтеп килеу. Әйтеп ҡуйыу. Киҫә
теп әйтеу. Я [Сафуан:] Нисәмә әйттем уға: кеше эшенә ҡыҫылма, тип. Я. Хамматов. Ҡартәсәйем әйтеп ҡуйғайны бер: «Төш юрарға өйрәтермен, һәләтең дә бар быға, ә бына киләсәкте утә курергә ынтылма!» Г. Яҡупова.
5. Нимәлер эшләргә ҡушыу, бойороу. □ Сказать, велеть, попросить, повелевать, приказывать. // Повеление, приказание. Әйткәнде эшләу. Асыҡ әйтеу. Ҡабатлап әйтеу. ■ [Хисмәтулла — Сәлимйәнгә:] Был турала һиңә әллә ҡасан уҡ әйттем, һин минең әйткәнде ҡолағыңа ла элмәнең. Я. Хамматов. Әгәр маҡсат изге икән — көс йәлләмә! Әйтмәйенсә, арҡырыны буй әйләндер. Ф. Кузбәков. Хан, хеҙмәтселәренә әйтеп, самауыр килтертә. Әкиәттән. • Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла. Мәҡәл.
6. Кемдер йәки нимәлер тураһында һүҙ еткереү; ошаҡлау. □ Ябедничать, доносить. Я Атайға ла ышаныс китте, — тине Сол-танғәле. — «һары муҡшы»ға бөтәһен дә әйткән. Я. Хамматов. Ул арала булмай, бая осраған шымсы ҡарт килеп етә. Ул тиҙерәк инеп, хәбәрҙе ҡыҙҙың атаһына әйтергә ҡырсынып йөрөй икән, ти. Әкиәттән.
7. Шелтә, асыу белдереү. □ Корить, укорять, упрекать, порицать. // Укор, порицание. Ауыр әйтеу. Ҡаты әйтеу.
8. Ниндәйҙер һорауға йәки һүҙгә яуап биреү. □ Говорить, отвечать, подсказывать. Бышылдап әйтеу. Асыҡ әйтеу. Ҡәтғи әйтеу. М [Хисмәтулла:] Тиҙ ҡылтайып бараһығыҙ, һеҙгә уйнатып әйтергә лә ярамай икән. Я. Хамматов.
9. Нимәлер тураһында һөйләү, белгертеү (ғәҙәттә, төҫ-ҡиәфәт, ҡылыҡҡа ҡарата). □ Сказываться, говорить (о манерах, поведении). Арығанлығын төҫө әйтеп тора. Ҡыланышы әйтеп тора. Я һөйләу манераһы ғына тугел, һөйләшеу темаһы ла кемдең кемлеген әйтә ала. Ғ. Хөсәйенов. • Аҡыллының йөҙө әйтер, йөҙө әйтмәһә, һуҙе әйтер. Мәҡәл.
10. Өҫкә ниндәйҙер бурыс, йөкләмә алғанды белдереү. □ Обещать, давать слово. Кулдәк әйтеу. Һөйөнсөгә буләк әйтеу. Ҡорбан салырға нәҙер әйтеу. Я [Рафиҡ:] Тәуге
278