Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 279


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘЙТЕҮЛЕ
эш хаҡына һиңә ҡул сәғәте буләк итермен, тип нәҙер әйтеп ҡуйғайным. Л. Якшыбаева.
11. Ҡайҙалыр, нимәгәлер саҡырыу. □ Звать, приглашать. // Приглашение. Ашҡа әйтеу. Сәйгә әйтеу. Өмәгә әйтеу.
12. Әйтемләп, көйләп уҡыу, һөйләү. □ Припевать, исполнять. // Исполнение, пение в голос такмаков, байтов. Бәйет әйтеу. Ҡобайыр әйтеу. Өләң әйтеу. ■ «Ст-ст-ст кенә! Еңгәм бәләкәс кенә», — тип, бейеу ыңғайына таҡмаҡ әйтте [Усман]. Я. Хамматов. Йыр, бейеу, таҡмаҡ әйтеуҙәрҙе ололар ҙа сығып тамаша ҡылды. М. Хужин. Үҙеңә йомаҡ әйтәйем, тапһаң, улым итәйем, тапмаһаң, ҡолом итәйем. Ҡобайырҙан.
13. Төрлө доға уҡыу. □ Произносить, прочитать (молитву). Аҙан әйтеу. Зекер әйтеу. Тәкбир әйтеу. ■ Фәузиә арыған аяҡтарын иркенләберәк һуҙҙы, йәненә утеп һыҙлаған һул аяғын салауат әйтеп өшкөрөп алды. Т. Ғарипова. Йолаһын йолалап, бала ҡотлап, баталар әйтеп, гөбөләре тулы ҡымыҙы, ашлауҙары өймәләм ите, аш-һыуы менән һыйланып алғас, ирҙәр аҡ тирмәлә уҙҙәре генә аулаҡлабыраҡ төп эштәренә, яуға кутәрелеу мәсьәләһенә кусте. Ғ. Хөсәйенов. Ағас баштары тәсбих әйтә әкрен генә иҫкән ел менән. Халыҡ ижадынан. • Аҙанды ҡырҡ ҡабат әйтмәйҙәр. Мәҡәл.
14. Ниндәйҙер тәм биреү. □ Отдавать чем, иметь привкус. Кук тәме әйтә. Әсе тәм әйтеу. Әрем тәме әйтеу. ■ Йырым — ҡай саҡ әрем тәме әйткән көйөп бешкән арыш икмәге. Р. Ғарипов. Ат ҡуҙғалағын да тәмләп ҡарайбыҙ, ялан һарынаһының тамырын ҡаҙып алабыҙ, унан шәкәр тәме әйтә. «Башҡортостан панорамаһы», № 6, 2009.
15. Ғәҙәттә, күплектә килеп, ниндәйҙер хәбәр йөрөгәнен белдергәндә ҡулланыла. □ Говорят (во мн. ч. указывает на то, что автор высказывания опирается на информацию, услышанную ранее, на слухи). Телгә бөткән, тип әйтәләр. Бармағы уҙенә кәкре тип әйтәләр. Хәйләкәр тип әйтәләр.
♦ Мин һиңә әйтәйем нимәгәлер ғәжәп-ләнеберәк торғанды белдерә. □ соотв. Вот тебе и на! (выражает удивление). К Теге егет тотондо бит, мин һиңә әйтәйем,
«Алты алдар» әкиәтен һөйләргә. С. Агиш. Бер ваҡыт, мин һиңә әйтәйем, пар юртаҡ еккән бер кеше ҡапҡа алдыма килеп туҡтаны. Әкиәттән. Ни әйтәйем нимәнеңдер сифатһыҙ булғанын белдереү өсөн ҡулланыла. □ соотв. Что сказать? Ни әйтәйем ялҡауҙың эшенә. Тел әйтеү тел тейҙереү, асыуланыу. □ Упрекнуть. ■ Ғәзимә уҙенең иренә ҡаршы, уҙенең өлкән көндәшенә ҡаршы тел әйтмәҫкә өйрәнгән. Һ. Дәүләтшина. Әйтерең бармы һөйләүсенең фекерен ҡеүәтләгәндә ҡулланыла. □ соотв. И не говори (выражает согласие со словами собеседника). Әйтерең бармы, май эсендәге бөйөр кеуек йәшәй. Әйтер инем мыҫҡыллап йәки түбәнһетеп һөйләгәндә ҡулланыла. □ соотв. Сказал бы, да...; говорить без толку. ■ [Ниғмәтулла — Шәрифуллаға:] Эй, байлығығыҙҙы ла әйтер инем инде. Я. Хамматов. Әйтеүем әйтеү нимәлер эшләргә һүҙ биреү. □ соотв. Так не оставлю. Әйтеуем әйтеу, кәрәген бирмәһәмме! Әйткәнгә көс дөрөҫтө әйткән, һөйләгән кешегә насар, ҡыйын булыу. □ Трудно тому, кто в глаза правду говорит. Был тормошта әйткәнгә көс. Әйтмә <лә> инде кемдеңдер һүҙенә ҡушылып, уны ҡеүәтләгәндә ҡулланыла. □ соотв. Не говори уж (говорится при согласии). М Белмәгән көйөнә Заһит меҫкен дә хәбәр һөйләргә ынтыла. — Әйтмә инде, уҙенә курд тугел. Я. Хамматов. Утҡа әйтеү төштө һөйләгәндә әйтелә. □ Говорить, рассказывать огню (магическая фраза, направленная на очищение, охрану рассказчика сна). Утҡа һөйләйем, утҡа әйтәм.
ӘЙТЕҮ II (Р .: обещание; И.: promise; Т.: vaat, söz) и.
Бирелгән һүҙ, ант, вәғәҙә. □ Обещание, наказ, завещание. Әйтеу итеп әйтеу. Әй-теуем бар ине. Әйтеуҙе утәу.
ӘЙТЕҮЛЕ (Р.: наречённый; И.: intended; T.: sözlü) с.
Алдан вәғәҙәләшкән, әйттерелгән. □ Наречённый, помолвленный. Әйтеуле ҡыҙ. Әйтеуле егет. ■ Маян әйтә: «Сыбар ала атымды менәйем, атай, әйтеуле егетемде курәйем, атай». «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
279