ӘЙТЕҮ ӘЙТЕҮ
ӘЙТЕҮ ӘЙТЕҮ (әйтеү әйт ) (Р.: дать слово, зарок; И.: give one’s word; T.: yemin etmek) ҡ. этн.
Йола буйынса, бик теләгән эше уңышлы барып сыҡһын өсөн нимәлер эшләргә һүҙ биреү; нәҙер әйтеү. □ Дать слово, зарок; дать обет. Ҡорбан салырға әйтеу әйттем. Әйтеу әйткәс, утәргә кәрәк. Ауырыуҙан ҡотолһам, ҡорбан салырмын тип әйтеу әйткәйнем.
ӘЙТЕШ (Р.: айтыш; И.: folk tales competition; T.: aytışma, atışma) и. фольк.
Сәсәңдәрҙең халыҡ алдына сығып, шиғри һүҙ, ҡобайыр менән ҡара-ҡаршы әйтешкән ярышы. □ Айтыш (устное поэтическое состязание, построенное на импровизации). Әйтеш жанры. Әйтеш ярышы. ■ Сиктән тыш оҫта телле, йор һуҙле булыуы менән Аҡмулла был әйтештә һәммә кешене хайран иткән. Өмөтбаев та унан ҡалышмаҫҡа тырышҡан. — Үҙенең бөтә шағирлыҡ һәм сәсәнлек һәләтен эшкә ҡушҡан. Ғ. Хөсәйенов. Сәсәндәр әйтешендә ҡатнашыу, һөйләшеу генә тугел, еңеп тә сығыу өсөн кеше тәрән аҡыллы, киң белемле, музыкаль һәләтле, бик оҫта телле булырға тейеш, йәғни сәсәндәр -ҙең иң куркәм сифаттарына өлгәшеу шарт. Ғ. Хисамов.
ӘЙТЕШЕҮ (әйтеш-) (Р.: говорить друг другу; И.: say to each other; T.: aytışmak) ҡ.
1. Ҡара-ҡаршы нимәлер әйтеү. □ Говорить друг другу. Таҡмаҡ әйтешеп бейеу. Йомаҡ әйтешеу. ■ Улар [Ҡарабай менән Сарыбай] бер-береһенә ошондай бик куп маҡтау һуҙҙәре әйтешәләр. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. кусм. Талашыу, әрләшеү. □ Пререкаться, препираться; ссориться. Әйтешеп алыу. Әйтешә башлау. Ҡыҙҙар әйтешеп, упкәләшеп алдылар.
3. фольк. Шиғри һүҙ, ҡобайыр менән әйтештә ҡатнашыу. □ Соревноваться, состязаться в красноречии. Ҡобайыр әйтешеу. Шиғыр әйтешеу. Мөнәжәттәр әйтешеу.
4. диал. Ҡунаҡ булышыу. □ Бывать в гостях друг у друга. Ҡунаҡҡа әйтешеу. Дуҫтар менән әйтешеу. Әйтешеп йәшәу.
ӘЙТКЕРЕҮ (әйткер-) (Р.: передать; И.: let smb know, pass word to; T.: haber vermek) ҡ. диал. ҡар. әйттереү I, 1.
Берәй эште, үтенесте, хәбәрҙе һ. б. кеше аша кемгәлер еткереү, тапшырыу. □ Передать (через кого-л.). Бабайыма ла әйткер -гәйнем, килмәне. Туған-тыумасаға әйткереу. Алыҫ туғандарға әйткереу.
ӘЙТКЕС (Р.: сәсән; И.: narrator of folk tales; T.: sesen, meddah) и. диал. ҡар. сәсән.
Шиғри һәләткә эйә булып, фәһемле оҫта һүҙе һәм ижады менән таныҡлыҡ алған кеше. □ Сәсән; импровизатор, сказитель. Борон әйткес кешеләр куп булған. Билдәле әйткес. Әйтҡестәр ярышы бара.
ӘЙТКӘНДӘЙ (Р.: к слову сказать; И.: appositely, by the bye; T.: bu arada) мөн.
1. Нимәнелер һорарға йәки әйтергә онотоп тороп, ҡапыл иҫкә төшкәндә әйтелә. □ К слову сказать, кстати, между прочим. ■ Әйткәндәй, Таулыҡай һыртындағыһын [башняны] да бит әле көс-хәл менән ун йыл эсендә саҡ ултыртып ҡуйҙылар. Д. Бүләков. Поезд уны [Сәмиғты], әйткәндәй, уҙ ғуме-рендә тәугә ултыра ине поезға, Мәскәуҙең уҙенә ук килтереп төшөрҙө. Т. Ғиниәтуллин. Әйткәндәй, боронғо ғалимдар һаулыҡтың төп дошманы — тел, тип һанаған. «Атайсал», 31 май 2013.
2. Ҡемдеңдер һүҙенә таянғанда, һүҙҙең, фекерҙең сығанағын белдергәндә әйтелә; әйтмешләй. □ Как говорится, как говорит. Олатайым әйткәндәй. Бөйөк ғалим әйткәндәй.
ӘЙТКӘНСӘ (Р.: так, как велели; И.: as told; T.: dediği gibi) p.
1. Өйрәткәнсә, ҡушҡанса. □ Так, как велели, учили. Үҙе әйткәнсә. М Ҡуҙыйкурпәс тә әсәһенә, кук толпар әйткәнсә, һамаҡлап яуап бирҙе, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Хөсәйен, яланлыҡтан бара торғас, юл сатына еткән, бабай әйткәнсә, уң юл менән киткән. Әкиәттән.
2. Ҡемдеңдер һүҙенә таянғанда, һүҙҙең, фекерҙең сығанағын белдергәндә әйтелә; әйтмешләй. □ Как говорится, как говорит. Үҙе әйткәнсә. Халыҡ әйткәнсә. Беҙ әйткәнсә.
280