ӘЙ-ТӘЙ ТОРОУ
ӘЙТМЕШЛӘЙ (Р.: как говорится; И.: as the phrase goes; T.: dediği gibi) инш.
Кемдеңдер һүҙенә таянғанда, һүҙҙең, фекерҙең сығанағын белдергәндә әйтелә. □ Как говорится, по словам, по преданию, как говорит. Халыҡ әйтмешләй. Бер кеше әйтмешләй. Үҙе әйтмешләй. ■ Бойҙай баҫыуҙары, халыҡ әйтмешләй, алтын тулҡынлы диңгеҙгә әйләнеп, күҙҙең яуын алып ята.
3. Биишева. Мәүсилә, иҫ-аҡылдары китеп, был яҡтарҙа әйтмешләй — ҡаяның таш битен, уның йыйырсыҡтарын берәм-берәм күҙҙән үткәрҙе. Д. Бүләков. [Миңлеғол] мәҙрәсә тамамлай алһа, бәлкем, ысын мулла, хатта, абыз әйтмешләй, оло ғилем эйәһе булып китер ине лә бит. Б. Рафиҡов.
ӘЙТМӘКСЕ инш. диал. ҡар. әйтмешләй.
■ [Хәйретдин:] Боронғолар әйтмәксе, барҙың барлығы, юҡтың тарлығы килә тигәндәй, бәлки бер теймәһә, бер ярҙамы тейеп ҡуйыуы ла бар Хажисолтандың. Я. Хамматов.
ӘЙТТЕРЕЛЕҮ (әйттерел-) ҡ. төш. ҡар. әйттереү 2. страд, от әйттереү 2. Әйт-терелгән кәләш.
ӘЙТТЕРЕҮ I (әйттер ) ҡ.
1. йөкм. ҡар. әйтеү I, 1—4, 7, 9. понуд. от әйтеү 1—4, 7, 9. Кеше аша әйттереү. Таҡмаҡ әйттереп бейеү. ■ Ауыл халҡы, «өмә була икән» тигән хәбәрҙе ишеткәс, әйттереп тә тормай, ҡулына бысҡы һәм балталарын алып, бер кеше кеүек, ауылға электр линияһы үткәреү өсөн бағаналыҡ әҙерләргә сыҡтылар. Н. Мусин.
2. этн. Ҡыҙҙы алыу-биреү тураһында һөйләшеү, һөйләшеп килешеү. □ Сватать. // Сватание, сватовство, помолвка. Килен әйттереү. Кәләш әйттереү. Әйттереп алыу. ■ Үҙенең буй-һынынан оялып йөҙәгән Корбанғәле лә кәләш әйттерергә баҙнат итмәй интекте. М. Кәрим. Миңә лә кәләш әйттерер ваҡыт еткән дә баһа! — тине Хисмәтулла күтәренке күңел менән. Я. Хамматов. Теге ҡыҙҙың батырлығы тирә-яҡҡа тарала. Уны үҙе кеүек бер батыр егет әйттерә. Әкиәттән.
3. Кемгәлер нимәлер бирергә алдан вәғәҙә итеү. □ Дать слово, обещание. Башмаҡ әйттереү. Күлдәк әйттереү.
4. күсм. Ғүмерҙе күңелле үткәреү, кәйеф-сафа ҡороу; уйнап-көлөп күңел асыу. □ Пировать, веселиться, кутить. // Веселье, пир, кутёж. Әйттереп алыу. Әйттереп йәшәү. Йәш саҡта әйттереп ҡалығыҙ.
ӘЙТТЕРЕҮ II и. ҡар. әйтемсәк I. ■ Ку-ҙыйкүрпәс әсәһенең ике ҡулын ҡыҫып: «Минең әйттереүем бармы? Әйт», — тип һораны, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ӘЙТТЕРЕШЕҮ (әйттереш-) ҡ. һөйл. урт. ҡар. әйттереү I, 4. взаимн. от әйттереү I, 4. Әйттерешеп йөрөү. ■ Тальян тартып тыҡрыҡ буйында, әйттерешеп йөрөнөк уйында. Ғ. Амантай.
ӘЙТӘГҮР (Р.: одним словом; И.: in one word; T.: kısacası) ымл.
1. Ниндәйҙер хәлгә аптырап ҡалғанда, бошонғанда әйтелә. □ Одним словом, короче говоря, в общем. ■ [Муйылбикә — Үмәргә: ] Башымды ғына ҡаңғырттың, әйтәгүр! Карғалай ҡалҡмаған баланы биреп ашайым тип, бөтә өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерәһең. һ. Дәүләтшина. Әлдә яр йылғаға уҡ барып убылмаған, саҡ-саҡ һөҙәгәйеп, табан терәр ер ҡалдырған, әйтәгүр. Г. Яҡупова.
2. Нимәнелер хуплағанда әйтелә. □ Говорится при одобрении. ■ Кулым белгәнде ҡылырмын, — тине лә Шәрғиә «Зингер» машинаһын зырылдатырға кереште. Әйтәгүр, ҡулы ла онотмаған икән элекке оҫталығын. Ә. Хәкимов. Закир ағай тап шул көндө йомош менән Стәрлегә киткән булған, төртмә телдәрҙән ҡотолған, әйтәгүр. Г. Яҡупова.
ӘЙТӘЙЕК (Р.: скажем; И.: suppose; Т.: diyelim ki) инш.
Миҫал, фараз рәүешендә бер нәмә әйткәндә ҡулланыла. □ Скажем, допустим, положим, предположим. ■ Әйтәйек, цехҡа берәй йәш кеше эшкә килә икән, [мастер] аҙна самаһы булмаған нәмәне цехтан цехҡа йөрөтөп эҙләтә. Я. Хамматов.
ӘЙ-ТӘЙ ТОРОУ (әй-тәй тор-) (Р.: начать вставать на ноги (о ребёнке)’, И.: be about to walk; T.: yürümeye başlamak (çocuklar hakkında) ҡ. диал. ҡар. ҡаҙыҡай тороу.
281