әйтәм
Яңы саҡ атлай башлау (балаға ҡарата). □ Начать вставать на ноги (о ребёнке). Эй-тэй тора башлау. Бәпәйебеҙ әй-тәй тора.
ӘЙТӘМ (Р.: вот почему; И.: here’s why; T.: bu yüzden) инш.
Эштең нимәлә икәнен аңлап ҡалғанда, сәбәбен ҡапыл асҡанда әйтелә. □ Вот почему, то-то. Әйтәм, өндәшмәй. Әйтәм, танау ҡысый, күстәнәскә булған икән. Әйтәм, ҡабаланып китте.
ӘЙҮКӘ-ҠАЛМАҠ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Башҡорттарҙың ҡалмаҡ ҡәбиләһенә ҡараған ара исеме. □ Название родового подразделения башкир племени калмак. Әйүкә — ҡалмаҡтар аймағы.
ӘЙШӘ-ФАТИМА ҠУЛЫ (Р рука Фатимы; И.: Fatimah’s hand; T.: Fatma eli) и. миф. (баш хәреф менән)
Ышаныуҙар буйынса, тылсымлы көскә эйә булған ус формаһындағы «Фатима ҡулы» тип йөрөтөлгән һәм дауалауҙа ҡулланылған амулет. □ Рука Фатимы (талисман в виде ладони; применяется знахарями от многих болезней). Эйшэ-Фатима ҡулы тылсымлы көскә эйә. Минең ҡулым тугел, Әйшә-Фатима ҡулы.
ӘЙ ӘТТӘГЕНӘҺЕ ымл. ҡар. әттәгенәһе. ■ Әй әттәгенәһе, — тине Һырғауыл, түҙемһеҙлек менән сиратына ҡарап. Ш. Бикҡол. Әй әттәгенәһе, былай аяҡ-ҡулымды күтәрә алмай ятһам, тағы ниндәй хәлдәргә төшөрмөн, билдәһеҙ. Т. Килмөхәмәтов.
ӘКБӘР [ғәр. j£l] (Р.: старший по возрасту; И.: one’s elder; T.: ekber) с. иҫк. кит.
1. Иң ҙур, өлкән. □ Старший по возрасту, должности. Әкбәр һуғышсы. Әкбәр мөғәллим. Әкбәр ярҙамсы.
2. дини. Аллаһҡа ҡарата ҡулланылған эпитет, Аллаһты ололау һүҙе. □ Всевышний (эпитет Аллаха). Аллаһу әкбәр.
ӘКБӘР ӘЙТЕҮ (әкбәр әйт ) (Р.: выска зать благодарение Аллаху; И.: say benediction to Allah; T.: Allahu ekber demek) ҡ.
Алланы ололау. □ Высказать благодарение Аллаху. Ололар әкбәр әйтте. Әкбәр әйтеп доға ҡылыу. М Ҡолой уҙе эсенән генә
тағы доға уҡып, әкбәр әйтте лә, урынынан тороп, йәнәш бүлмәләге яу кейемдәрен кейеп, ҡоралдарын таҡты. С. Ильясов. Баһадир-шаһты ололап, әкбәр әйтеп ҡаршыланылар. Ғ. Хөсәйенов.
ӘКЕМ и. диал.
1. ҡар. әүрәү II. Әкем ҡойолоу. Әкем елгәреү.
2. Мал ашағандан ҡалған эре-торо бесән йәки һалам; һандыҡ. □ Объедья. Һалам әкеме. Бесән әкеме. Әкемде йыйыу.
ӘКЕРЕС (Р.: неторопливый; И.: sluggish; T.: yavaş, ağır) с. диал. ҡар. яй II.
Тиҙ ҡуҙғала алмаған. □ Неторопливый, медлительный. Әкерес кеше. Ул әкерес бит инде. Ауыр кәүҙәле, әкерес әҙәм.
ӘКЕРЕСЛӘП р. диал. ҡар. әкренләп.
Әкересләп эшләү. Әкересләп ҡуҙғалыу.
ӘКЕРТЕН р. диал. ҡар. әкрен I. Әкертен йөрөү. Әкертен атлау. Н [Ҡыҙ] ҡарлы юлдан әкертен генә бәүелеп бара торғас, ойоп та киткән. Г. Әхмәтҡужина.
ӘКИӘТ [ғәр. 4 (Р.: сказка; И.: fairy-
tale; T.: masal) и.
1. фольк. Халыҡ ижадында тылсымлы көстәр, сихырсылар ҡатнашлығында барған төрлө уйҙырма ваҡиғаларға ҡоролған сәсмә әҫәр. □ Сказка. Башҡорт халыҡ әкиәте. Тылсымлы әкиәт. Әкиәт тыңлау. И Әкиәттең тәрән тамырҙары, бер яҡтан, тәүтормош кешеһенең донъяға мифологик ҡараштарына (анимизм, тотемизм һ. б.), күп төрлө хөрәфәттәргә (табу, магия һ. б.), икенсе яҡтан, община ҡоролошонда көнкүреш тәртиптәрен билдәләгән йолаларға һәм ғөрөфтәргә барып тоташа. Н. Зарипов. • Яҡшы әкиәт ысынға яҡын була. Мәҡәл.
2. әҙ. Шундай уҡ йөкмәтке һәм формалағы ғәҙәти булмаған хәл йәки әҙәби әҫәр (халыҡ ижадынан айырмалы, авторы була). □ Сказка. Ғибрәтле әкиәт. М. Кәрим әкиәттәре. ■ [Хисмәт — Насипҡа:] һин кисәге малайҙарға: «Хисмәт ағай бөгөн елле әкиәт һөйләйәсәк», — тиң. Р. Байбулатов.
3. күсм. Юҡ-бар һүҙ, уйҙырма. □ Сказки, байки, небылица, вздор. Ҡуй, әкиәт һөйләмә. Ташла шул әкиәтенде! Әкиәт уйлап сығарыу. ■ [Доктор:] Йәрәхәттең ниҙән булы
282