ӘКРЕНЛЕК
уын мин үтә күреп торам, һин миңә әкиәт һөйләмә. Р. Өмөтбаев.
4. Ниндәйҙер эш-хәлгә кире мөнәсәбәтте белдергәндә әйтелә. □ Сказка (выражает отрицательное отношение к чему-л.). Бына әкиәт! Юҡты ла һөйләйҙәр.
♦ Әкиәт ҡапсығы {йәки тоҡсайы) юҡ-бар һүҙ һөйләүсе. □ Болтун. Әкиәт һатыу юҡ-бар һүҙ һөйләү. □ Лясы точить. Ҡапҡа төбөндә әкиәт һатыу. ■ Әлкә комитет секретары сәғәтенә ҡарап алды: «һуңламайбыҙмы? Әкиәт һатып, көттөрөп ултырмайыҡ». Һ. Дәүләтшина.
ӘКИӘТСЕ (Р.: сказочник; И.: tale teller, writer of fairy tales; T.: masalcı) и.
Әкиәт һөйләүсе. □ Сказочник, сказочница; сказитель, сказительница. Әкиәтсе әбей. Бөйөк әкиәтсе Ганс Андерсен. ■ Талантлы әкиәтсе сюжеттың кәрәк элементтарын төшөрөп ҡалдырмаҫ, кәрәкмәгәнен ҡатнаштырмаҫ, барыһын да халыҡтың эстетик идеалы яҡтылығында үҙ-ара бәйләп, бер епкә теҙер. Н. Зарипов. Әгәр инде аулаҡ өйгә йыйылған саҡта берәй әкиәтсе, йырсы әбей ҙә булһа, кисә бигерәк тә күңелле уҙа. 3. Биишева.
ӘКРЕН I (Р.: медленно; И.: slowly; Т.: yavaş yavaş) р.
1. Бәләкәй генә тиҙлектә, яй; аҡрын. □ Медленно, тихо. Әкрен әйләнеү. Әкрен өйө-рөлөү. ■ Юлда ваҡыт күп, поездар туҡта-ла-туҡтала әкрен йөрөй. Р. Байымов. Елһеҙ, тын иртәлә төтөн башта бағана булып туп-тура өҫкә ҡалҡты, унан, әкрен генә йәйелә барып, ғәйәт ҙур бәшмәк һынына инде. И. Ноғманов. • Әкрен барған тиҙ етер. Мәҡәл.
2. Һалмаҡ ҡына, ашыҡмай; яй ғына ҡуҙғалып. □ Медленно, нерасторопно. Әкрен атлау. Әкрен йөрөү. ■ Ниғмәтулла менән Ҡолсобай, бер-береһенә өндәшмәйенсә, оҙаҡ уйланып ултырҙылар ҙа, урындарынан тороп, әкрен генә аҫҡа ҡарап атланылар. Я. Хамматов. Сәйфетдин ҡарт әкрен мыштырлаған Мырҙабайға тағы эсе бошоп ҡарап алды. Р. Байымов.
3. Ишетелер-ишетелмәҫ итеп; тын ғына. □ Тихо, негромко. Әкрен өндәшеү. Әкрен генә шыбырлау. Әкрен йырлау. М [Ибраһим
бабай] үҙенең йәш сағын, япон, герман һуғыштарында батыр һалдат булыуын хәтерләп, әкрен генә һөйләне. 3. Биишева. Ҡыҙ бик ҡурҡҡан, ҡайғырған, әкрен генә илап та алған, ти. Әкиәттән.
4. Һиҙелер-Һиҙелмәҫ кенә, һаҡ, ипләп (генә киҫәксәһе менән ҡулланыла). □ Тихо, осторожно. Әкрен генә ҡуйыу. Әкрен генә һалыу. М Әкрен генә иҫкән елгә ҡолонғой-роҡтоң көмөш төҫлө башаҡтары эйелә, һутлы һөтлөкәйҙең орлоҡтары ҡыҙара. Я. Хамматов. Урал Аҡбуҙатҡа иҫе китеп ҡарап торҙо-торҙо ла әкрен генә янына барҙы, ти. «Урал батыр». Заятүләк .. һыуһылыуҙы әкрен генә ҡәбергә күтәреп һала, [шунан] һөңгөһө менән үҙен-үҙе сәнсә. «Заятүләк менән һыуһылыу».
5. Оҙаҡҡа һуҙылып, бик яй. □ Медленно. ■ Ҡеше арыһа йәки ас булһа, ваҡыт һәр саҡ шулай әкрен үтә. Я. Хамматов. Ҡүтәргес кранда эшләгән егет бик әкрен ҡыланғандай тойолдо Таштимергә. Д. Бүләков. • Әкрен уйла, тиҙ эшлә. Мәҡәл.
ӘКРЕН II (Р.: умеренный; И.: moderate; gentle; T.: yavaş, ağır) c.
1. Талғын ғына иҫкән; еңелсә (ел тураһында). □ Умеренный, тихий. Әкрен ел. ■ Ҡуҙҙар һүнеп, тынысланып бара кеүек, тик әкрен генә ел ҡағылһа, бөтөнләй яңыса балҡып китә. Р. Бикбаев.
2. һалмаҡ, яй ҡуҙғалған. □ Медлительный, нерасторопный. Әкрен кеше. Әкрен йөрөш. ■ Юлдаш әкрен, ләкин урынына еткереп эшләй. 3. Биишева. • Әкрен иргә ҡатын баш. Мәҡәл.
ӘКРЕН III (Р.: тихо!; И.: mum’s the word!; T.: dikkat! sessiz!) ымл.
Ниндәйҙер эште тыйғанда, һаҡ булырға өндәгәндә әйтелә. □ Тихо! Осторожно! Әкрен, ныҡ ҡысҡырып һөйләшмә! ■ Хәмит тирә-яҡты тоҫмаллап өлгөрә, арттағыларға нисегерәк баҫырға кәңәштәр бирә: «Алда осло таштар, әкрен...» Д. Бүләков.
ӘКРЕНЛЕК (әкренлеге) (Р.: медлительность; И.: snailishness, pokiness; T.: teenni, yavaşlık) и.
Әкрен (1) булыу сифаты. □ Медлительность. Хәрәкәт әкренлеге. Әкренлек менән
283