Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 284


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘКРЕНЛӘП
эшләу. ■ Иштуғандың әкренлеге Сәлимәгә туҙеп торғоһоҙ оҙаҡ тойолдо. 3. Биишева.
ӘКРЕНЛӘП (Р.: тихонько; И.: step by step; T.: yavaşça) p.
1. Әкрен генә ҡуҙғалып; ашыҡмай, яй ғына. □ Тихонько, потихоньку, осторожно, постепенно. ■ Ринат июль баштарында уҡ документтарын авиация техникумына илтеп тапшырҙы ла әкренләп имтихандарға әҙерләнә башланы. Р. Байбулатов.
2. Ваҡыт үтеү менән, купмелер ваҡыттан һуң. □ Постепенно. Әкренләп аңлай башлау. Әкренләп онотоу. Әкренләп кунегә башлау.
■ Бибеш тә йылдар уткән һайын әкренләп уҙгәрә, ғаиләгә лә, Хисбуллаға ла эйәләшә барҙы. 3. Биишева. Әкренләп ялан уҙенең элекке төҫөн юғалтты. Я. Хамматов. Әкренләп байҙың бергә алып сыҡҡан аҡсалары кәмей бара, шунан бөтөнләй аҡсаһыҙ ҡалып, өҫ кейемдәрен һатыуға тиклем барып етә. Әкиәттән.
3. һиҙҙермәй, ипләп кенә. □ Незаметно, постепенно. ■ Бына әкренләп эңер төштө, төньяҡтан иҫкән әсе ел көсәйҙе, көндөҙ шәре кисеп һыуланған аяҡтар өшөй, тән ҡалтырай башланы, әммә Емеш һаман бер ни тойманы, еңел елпелдәп ашлауын белде.
3. Биишева. Әкренләп төрлө яҡтан тон шыуышты, һауала йымылдашып, йондоҙҙар куренде. Я. Хамматов.
4. Бер сама менән, һәүетемсә. □ Потихоньку, осторожно. Әкренләп эшләп ҡуйыу.
■ Эш әкренләп яйға һалына башлағас, Ҡасим тыныслана төштө. Н. Мусин.
ӘКРЕНЛӘТЕҮ (әкренләт-) (Р.: замедлять; И.: slow down; T.: yavaşlatmak) ҡ.
Әкрен генә йөрөтөү, яй ғына атлатыу. □ Замедлять; убавлять (скорость, темп). Машинаны әкренләтеу. Әкренләтә башлау. Бер аҙ әкренләтеу. ■ Поезд оҙаҡ ҡына ылыҫ ағастары менән ҡапланған тайга буйлап барҙы ла ҡапыл асыҡлыҡҡа килеп сыҡты һәм йөрөшөн әкренләтә башланы. Ғ. Хисамов.
ӘКРЕНЛӘҮ (әкренлә-) (Р /замедляться; И.: slow; T.: yavaşlamak) ҡ.
Әкрен генә йөрөү, әкрен хәрәкәт итеү. □ Замедляться; убавляться (о скорости). Tay
уренә әкренләу. Әкренләй башлау. Машина әкренләне.
ӘКРЕНӘЙЕҮ (әкренәй-) (Р.: замедляться; И.: slacken; T.: yavaşlamak) ҡ.
1. Әкренгә (1) әйләнеү, яй булыу. □ Замедляться; убавляться. // Замедление. Әкренәйә төшөу. Әкренәйә башлау. ■ Ирегән ҡарҙан көс алып арыу-талыуҙы белмәй аҡҡан һыу ҙа әкренәйҙе. Я. Хамматов. Ауылды уткәс Мәҙинә әкренәйҙе, Куктау яғына киткән юл менән туңәрәк яһап йөрөп килде. Т. Ғарипова. Олатай элеккесә елпелдәтеп шәп атламай. Әкренәйҙе ул. Г. Яҡупова.
2. Тауыш кимәле кәмеү. □ Затихать, утихать, убавляться, становиться тихим. // Затихание. Тауыш әкренәйеу. Моң әкренәйҙе. ■ Бына гармун тауышы әкренәйә төштө, клуб эсе Ирғәленең кукрәген йыртып сыҡҡан моңда бәуелә башланы. Н. Мусин. Кисерегеҙ, Хәйрулла Ибраһимович, мин, бәлки, һеҙҙең тормошоғоҙҙоң иң ауыр еренә ҡағылғанмындыр. — Мәрйәмдең тауышы әкренәйеп барып бөтөп ҡуйҙы. Д. Бүләков.
ӘКРЕНӘЙТЕҮ (әкренәйт-) (Р.: замедлять; И.: gear down; T.: yavaşlatmak) ҡ.
1. Әкренгә (1) әйләндереү, әкрен итеү. □ Замедлять, убавлять. Аҙымды әкренәйтеу. Йөрөштө әкренәйтеу.
2. Тауыш кимәлен кәметеү. □ Убавить (звук). Радионы әкренәйтеу. Тауышты әкренәйтеу. Көйҙө әкренәйтеу.
ӘКРЕС р. диал. ҡар. әкрен II. Әкрес ҡуҙғалыу. Әкрес кенә йөрөу. Әкрес эшләу.
ӘКСӘР [ғәр. jjSI] (Р.: много; И.: lots of; T.: akser) р. иҫк. кит.
Һан яғынан бик күп. □ Много, бесчисленно. ■ Ғаҡыллылар хур булдылар, тотҡон булып. Ер йөҙөндә тороп ҡалған әксәр ахмаҡ. М. Ғафури.
ӘКСӘРИӘТ [ғәр. AjjİiSI J (Р.: множество; И.: multitude; T.: akser) и. иҫк. кит.
Һан яғынан өҫтөнлөк иткән яҡ; күпселек. □ Множество, большинство. ■ Мине .. бында ултырған мөхтәбәр йәмәғәтселектең әксәриәте белә. С. Агиш.
ӘКТӘЙ (Р.: шерстяные носки; И.: wool socks; T.: yün çoraplar) и. диал. ҡар. башалтай.
284