әкәмәт
Ҡыҫҡа ҡуныслы йөн ойоҡ. □ Шерстяные носки. Әктәй бәйләйбеҙ. Биҙәкле әктәй. Әктәй буләк итеу.
ӘКӘ (Р.: отец; И.: father, dad; T.: baba) и. диал. ҡар. ата I.
1. Балаһы булған ир кеше (уҙ балаһына ҡарата)} атай. □ Отец, папа; родитель. Үҙ әкәң. Әкәгә ярҙамлашыу. Әкәне хөрмәтләу.
2. Йәшкә үҙеңдән оло булған бер туған ир-ат йәки үҙеңдән оло, атай-әсәйеңдән кесе ир кеше һәм шул кешегә өндәшеү һүҙе. □ Старший брат; дядя (родственник или любой мужчина старшего возраста по отношению ко всем младшим, а также почтительное обращение к нему). Әкәгә өндәшеу. Өлгө әкә. Әкә менән ғорурланыу.
ӘКӘЙ I (Р.: бабушка; И.: grandmother, granny; T.: büyükanne) и. диал. ҡар. өләсәй.
Атай йәки әсәйҙең әсәһе. □ Бабушка. Әкәй тәрбиәһе. Әкәйгә арҡаланыу. Әкәйгә иркәләнеу.
ӘКӘЙ II (Р .: суслон; И.: stack of sheaves; T.: yığın) и. диал. ҡар. һоҫлан.
Теҙеп ултыртып, береһе өҫтән һалынған бер нисә кәлтә. □ Суслон. Әкәй ойоу. Әкәйҙәрҙе ташыу.
ӘКӘЙ III (Р.: марийка; И.: Mari, Mari woman; Т.: Mari / Çirmiş kadını) и. диал.
Мари ҡатын-ҡыҙы. □ Марийка. Ике әкәй һыуға бара.
ӘКӘЙ IV (Р.: язычник; И.: pagan; Т.: payen) и. диал. ҡар. мәжүси II.
Мәжүсилек динен тотоусы кеше. □ Язычник. / Языческий. Әкәй ғәҙәттәре. Әкәйҙәрҙән ҡалған йола. Әкәй сауҡалығы.
ӘКӘЙ ТҮНЕШЕ и. диал. ҡар. әрекмән. Әкәй тунеше йыйыу. Әкәй тунеше баҫҡан.
ӘКӘЛ СИККӘ ЕТЕҮ (Р.: дойти до предела; И.: reach the limit; T.: sabrı taşmak) ҡ. диал.
Аҡтыҡ сиккә етеү. □ Дойти до предела. Донъя әкәл сиккә еткерҙе.
ӘКӘЛӘ (Р.: жёлудь; И.: acorn; T.: meşe palamudu) и. диал. ҡар. имән сәтләүеге.
Имән орлоғо. □ Жёлудь (лат. Glans). Әкәлә йыйыу. М Имән әкәләһе өҙөлөп китеп, сысҡандың яурынына төшә. Әкиәттән.
ӘКӘЛӘК (әкәләге) и. диал. ҡар. имән сәтләүеге. Әкәләктәр ҡаплап алған ер.
ӘКӘМ-ТӨКӘМ (Р.: улитка (моллюск); И.: cameo-shell; T.: yumuşakça) и. зоол. ҡар. ҡусҡар.
1. Йомшаҡ тәнле умыртҡаһыҙ ҡабырсаҡлы йән эйәһе. □ Улитка (моллюск) (лат. Gastropoda). ■ Диңгеҙҙә, ғәҙәттә, әкәм-төкәм ҡабырсағы йыйыусан булалар. Р. Ханнанов.
2. кусм. Баһаһы түбән, әһәмиәте бәләкәй кеше. □ Низшее существо (о человеке). Әкәм-төкәм булып йәшәу.
3. кусм. Теләһә кем, төрлө халыҡ. □ Разные люди, сброд. Әкәм-төкәмдәр йыйылған. ■ Илдән сығып киткәндәр, ситте төйәк иткәндәр, мөстән атын еккәндәр, ситтә сәскән, иккәндәр, — илгә тула бутәндәр, тула әкәм-төкәмдәр. Ә. Үтәбай.
ӘКӘМӘЙ и. диал. ҡар. әкәмәт I, 3. Ямғырҙа бесән йыя, әкәмәй.
ӘКӘМӘТ I [ғәр. 4^|| (Р.: диво; И.: marvel, wonder; T.: harika, mucize) и.
1. Ғәжәп итерлек хикмәтле эш-хәл йәки күренеш. □ Диво, чудо. Ҡыҙыҡ әкәмәт. Ниндәй әкәмәт! Әкәмәткә осрау. ■ Әллә ниңә ошо ҡәберлектә: «Йәшәу — бәхет!» — тинем. Әкәмәт. Л. Абдуллина.
2. Мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы нәмә, эш-хәл. □ Чудо, забава. Әкәмәт уйлап сығарыу. Төрлө әкәмәттәр курһәтеу. ■ Хан уларҙы алдан да ҡарай, арттан да ҡарай; улай ҙа ҡарай, былай ҙа ҡарай, эй ҡарай, эй ҡарай ҙа шунан әйтә: — Был ниндәй әкәмәт һуң? — ти. Әкиәттән.
3. Әҙәмде аптыратҡан ҡыҙыҡ кешегә ҡарата әйтелә. □ Чудак. Бына әкәмәт! Үәт әкәмәт! Әкәмәттән ишетеу. ■ Бына әкәмәт әй, — килеусе ир ботона шапылдата һуҡты, — һинең дә шулай кире сағың булыр икән, Дәуләт Хәкимович. Н. Мусин.
♦ Бына әкәмәт нимәгәлер ныҡ ғәжәпләнгәндә әйтелә. □ Вот чудеса! ■ Бына әкәмәт! Ҡибла яғынан йәйғор ҡалҡҡан да, икенсе осо нәҡ Мөжәуирҙең башы осона төшкән дәһә. Л. Яҡшыбаева.
285