Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 287


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭЛДЕРГӘН
шәһәрендәге] дәфтәргә яҙылған указнамә һануз да әлебеҙҙә бар. «Башҡорт шәжәрәләре».
ӘЛБЕРЛОҠ (әлберлоғо) (Р.: белена; И.: jimson weed; T.: banotu) и. диал. ҡар. тилебәрән.
Күкһел һарғылт сәскәле, ваҡ ҡына орлоҡло, тилертә торған еҫле үлән. □ Белена, дурман. / Беленной, дурманный (лат. Ну-oscyamus). Әлберлөҡ уҫеу. Әлберлоҡ орлоғо. Әлберлоҡ япрағы.
ӘЛ БЕРӘҮ (әлберә-) ҡ. диал. ҡар. әлһерәү. М [Карт:] Кубәләктәй йәнем бар, бер йотомдай ҡаным бар, әлберәгән тәнем бар. «Урал батыр».
ӘЛБИҘӘ (Р.: лебеда белая; И.: saltbush species; T.: ak sirken) и. диал. ҡар. алабута.
Сыбар һабаҡлы, ваҡ ҡына йылтыр орлоҡло, тарбаҡ һабаҡлы сүп үләне. □ Лебеда белая (лат. Chenopodium album). Әлбиҙә таралыу. Әлбиҙә йолҡоу. Баҡсаны әлбиҙә баҫҡан.
ӘЛБИТТӘ [ғәр. Л1] (Р.: безусловно; И.: no doubt; T.: elbette) мөн.
1. Фекерҙең ысынбарлыҡҡа тура килеүен, дөрөҫлөгөн, уға баһа биреүҙе белдерә; һис шикһеҙ. □ Безусловно, несомненно, конечно. Әлбиттә, мин киләм. Әлбиттә, шулай! Матур йәшәге килә, әлбиттә. ■ Кешеләрҙең шундай ҡыҙыҡһынмаусан булыуына аптырарһың. Ҡыҙғаныс, әлбиттә. М. Кәрим. [Ҡарттар — Ҡыҙрасҡа:] һин беҙгә уны курһәтергә тейешһең дә инде! — Әлбиттә, шулай! Халыҡ ижадынан.
2. Эш-хәлдең тәбиғи, ғәҙәти булғанын белдереү өсөн ҡулланыла; билдәле. □ Разумеется, естественно, понятно, м Әлбиттә, Иштуғандың куңелендә һеңлеһен ҡотҡарып ҡалған өсөн мең-мең рәхмәттәр йәшәй.
3. Биишева. [Михаил — Хисмәтуллаға:] Әлбиттә, бөтөнләй бошонҡоһоҙ булырға ярамай. Я. Хамматов. Берәу әллә ҡайҙа алға китә, урталараҡ килгәндәре була, ә ялҡауы-раҡтар, әлбиттә, артта һөйрәлә. Р. Байбулатов. [Батша — ҡыҙына:] Әй, ҡыҙым, ул егет, әлбиттә, һин кул өҫтөнә сығып, сәсең тарағанда куреп ҡалған да һинең артыңдан бында килгәндер. «Заятүләк менән һыуһылыу».
ӘЛБЫУЫН (Р.: недостаточно крепкий, слабоватый; И.: feeblish; weakish; T.: halsiz) с. диал. ҡар. тәнтерәк.
Хәлһеҙ (кешегә ҡарата). □ Недостаточно крепкий, слабоватый (о человеке). Әлбыуын кеше. Әлбыуын һалдат. Әлбыуын йәштәр.
ӘЛБӘ (Р.: альва; И.: sort of children’s food; T.: bebek maması) и.
Ҡыҙҙырылған ондо ҡуйы һөткә, һөт өҫтөнә ҡушып бешерелгән бутҡа. □ Альба (жидкая каша из муки на молоке или на сливках). Әлбә бешереу. Тоҙһоҙ әлбә. • Үҙ илеңдә һалма аша, кеше илендә әлбә аша. Мәҡәл. Яҡшы бисәнең һалмаһы ла әлбә булып куренә. Мәҡәл.
ӘЛБӘЙ (Р: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Үҫәргән ырыуы башҡорттарының ара исеме. □ Название родового подразделения башкир-усерганцев. Әлбәйҙәр килгән. Әлбәй араһы.
ӘЛБӘТ (Р.: хорошо; И.: pretty well; T.: güzel, peki) р. диал. ҡар. һәйбәт.
Бик яҡшы, шәп. □ Хорошо. Йунәлдем, әлбәт булды. Әлбәт ял итеу. Әлбәт итеп әҙерләнеу.
ӘЛБӘТТӘ [ғәр. ÂİJI] мөн. ҡар. әлбиттә
1. Әлбәттә, дөрөҫ! Әлбәттә, килешәм! Әлбәттә, ул хаҡлы!
ӘЛГӘНЙӘК (әлгәнйәге) (Р.: бурундук; И.: ground-squirrel; T.: yanağı keseli sincap) и. 300Л.
Тейендәр ғаиләһенә ингән һоро төҫтәге, арҡа буйында биш ҡара һыҙаты булған ваҡ кимереүсе йәнлек. □ Бурундук (лат. Tamias). ■ [Гаңдыса:] Береһе урҙә, береһе ерҙә уйнай, әлгәнйәге менән ялманы. «Ҡуңыр буға». Армыт-армыт тауҙар иле, уралып ятҡан Уралтау. .. Бында — айыу, буре, төлкө, аҫ, бурһыҡ, һыуһар, әлгәнйәк, кеш, һеләуһен. С. Бәҙретдинов.
ЭЛДЕРГӘН (Р.: хомяк; И.: hamster; Т.: hamster) и. диал. ҡар. ирлән I.
Игенгә һәм баҡса емештәренә зыян килтергән ала төҫтәге, өңдә йәшәй торған кимереүсе йәнлек. □ Хомяк (лат. Cricetinae). Элдергән өңө. Элдергән зыяны. Элдергән кимергән.
287