ӘЛДЕРКИ
ӘЛДЕРКИ (Р.: ба; И.: hullo!; T.: vay!) ымл. һөйл.
Ҡапыл ғәжәпләнгәндә, һоҡланғанда әйтелә; бәй, абау. □ Ба (выражает удивление, восхищение). Кулдәге шәп тә һуң, әлдерки! Бик яҡшы килеп сыҡты, әлдерки! Ҡапыл ғына ни булды, әлдерки!
ӘЛДИЛӘҮ (әлдилә-) ҡ. диал. ҡар. әпәүләү. Баланы әлдиләу. Әлдиләп уҫтереу.
ӘЛДӘ (Р.: хорошо; И.: it’s a good thing that...; T.: iyiki) мөн.
Нимәнелер урынлы, ваҡытлы тип тапҡанда, ҡәнәғәт, риза булғанды белдергәндә ҡулланыла; ярай әле, улай ҙа. □ Хорошо, ладно (модальное слово, выражающее удовлетворение, согласие). Әлдә һин бар! Әлдә тура килдец. Әлдә өлгөрҙөк. ■ Әлдә кем биргәнен әйтмәгәйнем әле. Һорашып, төпсөнә башлаһалар, белмәйем дә, курмәйем дә, — тип уйланы Заһит. Я. Хамматов. Әшрәфте тыңлап, әлдә итек кейеп алғайныҡ. Г. Яҡупова. Йән яҡтырып китә — ошо ерҙә тыуғанһың бит, тиеп, әлдә һин! X. Назар.
ӘЛДӘ ЛӘ (Р.: хорошо, что...; И.: fair enough; T.: iyi ki) мөн.
1. Нимәлер менән риза булғанды белдерә; әлдә. □ Хорошо, что... Әлдә лә ҡаршы сығып алды. в Әлдә лә ваҡыты барҙа ингеләп, кәртә-ҡаралтыларҙы тикшереп, кәрәкһә, нығытып китә [Ямалетдин]. Б. Рафиҡов.
2. диал. Әле лә, һаман. □ И сейчас, и ныне. Әлдә лә хәтерләу. Әлдә лә һуң тугел. Әлдә лә ярҙамлашыу.
ӘЛДӘН-ӘЛЕ р. ҡар. әленән-әле. а [Ҡыҙырас] әлдән-әле тирә-яғына ҡаранды, тынысһыҙланды. 3. Биишева. Әсәһенең әлдән-әле ҡымтып тороуы арҡаһында, Ирназар хирес тойғоларын, укенеу-юҡһыныуҙарын эскә йоторға кунекте, йомоғораҡ тәбиғәтле булып уҫте. Ә. Хәкимов.
ӘЛЕ I [ғәр. jVI ] (Р.: сейчас; И.: now, at the moment; T.: şimdi) р.
1. һүҙ барған мәлде, ошо ваҡытты белдерә; хәҙер. □ Сейчас, теперь, ныне. Әле бара алмау. Әле эшләу. В Ноябрь аҙаҡтары, әле йылға туңмаған, тик һалҡын һыу ҡара ҡурғаш төҫөнә генә кергән. И. Абдуллин. [Малай — Ниғмәтуллаға:] Атайым арыған.
.. Әле йоҡлай. Әсәйем уны уятмаҫҡа ҡушты. Я. Хамматов. [Ҡыҙ:] Атаҡайым, әле әсәйем мунса яғып ҡалды, беҙ һинең янға килә ятабыҙ. Ф. Янышев.
2. Билдәле бер ваҡытта, ошо мәлдә. □ Сейчас, в данный момент. К [Хисмәтулла:] Әсәй, әле ни тураһында уйлайһың? Я. Хамматов. [Сәлмән ағай:] Эй, ҡуй әле, Хәсән ағай, ҡайҙа әле һиңә ҡартайырға?! Әле сәсеңә сал да инмәгән. 3. Биишева. Был юл әле бик оҙаҡ һөҙәк битләуҙән барасаҡ. Д. Шәрәфетдинов.
3. Ошо мәлдән алда ғына, яңы ғына. □ Только что, сейчас только, вот только. Әле иҫкә алыу. В Әле генә булып уткән куңел тетрәуҙәре, бөтөнләй ук онотолмаһа ла, тиҙ арала артҡа сигенә, ҡайһы ваҡыт улар урынын бөтөнләй ваҡ, ғәҙәти ығы-зығы биләп ала. М. Кәрим. Әле кисә йәп-йәш инем, ҡартайҙым ҡапыл ғына. Р. Йәнбәк.
4. Ошоға тиклем, ошо көнгәсә; хәҙергәсә. □ До сих пор, пока, пока ещё, всё ещё. а Ағайҙар әле тауарҙарының әсмухәһен дә һата алмайҙар, ә мин кумәртәләп һаттым, — ти егет. Әкиәттән.
ӘЛЕ II (Р.: то..., то...; И.: now... now; T.: bir... bir...) терк.
Теҙмә ҡушма һөйләм йәки тиң киҫәктәр алдынан килеп, ундағы бер-бер артлы килгән ваҡиға-күренештәрҙе һанап сыҡҡанда ҡулланыла. □ То..., то... В [Сәйҙеямал] Хисмәтулланың арҡаһынан һөйөп әле ҡысҡырып көлдө, әле иланы, куҙ йәштәрен яулығы осон ҡайтарып һөрттө. Я. Хамматов. Сәмреғош уҙе оса, уҙе һаман башын әле уңға бора, әле һулға бора икән. Әкиәттән.
ӘЛЕ III (Р .: частица -ка\ И.: ..., will you?; T.: -sene/-sana) киҫ.
1. Бойороҡ, теләк ҡылымдары йәки өндәү һүҙҙәре менән бергә килеп, уларҙың мәғәнәләренә үтенес, кәңәш биреү, теләк төҫмөрө өҫтәй. □ Частица -ка (в сочетании с глаголами повелительного, желательного наклонения выражает лёгкое повеление, просьбу). Әйҙә әле. Бир әле. Ҡурәйем әле. Ҡуй әле. Ултырайыҡ эле. а [Управляющий — Ниғмәтуллаға:] Бер аҡыллыны, бер ауһар
288