ӘРБӘНДӘҮ
ӘРБӘНДӘҮ (әрбәндә-) к. Һөйл. ҡар. әрбәнләү. Куҙ алдында әрбәндәу.
ӘРБӘНЛӘҮ (әрбәнлә-) (Р.: мелькать; И.: flicker; glimpse; T.: görünüp kaybolmak) ҡ. һөйл.
Ялт-йолт килеп, күҙгә салыныу. □ Мелькать, мельтешить. Куҙ алдында әрбәнләмә!
ӘРБӘҢ-ҺӘРБӘҢ р. диал. ҡар. әрбәк-һәрбәк II, 1. Әрбәң-һәрбәң генә ямғыр куҙе төшә.
ӘРБӘҢ-ҺӘРБӘҢ ИТЕҮ (әрбәң-һәрбәң ит-) ҡ. һөйл. ҡар. әрбәнләү. Кыуаҡлыҡта нимәлер әрбәң-һәрбәң итеп ҡуя. Караңғыла бер нәмә әрбәң-һәрбәң итә.
ӘРГЕНДЕК I (Р.: хилый; И.: weakly; Т.: cılız, halsiz) с.
Көсө, хәле әҙ булғанлыҡтан эшкә ярамаған; кәрһеҙ. □ Хилый, слабый. Әргендек ир. Әргендек мал.
ӘРГЕНДЕК II (әргендеге) (Р.: хилый человек; И.: weakling; T.: halsiz kimse) и.
Ябыҡ ҡына көсһөҙ, хәлһеҙ кеше. □ Хилый человек, слабак. Әргендектән ниндәй эш сыҡһын! ■ Үҙемде ҡулынан бер эш килмәгән әргендеккә иҫәпләнем. Ш. Янбаев.
ӘРГЕНДЕКЛӘНЕҮ (әргендеклән-) (Р.: становиться хилым; И.: become weakly; T.: halsizleşmek) ҡ. һөйл.
Әргендеккә әйләнеү, кәрһеҙ булыу. □ Становиться хилым, слабым. Ашамай әрген-декләнеу. Әргендекләнә башлау. Ауырыуҙан әргендекләнеп китеу.
ӘРГӘ ТЕЙЕҮ (әргә тей-) (Р.: уязвить;
И.: give one a dig; T.: yaralamak, incitmek) ҡ.
Намыҫҡа тейеү. □ Уязвить, задеть какие-л. чувства; задеть чью-л. честь. Әсе һуҙҙәр әргә тейҙе.
ӘРҒӘЗИМБАЙ (Р.: подснежник; И.: snowdrop; T.: kardelen) и. диал. ҡар. умырзая.
Иртә яҙ сәскә ата торған тетмәкәй япраҡлы, эре сәскәле үҫемлек. □ Подснежник (лат. Galanthus). Аҡ ҡына әрғәзимбай. Әрғә-зимбайҙың матурлығы. Кар иреп бөтөр-бөтмәҫтән әрғәзимбай сәскә ата.
ӘРҘӘН и. диал. ҡар. әрлән I. Әрҙән ояһы. Әрҙән игенде ташый.
ӘРҘӘНӘ I (Р.: ствол срубленного, очищенного от сучьев дерева; И.: trunk with no bark; T.: budakları ayıklanmış ağaç) u.
1. Ҡырҡылған, ботаҡтарынан таҙартылған ағас (ғәҙәттә, утын итеп ҡулланыла). □ Ствол срубленного, очищенного от сучьев дерева. Әрҙәнә әҙерләу. Имән әрҙәнә. Әрҙәнә өйөу. М Завод халҡы бесән, әрҙәнә әҙерләу эшенән әйләнеп ҡайтҡансы барып өлгөрөргә кәрәк. Ғ. Хөсәйенов.
2. Ҡырҡып өйөлгән утын. □ Поленница.
■ [Хан] вәзирҙәренә мунсаны тирәләтеп әрҙәнә өйөп ҡуйырға ҡуша. Әкиәттән.
ӘРҘӘНӘ II с. диал. ҡар. эре I, 1. Әрҙәнә картуф. Әрҙәнә сөгөлдөр.
ӘРЕК (эреге) (Р.: подпора; И.: prop, buttress; T.: destek) и. диал. ҡар. таяу II, 1.
Нимәнелер күтәртеп йәки һөйәп ҡуйған нығытма; терәү. □ Подпора, подпорка. Әрек һуғыу. Ҡоймаға әрек ҡуйыу.
ӘРЕКМӘН (Р.: лопух; И.: burdock; Т.: dulavratotu) и. ҡар. дегәнәк 1.
Эре киң япраҡлы, һандал сәскәле, йәбешкәк тубалсаҡлы сәнскеле үҫемлек һәм уның йәбешкәк тумалаҡ орлоғо. □ Лопух (лат. Arctium). Әрекмән тамыры. Әрекмән япрағы. Әрекмән баҫҡан. ■ Тар һуҡмаҡтың ике яғынан әрекмән, ҡаҙаяҡ баҫҡан серек уҫаҡ урманы. Д. Шәрәфетдинов.
ӘРЕ ҠОРТ (Р.: трутень; И.: male bee; T.: asalak) и.
Бал ҡортоноң атаһы; ата ҡорт. □ Трутень.
■ Әре ҡорттар 12—14 тәулектән, инә ҡорттар 7—8 тәулектән өлгөрөп етә. Г. Зәйнуллина. Тәжрибәле умартасылар әре ҡорт урсемен шундуҡ таный: кәрәҙҙә уларҙың ҡапҡасы ҡабарыбыраҡ тора. «Табын», 25 май 2013.
ӘРЕМ (Р.: полынь; И.: sagebrush; Т.: pelin) и. бот.
1. Әсе тәмле, ҡырҡыу еҫле, аҡһыл йәшел тетмәкәй япраҡлы эре ҡый үләне. □ Полынь. / Полынный (лат. Artemisia). Аҡ әрем. Кук әрем. Әрем уләне. Әрем уләнен йыйыу. Әрем төнәтмәһе. Әрем еҫе. Әрем баҫып алыу. ■ Оло инәйем сәйнук морононан миңә ниндәйҙер әсе һыу эсерә. Әрем һыуы булырға тейеш. М. Кәрим. Башаҡтарға дымды мин
310