Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 311


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘРКӘР
бирмәйем, үҫтермәйем хатта әремде. Т. Ҡарамышева. Арыш сәскәндә әрем бик әсе булһа, арыш яҡшы булыр. Һынамыштан. • Тыуған илден, әреме лә баллы була. Әйтем.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, ен-зәхмәтте ҡыуыу көсөнә эйә булған үлән. □ Полынь (мифологизированное растение, обладающее отгонной силой). ■ Ваба ауырыуын имләгәндә әрем һыуы менән ҡойондоралар. «Башҡорт мифологияһы »нан. Әрем — индеецтарҙа еҫе насар рухты ҡыуыусы изге үҫемлек. «Йәшлек», 27 июль 2010.
♦ Әрем тел зәһәр һүҙле, әсе телле кешегә ҡарата әйтелә. □ Злоязычный (о человеке). Әрем телле ҡатын.
ӘРЕМЛЕК (әремлеге) (Р.: полынник; И.: saltbrush growth; T.: pelin otu çok olan yer) u.
Әрем күп булып үҫкән урын. □ Полынник; место, заросшее полынью. Әремлекте бөтөрөргә тырышыу. Әремлеккә ташлау.
ӘРЕПЛӘШЕҮ (әрепләш-) (Р.: пререкаться; И.: wrangle; brabble; T.: çekişmek) ҡ.
Ҡаршы һүҙ әйтеп әрләшеү, ирәгәләшеү. □ Пререкаться, препираться. Әрепләшеп тороу. Әрепләшеп алыу. Уйынлы-ысынлы әрепләшеү. ■ Искәндәр ҡарт бүтәнсә әрепләшмәне. М. Кәрим. Әрепләшеүгә тартым һөйләшеүҙе дауам иткеһе килмәгәнгәлер, һин дәмин һораны [Маһира ҡарсыҡ]. X. Тапаҡов. Әрепләштем әле үҙем менән — холоҡһоҙланам никтер ошо ара. Р. Йәнбәк.
ӘРЕ-ҺӘРЕ (Р.: тусклый; И.: dim; Т.: soluk) с. диал.
Беленер-беленмәҫ, тоноҡ (яҡтылыҡҡа ҡарата). □ Тусклый, еле заметный. ■ Өйгә әре-һәре яҡтылыҡ тула башланы. Т. Ғарипова. Әре-һәре яҡтылыҡта өйҙәр, урам уртаһында йүкә ағастары, суйын рәшәткәләр айырым-асыҡ күренде. Ш. Янбаев.
ӘРЕШКЕ (Р.: зеленая падальная муха; И.: blowfly; T.: yeşil sinek) и. диал. ҡар. рәше I.
Эре йәшел себен. □ Зелёная падальная муха. Әрешке ит еҫенә килә. Әрешке иткә йомортҡа һала. Йортҡа әрешке тулған.
ӘРЕШКЕЛӘҮ (әрешкелә-) (Р.: червиветь (о мясе)', И.: verminate; T.: kurtlanmak) ҡ.
Ҡортлоға әйләнеү, ҡортло булыу. □ Червиветь (о мясе). Ит әрешкеләгән. Әрешкеләй башлау. Әрешкеләп бөтөү.
ӘРЕШКӘ (Р.: вика; И.: vetch; T.: burçak) и. диал. ҡар. кәрешкә.
Теҙмә япраҡлы, сырмалып торған мыйыҡлы, ваҡ ҡына ирен сәскәле ҡуҙаҡлы үлән. □ Вика (лат. Vida). Миләүшә төҫөндәге әрешкә сәскәһе.
ӘРЙӘ (Р.: коробка; И.: box; T.: kutu) и.
1. Нимәлер һалып һаҡлар өсөн таҡтанан, ҡабыҡтан дүрткелләп яһалған ҙур ҡумта; йәшник. □ Коробка; ящик. Таҡта әрйә. Әрйәне тултырыу. Әрйәгә һалыу. Я Старшина Хомичуктыц хужалығында төрлө әрйә төптәре, ҡумта ҡапҡастары етерлек. М. Кәрим.
2. Иген, он һалыу өсөн таҡтанан, ҡабыҡтан яһалған ҙур һауыт; алап, лар. □ Ларь. Бер әрйә иген. Бер әрйә он. Ағас әрйә.
3. Йөк машинаһының йөк тейәй торған йәшниге. □ Кузов (машины). Әрйәгә ырғытыу. Әрйәне бушатыу. Я Ҡайһы берҙә үҙеңде машина әрйәһендә тегеләй-былай ҡаҡлығып йөрөгән кәрәкһеҙ тимер шикелле тойоп ҡуяһың. Р. Солтангәрәев.
4. диал. Эркет һауыты. □ Кадка. Эркетте әрйәгә бушатыу. Ҡоротто әрйәгә ауҙарыу. Әрйәне киптереү.
5. диал. Айырған ҡортто ябып тороу өсөн ҡабыҡтан эшләнгән һауыт; моҙға. □ Роевня. Ҡүс өсөн әрйә яһау. Ҡортто әрйәгә йыйыу. Ботаҡ араһына әрйә ҡуйыу.
6. Ҡабыҡтан йәки талдан үргән ҡорот һауыты; мәрке. □ Короб из луба для сушения курута. Әрйә үреү. Әрйәгә теҙеү. Әрйәлә киптереү.
ӘРКЕ (Р.: посуда для варки дёгтя; И.: vessel for making pitch; T.: katran kaynatma kabı) и.
Дегет ҡайнатыу һауыты. □ Посуда для варки дёгтя. Дегет әркеһе. Әрке әҙерләү. Әркегә ҡойоу.
ӘРКӘР (Р.: олень; И.: deer; T.: geyik) и. диал. ҡар. болан.
Айыры тояҡлы, тармаҡ-тармаҡ мөгөҙлө, көйөшлө эре хайуан. □ Олень (лат. Cercus). Әркәр мөгөҙө. Әркәр ите. Әркәр балаһы. Инә әркәр.
311