ЭРКӘТӘҮ
ЭРКӘТӘҮ I (Р.: специальная верёвка (аркан), применяемая в бортничестве; И.: sort of special rope; T.: arıcılıkta kullanılan halat) u.
Солоҡҡа ваҡ-төйәк күтәреү өсөн ҡуйылған оҙон бау. □ Специальная верёвка (аркан), применяемая в бортничестве. Эркәтәү менән күтәреү.
ЭРКӘТӘҮ II (Р.: посуда для мёда; И.: kind of ware made of lime-tree wood; T.: bal için kap) и. диал.
Йүкә ағасынан яһалған бал һауыты. □ Посуда для мёда, сделанная из липы. Эркәтәүгә бал һалыу.
ӘРЛЕ I (Р.: стеснительный; И.: shy; bashful; T.: arlı) с. һөйл.
Оят, әҙәп һаҡлаусан; тыйнаҡ. □ Стеснительный, застенчивый. ■ [Ғәлимә:] Бушҡа ғына, әрле әрләнеп торғансы, әрһеҙ эшен бөтөргән, тимәйҙәрҙер әле. Т. Ғарипова. • Әрле әрләнгәнсе, әрһеҙ ашап туйған. Мәҡәл.
ӘРЛЕ II (Р.: выходной; И.: festive; Т.: değerli) с. һөйл.
һаҡлап, ҡәҙерләп кейеүгә тәғәйенле; ҡәҙерле. □ Выходной, праздничный (об одежде). Эрле кейем. Юл кейемен әрлегә алмаштырыу. Я Осрашыуға Алдар батыр эстән тимер яу кейемен, тыштан әрле еләнен кейеп, иң шәп аҡ бәкәлле ерән атына атланып барҙы. Ғ. Хөсәйенов.
ӘРЛЕК (Р.: карликовый; И.: midget; Т.: cüce) с. диал. ҡар. кәрлә II.
Бик бәләкәй. □ Карликовый. Әрлек ағас. Әрлек халыҡ. Әрлек буй.
ӘРЛӘ (Р.: отава; И.: afterfeed; T.: çayır biçildikten sonra biten otlar) и. диал. ҡар. ҡурпы.
Сабылған ергә яңынан үҫкән йомшаҡ үлән йәки йәш иген. □ Отава. Йәш әрлә ҡалҡыу. Әрлә күпереп үҫкән. Ямғырҙан һуң әрлә күтәрелгән.
ӘРЛӘН I (Р.: хомяк; И.: hamster; Т.: cırlak siçan) и. диал. ҡар. ирлән I.
Игенгә һәм баҡса емештәренә зыян килтергән ала төҫтәге, өңдә йәшәй торған кимереүсе йәнлек. □ Хомяк (лат. Cricetinae). Әрлән өңө. Әрлән игенгә зыян килтерә.
ӘРЛӘН II (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Бүләкәй-көҙәй ырыуына ҡараған аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир рода булэкэй-кудей. Әрләндәрҙең шәжәрәһе. Көҙәй әрләндәре тоҡомо.
ӘРЛӘНЕҮ I (әрлән-) ҡ. төш. ҡар. әрләү. страд, от әрләү. Я Заһит Хажисолтан бай кеүек ҡомһоҙ кешеләр араһында интегеп, көн дә әрләнеп йәшәүҙән йыртҡыстар менән тулған урманда йәшәүҙе яйлыраҡ күрҙе. Я. Хамматов. • Үҙ йортон яманлаған кеше йортонда әрләнер. Мәҡәл.
ӘРЛӘНЕҮ II (әрлән-) (Р.: скромничать; И.: be overmodest; T.: mütevazi olmak) ҡ. һөйл.
Оят-әҙәп һаҡлау, тыйнаҡ булыу. □ Скромничать, держаться скромно. Кеше алдында әрләнеү. Әрләнеп тороу. Кыҙҙар йыш ҡына әрләнеп тороусан була.
ӘРЛӘҮ (әрлә-) (Р.: ругать; И.: scold, berate for; T.: azarlamak) ҡ.
1. Асыуланып, ауыр һүҙҙәр әйтеү; тиргәү. □ Ругать, бранить. // Ругань, брань. Әрләй башлау. Әрләп ебәреү. Ныҡ әрләү. Я Ике көн буйы улар — Заһит менән Солтанғәле, бер-береһен әрләп, эт менән бесәй һымаҡ талашты. Я. Хамматов, [һыуһылыу:] Ебәрә күр, ер улы, атам әрләр, китәйем, тиҙерәк ҡайтып етәйем. «Заятүләк менән һыуһылыу». [Дейеү] сыҡҡан да теге ҡапландарҙы, арыҫландарҙы, һаҡсыларҙы, йыланды әрләп, пыран-заран туҙҙырып ташлаған. Әкиәттән. • Күп әрләмә — әрһеҙ итерһең, бикләмә — уғыры итерһең. Мәҡәл.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, ен-зәхмәтте ҡыуыр өсөн насар һүҙҙәр әйтеү, һүгеү. □ Ритуальная брань; бранить (один из способов изгнания нечистой силы и болезней). Я Өсйән ҡыҫҡанда әбей кемделер яман итеп әрләй. «Башҡорт мифологияһы»нан.
♦ Эттән алып, эткә һалып әрләү {йәки эт итеп әрләү) ныҡ итеп әрләү. □ Сильно ругать. Я Әгәр малды ошо ағас күләгәләре аҫтында бер ярты сәғәт кенә кәрәгенән артыҡ ваҡыт тотаһың икән, быны управ-
312