Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 313


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘРНЕТЕҮ
ляющий хәҙер куреп ала ла, эттән алып, эткә һалып әрләй. Һ. Дәүләтшина.
ӘРЛӘШЕҮ (әрләш-) ҡ. урт. ҡар. әрләү. взаимн. от әрләү. Әрләшә башлау. Әрләшеп китеу. М Асыуланған әсәнән ҡасҡан балалар йорт эргәһенә яңынан йыйылалар ҙа уҙҙә-ренсә әрләшәләр. Я. Хамматов. • Алдашһаң, абруйың китер, әрләшһәң, ҡәҙерең китер. Мәҡәл.
ӘРМЕ [рус. армия} (Р.: армия; И.: army; T.: ordu) и. ҡар. армия.
Дәүләттең барлыҡ ҡораллы көстәре һәм хәрби берәмек; ғәскәр. □ Армия. Әрмелә булыу. Әрме көсө. В Әрмеләргә китеп барышың, яулыҡ болғай ҡыҙҙар кемуҙарҙан, кем оҡшарҙан һиңә, ярышып. Ф. Күзбәков. Әр-мегә ҡаралырға йыйынған ҡырҡма мыйыҡ егеттәр ҙә, армия тултырып ҡайтҡан .. киң кукрәктәренән көс-дәрт бәреп торған егеттәр ҙә һөйәрбикәнең куңел ҡылдарын сирткеләп ҡарағыланы. Р. Өмөтбаев. Егет кенә саҡта әрмеләрҙә хеҙмәт итеу тигән йола бар. Халыҡ йырынан.
ӘРМӘК (әрмәге) [рус. армяк} (Р.: армяк; И.: peasant’s coat of heavy cloth; T.: evde yapılan kaba kumaş) и.
1. Йөндән һирәк итеп һуғылған ҡалын тауар. □ Армяк (грубое сукно домашнего тканъя). Әрмәк һуғыу. Әрмәк тушәу. Әрмәккә төрөу. ■ Әсәйҙәр киндер уҫтереп, еп иләп, туҡыма һуғып, кейем текте, йөндән кофталар бәйләне, әрмәк, балаҫ һуҡты, кейеҙ баҫтылар, «һаҡмар», 18 сентябрь 2014.
2. Шул тауарҙан тегелгән сәкмән. □ Верхняя одежда из грубого сукна (армяка). Әрмәк тегеу. Иҫке әрмәк. Әрмәк кейеу.
3. диал. Сепрәк балаҫ. □ Тряпичный половик. Әрмәк тушәу. Әрмәкте ҡағыу. Ш Таҡталарға ҡалын итеп бесән тушәлә, өҫ-төнә әрмәк, кейеҙҙәр ябыла. Д. Шәрәфетдинов.
4. диал. Иген тирәһендә ҡуллана торған ҙур дүрткел киндер; турпыша. □ Полог. Әрмәк тегеу. Әрмәк тушәу. Игенде әрмәккә йәйеу.
ӘРМӘН (Р.: армянин; И.: Armenian; Т.: Ermeni) и. этн.
Әрмәнстандың төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе. □ Армянин. / Армянский. Әрмән халҡы. Әрмән ҡатыны. Әрмән теле. М Журналдағы мәғлу-мәттәр буйынса, Ирина әрмән милләтенән йөрөгәс, атаһының кем икәнлеге һәм ҡайҙан уға шундай төҫ-һын килгәнлеге аңлашыла. Р. Байбулатов. [Нуриханов] дипломатын машина эсенән урелеп алып, хужаға тотторҙо: «Кустәнәс, әрмәндәр яратҡан эсемлек». Д. Бүләков.
ӘРМӘНДЕ (Р.: жаба; И.: toad; T.: kurbağa) и. зоол.
Суғырмаҡ тәнле, тәлмәрйенгә оҡшаған ер-һыу йәнлеге. □ Жаба (лат. Bufonidae). Әрмәнде тауышы. Әрмәнделәр ҡоро ергә сыҡҡан. Әрмәнделәр һикерә. М Туңәрәк кулдә әрмәнделәр баҡылдаша, кул ситендәге мөһабәт тирәктә һаҡаулана башлаған кәкук саҡыра. 3. Биишева. Туғайҙағы шишмәне — кулдәй, әрмәнде тауышын — туйҙай, әттек, йыуа, ҡуҙғалаҡты һыйҙай куреп ҡыуанған, ти [Һәубән]. «Аҡбуҙат».
ӘРМӘС (Р.: палас; И.: sort of woolen carpet; T.: kilim) и. диал.
Йөндән һуғылған балаҫ. □ Палас, сотканный из шерсти. Әрмәс һуғыу. Биҙәкле әрмәс. Буй әрмәс.
ӘРНЕНЕҮ (әрнен-) (Р.: огорчаться; И.: grieve; T.: üzülmek) ҡ.
Уйланып, борсолоп әрнеү; әсенеү. □ Огорчаться, горевать, страдать, переживать. // Огорчение, горесть. Әрненеп йөрөу. Үткән ваҡиғаларҙан әрненеу.
ӘРНЕТЕРЛЕК с. ҡар. әрнеткес. Йөрәк әрнетерлек һуҙ.
ӘРНЕТЕҮ (әрнет-) (Р.: жечь; И.: pinch; singe; T.: acımak) ҡ.
1. Янған һымаҡ итеп әсеттереү, ауырттырыу. □ Жечь, щемить; раздирать. // Жжение. Әрнетеп һыҙлау. Дарыу яраны әрнетә. Әрнеткәс, бәйләп ҡуйыу.
2. кусм. Кемделер рәнйетеү, әсендереү. □ Глубоко обижать, уязвлять. Кешене әрнетеу. Йөрәкте әрнетеу. Ныҡ әрнетеу.
3. ‘Йөрәк, йән, күңел’ һүҙҙәре менән рухи ғазапҡа дусар иткәнде белдерә. □ Щемить, бередить, раздирать душу. Йөрәкте әрнет
313