Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 315


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘРСЕШЕҮ
рендә йәнә бер батырлыҡ эшләне. Н. Мусин. Ауыр кәүҙәле, итләс йөҙлө әрпешерәк был егетте Ғәлиәхмәт кенә тугел, ниңәлер, башҡалар ҙа өнәп бөтмәй ине, шикелле. Р. Байымов.
ӘРПЕШ II (Р.: неопрятно; И.: slovenly; T.: düzensiz) р.
1. Үҙен тотоуҙа, эш башҡарыуҙа йыйнаҡһыҙ, таҙа түгел. □ Неопрятно, неряшливо. Әрпеш йөрөу. Әрпеш ҡыланыу. Әрпеш кейенеу. ■ Өй йыйыштырыуға әрпешерәк булһа ла, аш-һыу тәрбиәһенә оҫта Кинйәһолтан. Н. Мусин.
2. Эш рәтен белмәй, булдыҡһыҙ. □ Бездарно, никчёмно. Әрпеш эшләу. ■ [Ғәйшә — Айбикәгә:] Ҡуйсы, ҡуйсы, һиңә әйтһәң дә, әйтмәһәң дә бер. Был тиклем әрпеш булырһың икән. Һ. Дәүләтшина.
ӘРПЕШЛЕК (әрпешлеге) (Р.: неопрятность; И.: untidiness; T.: çapaçulluk) и.
Әрпеш кешегә хас сифат. □ Неопрятность, неряшливость. Әрпешлек өсөн тәнҡитләү. Әрпешлекте бөтөрөү. Әрпешлектән көлөү. М [Майор Фоменко] әрпешлекте йәне һөймәй, ерәнеүҙән ҡоҫорҙай була. М. Кәрим. Йыйыштырылмаған, әрпешлек күҙгә бәрелеп торған бүлмә. Н. Мусин. Төҫ-баш әрпешлеге, тел әрһеҙлеге кеүек үк, .. дөйөм кәйефкә йоғонто яһай. М. Ҡотлоғәлләмов.
ӘРПЕШЛӘНЕҮ (әрпешлән-) (Р.: становиться, быть неопрятным; И.: become untidy; T.: pasaklı olmak) ҡ. һөйл.
Әрпешкә әйләнеү, әрпеш булыу. □ Становиться, быть неопрятным, неряшливым. Әрпешләнеп китеү. Өҫ-баш әрпешләнеү. Ныҡ әрпешләнеү.
ӘРСЕГЕС (Р.: очиститель; И.: peeling device; T.: ayıklayım) и.
Нимәнелер таҙарта торған ҡорал (йәшелсә, емеш өсөн). □ Очиститель (для овощей и фруктов). / Очистительный. Картуф әрсегес. Әрсегес менән таҙартыу. Әрсегескә һалыу.
ӘРСЕЙ (Р.: провожатый; И.: escort; attendant; T.: rehber) и. диал. ҡар. арсый IL
Ҡыҙҙы кейәү йортона оҙата барған кеше. □ Провожатый (сопровождающий невесту в дом жениха после свадьбы). Әрсей оҙатыу.
Әрсейгә бүләк биреү. Ҡыҙ артынан әрсей булып килгән.
ӘРСЕЛЕҮ (әрсел-) ҡ. төш. ҡар. әрсеү. страд, от әрсеү. ■ Алтын нурҙарын йәлләмәй ҡыҙҙырған ҡояш юғары күтәрелгән һайын, тау итәктәре, һырттар, төрлө ҡалҡыу урындар ҡарҙан тиҙерәк әрселде. Я. Хамматов.
ӘРСЕТЕҮ (әрсет-) ҡ. йөкм. ҡар. әрсеү. понуд. от әрсеү. Әрсетеп алыу. Картуф әрсетеү. Ҡабығын әрсешеү.
ӘРСЕҮ (әрсе-) (Р.: чистить; И.: peel; Т.: soymak) ҡ.
1. Нимәнеңдер ҡабығын юнып, һыҙырып алыу. □ Чистить, очищать, почистить, обдирать (от кожуры, от оболочки и т. п.). Алма әрсеү. Бәрәңге әрсеү. Ағас әрсеү. Йоҡа итеп әрсеү. ■ Кәртүк әрсеп, кәртүк ашай белмәгән көйөнә Заһит меҫкен дә хәбәр һөйләргә ынтыла. Я. Хамматов. Ишмырҙа ҡайындан салғы һаплығы алып ҡайтып, әрсеп, күләгәгә киптерергә ҡуйғайны, шуны өй башынан төшөрҙө. Н. Мусин.
2. Ҡаплап, ябып торған, ҡамасаулаған нәмәнән таҙартыу. □ Расчищать от чего-л.// Расчистка. Ҡарҙан әрсеү. Боҙҙан әрсеү. S Һыу төшмәһен өсөн мөгәрәп тирәһен ҡарҙан әрсене [Илдар]. Р. Байбулатов.
3. Сүп, бысраҡтан һ. б. таҙартыу, арындырыу. □ Чистить от чего-л. // Очистка. М Аҡманайҙа ат йөҙҙөрөү — үҙе бер тамаша ул. Унда барғансы һәр малай үҙ атын ҡырғыслап таҙарта, ялдарын тегәнәктәрҙән әрсей, хатта, ҡыҙҙар сәсе һымаҡ, толом-толом итеп үреп тә ҡуя. М. Кәрим.
4. күсм. Илде, тыуған ерҙе һ. б. кемдәндер азат итеү. □ Освобождать, избавлять от кого. Илде дошмандарҙан әрсеү. ■ Диңгеҙҙе дейеүҙән әрсеп, ерҙә торлаҡ табыштым, кешеләрҙе яуыздан ҡотҡарырға тырыштым. «Урал батыр».
5. күсм. һөйл. Алып китеү, урлау. □ Обчищать, обворовывать, обкрадывать. Мөлкәтте әрсеп китеү. Донъяны әрсеп китеү. Сумканы әрсеү.
ӘРСЕШЕҮ (әрсеш-) ҡ. урт. ҡар. әрсеү 1—5. взаимн. от әрсеү 1—5. Кыяр әрсешеү. Ағас ҡабығын әрсешеү. Урман әрсешеү.
315