Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 316


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘРСӘЛӘНЕҮ
Зарарлы элементтарҙан әрсешеү. Донъя әрсешеү. К Өләсәһе уны [Юлдашты] мал-тыуарҙы бикләргә, утын сарпаҡлап бирергә, самауыр ҡайнатышырға, картуф әрсешергә, тағы шундай әллә ни хәтле ваҡ-төйәк эштәргә ҡушты. 3. Биишева. Бибинур ашнаҡсыларға, ғәҙәттә, бәрәңге әрсешергә керә. Д. Бүләков. Пенсионер көйө тыртанлап йөрөгән атай ҡартласҡа форсат тейгәндә селек бәйләшкән, һалабаш һыҙырышҡан, тал ҡайыры әрсешкән саҡтар ҙа булды. С. Шәрипов.
ӘРСӘЛӘНЕҮ (әрсәлән-) ҡ. төш. ҡар. әрсәләү, страд, от әрсәләү. Бүреләрҙән әрсәләнгән ҡолон. ■ Бығауланған һинең һөйгән ҡошоң әрсәләнгән яуыз да ыуҙарҙан. Халыҡ йырынан.
ӘРСӘЛӘТЕҮ (әрсәләт-) ҡ. йөкм. ҡар. әрсәләү, понуд. от әрсәләү. Тасма-таш һуғышҡан йәш-елкенсәк араһынан үҙенең улын әрсәләтергә әсә кеше бер егеткә ялынды.
ӘРСӘЛӘҮ (әрсәлә-) (Р.: заступаться за кого, что', И.: intercede; T.: korumak) ҡ.
1. Кемделер, нимәнелер хәүефтән аралау, ауыр хәлдә ҡалғанда яҡлау. □ Заступаться за кого, что', выгораживать кого. Үлемдән әрсәләү. Ғәйбәт һүҙҙәрҙән әрсәләү. Бәләләрҙән әрсәләү. ■ Әсә кеше был һүҙҙәре менән балаһын юҡ-бар хәлдән әрсәләргә теләй ине булһа кәрәк. Ғ. Аллаяров. Ырыуҙы күп бәләләрҙән әрсәләгән ошо ҡатын сараһыҙлыҡтан бөгөн шартлар хәлдә икән. Т. Ғарипова.
2. Һуғышҡан кешеләрҙе аралау, айырыу. □ Разнимать, разъединять. Әрсәләп алыу. Һуғышҡан малайҙарҙы әрсәләү. ■ Ҡыҙының үкереп илауына Миңлекәй йүгереп сыҡты ла, балаһын әрсәләп алып, иренә екерҙе: «Ул ни эшләүең тағы?!» Һ. Дәүләтшина. Уларҙы [Сәмиғулла менән Әхмәдиҙе] әрсәләп алырға өс-дүрт кеше барып ҡыҫылды. Ж. Кейекбаев.
ӘРСӘЛӘҮСЕ (Р.: заступник; И.: defender, protector; T.: savunucu) и. һөйл.
Кемделер, нимәнелер хәүефтән аралаусы, ауыр хәлдә ҡалғанда яҡлаусы. □ Заступник, защитник. Хәүеф-хәтәрҙән әрсәләүсе кешең булһа, шул шатлыҡ инде ул. ■ Бүреләрҙән әрсәләүселәр — бәхет эҙләп килгән килме
шәктәр, зимагорҙарҙыр, ахыры, — тип уйланы [Ниғмәтулла]. Я. Хамматов.
ӘРСӘЛӘШЕҮ (әрсәләш-) ҡ. урт. ҡар. әрсәләү, взаимн. от әрсәләү. Иптәште әрсәләшеү. Малайҙарҙы әрсәләшергә ике-өс егет ярҙамға килде. К Ике кеше ғүмерен үлем тырнағынан әрсәләштем бит, шул йыуаныс бирә күңелемә. Ш. Янбаев.
ӘРСӘНКЕ (Р.: слабый; И.: weak, sick; T.: güçsüz, zayıf) с. диал.
Көсһөҙ, сирле. □ Слабый, больной. Әрсәнке бала. Әрсәнке бабай. ■ Ҡайһы бер күлдең һөлөгө әллә ни эшләп әрсәнке була, тиҙ үлә. Һ. Дәүләтшина.
ӘРТИЛ [рус. артель] (Р.: артель; И.: team, gang; T.: üretim kooperatifi) и. һөйл.
1. Уртаҡ эш һәм уртаҡ файҙа нигеҙендә ойошҡан күмәк хужалыҡ. □ Артель. Ауыл хужалығы әртиле. Әртил хужалығы. Әртил-гә инеү. ■ Әртилгә барабан ҡайтҡан икән. Р. Ғабдрахманов. Атайым әйтә ине, быйма баҫыусылар, балаҫ һуғыусылар, тегенселәр әртиле ойошто, тип. Г. Яҡупова. • Әртилдең өйрәһе ҡуйы була. Әйтем.
2. диал. Төркөм. □ Стая. Турғайҙар әртиле.
ӘРТИЛЛӘШЕҮ (әртилләш-) (Р.: объединиться в артель; И.: make a team; T.: üretim kooperatifine birleşmek) ҡ. һөйл.
Артелгә ойошоу; берләшеү. □ Объединиться в артель. Таҡта ярыу заводында әртилләшеү эше тамамланды.
ӘРТИЛЛӘШТЕРЕҮ (әртилләштер-) ҡ. һөйл. йөкм. ҡар. әртилләшеү. понуд. от әртилләшеү. ■ Шунан күмәк хужалыҡҡа ойошоу, әртилләштереү ығы-зығыһы башланды. Г. Яҡупова.
ӘРТИЛСЕ (Р.: артельщик; И.: team member; T.: üretim kooperatifi üyesi) и. һөйл.
Артель ағзаһы. □ Артельщик. Әртилселәр тәүге йыйылыштан күпте көткәйнеләр, әммә ышаныстары бушҡа булған икән. ■ Йәмәғәт, •— т ип башланы, үҙен бик олпат тотоп [ҡарттарҙың береһе], — аҡһаҡалдар ҡоро исеменән еткерер кәңәшебеҙ бар ине һеҙгә, әртилселәргә. Г. Яҡупова.
ӘРТИС [рус. артист] (Р.: артист; И.: actor; artist; T.: artist) и. һөйл. ҡар. артист.
316