ӘРҺЕҘ
1. Сәнғәт әҫәрен тамашасылар алдында башҡарыусы. □ Артист. Атҡаҙанған әртис. Танылған әртис. Эстрада әртисе. ■ Берәу-ҙәр — һоҡланып, икенселәр, эҫтәренән янып, Нур хаҡында һөйләнеләр'. «Нур, Өфөгәме, Ҡаҙанғамы китәм дә әртис булам, тип әйтә, ти». И. Абдуллин. Былтыр Өфөнән әртистәр килеп, театр ҡороп киткәйнеләр. М. Тажи.
2. кусм. һөйл. Яһалма ҡыланышлы кеше; ҡылансыҡ. □ Артист, притворщик. Был тиклем дә әртис булыр икән. ■ Ә миңә мылтыҡ-бысаҡлы ете ят әҙәмдәр алдында әртис һымаҡ ҡыланырға кәрәк буласаҡ. Р. Вәлиев. Уның йөҙө шулай ҡапыл уҙгәреугә Тәкбиров ҡына тугел, эштең елеген аңлаған Йәноҙаҡов та аптырап китте: «Үәт әртис», — тип уйланы. Н. Мусин.
ӘРУАХ [ғәр. JJİ ‘рух’] (Р.: дух; И.: spirit, soul; T.: ervah) и. дини.
1. Үлем килгәндә тәндән сығып оса торған, тәбиғәттән өҫтөн үлемһеҙ йән; рух. □ Дух, душа умершего. ■ Шулай итеп, ир-азаматтары, әруахтарҙы ололап, алда торған йыйынды имен-аман уткәреугә уларҙың да ризалығын алып ҡайтты. И. Ноғманов. Рухыбыҙ һайыҡһа, әруахыбыҙ рәнйеһә, нисек инабатлы әҙәми зат булып ҡалмаҡ кәрәк? Ғ. Хөсәйенов. Ҡайтып, һис юғы, ҡәберҙәрен зыярат ҡылһа, әруахтарҙың да йәне тынысланыр, уҙе лә сауаплы булыр ине лә бит, ҡайҙа инде ундай мөмкинлек. Ә. Хәкимов. [Хужа:] Хәҙрәт, әруахтар рухына берәр аят рәхим итегеҙ. М. Ғафури.
2. кусм. Үлгән кеше. □ Покойник, мертвец. Әруахты ерләу. Әруахты оҙатыу. ■ Ҡәбер тигән мөхкәм һарай, ишеге юҡ, кереп булмай, эсендәге әруахтарҙың хәлдәрен белеп булмай. Бәйеттән.
ӘРҮК (әрүге) (Р.: урюк; И.: dried apricots; T.: kayısı) и. диал. ҡар. өрөк.
Гөлсәсәктәр ғаиләһенә ҡараған, һары, итләс емеш бирә торған алһыу сәскәле, муйыл япраҡлы йылы яҡ ағасы һәм шул ағастың емеше. □ Урюк; абрикос (лат. Рги-nus armeniaca). Әрук бешкәс, ауыҙҙа эреп тора ул.
ӘРҮӘҪ (Р.: жалкий; И.: pitiful, wretched; T.: zavallı) с. диал.
Меҫкен, бахыр. □ Жалкий, бедный. • Am арығы тулаҡ була, ир ярлыһы әруәҫ була. Әйтем.
ӘРҺЕҘ I (Р.: невзыскательный; И.: undemanding, unpretentious; T.: arsız) с.
1. Төрлө эшкә, йәшәү шарттарына талымһыҙ булған; сыныҡҡан. □ Невзыскательный, неприхотливый, непритязательный. Әрһеҙ кеше. ■ Башҡорт аты — элекке башҡорт аҫраған бәләкәйерәк кәуҙәле, талымһыҙ, әрһеҙ, ныҡ, көслө, бейәһе бик һөтлө йылҡы тоҡомо. Д. Исламов. Шәмсетдин уҙе, элегерәк ауылдан бер ҙә сығып йөрөмәгәнгәме, бындағы халыҡтың әрһеҙ ҡыйыулығына башта тиҙ генә эйәләшеп китә алмай йонсоно, купте кургән телдәр һалдаттар араһында юғалып та ҡалғыланы. Р. Байымов. Дәртле лә, әрһеҙ ҙә, алсаҡ та, тура һуҙле лә бит ул студент халҡы! В. Исхаҡов.
2. Ашауға талымһыҙ булған. □ Неприхотливый (в еде). Ашауға әрһеҙ кеше. Әрһеҙ мал. ■ Был әрһеҙ турғай ғаиләһе талымһыҙ булып сыҡты. Т. Ғәниева. Һаламға ғына ҡалдыңмы, ҡырылыуын көт тә тор, әрһеҙ мал булһа, тағы бер хәл, йунһеҙ мал ул [һарыҡ]. Р. Низамов. Әрһеҙ бала ҙур шешәнең имеҙлеген супылдатып һура. Ғ. Хисамов.
3. Төрлө шарттарҙа үҫә, үрсей алған, ныҡ таралған (уҫемлеккә ҡарата). □ Неприхотливый (о растении). Әрһеҙ гөл. Әрһеҙ суп уләне. М Ҡаланың әрһеҙ бәпкә уләне баҫҡан һил, аулаҡ урамы буйлап ике дуҫ — Салих Таһиров менән Вася Баранов килә ятыр. X. Мохтар. Тирә-яҡлап ҡайын, имән, ерек ағастары, ярҙарына тушәлеп әрһеҙ тал уҫкән. Р. Низамов.
4. Оялып, тартынып тороуҙы белмәгән. □ Беззастенчивый, бесцеремонный, беспардонный. Әрһеҙ ҡунаҡ. ■ Әрһеҙ шул дуҫы, һәр саҡ уҙ яғын ҡайыра. Н. Алсынбаев. Әрһеҙ ҡунаҡтың ҡәҙере китә башлай. Ә. Бикчәнтәев. Әрһеҙ халыҡ икән был шағир тигәндәре! Д. Исламов. Ҡыш көнө ҡунаҡ-төшөм осоронда саҡырылмай ғына өйҙән өйгә йөрөп, аяҡтары боҙланып ҡатҡан әрһеҙ бәндәне
317