Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 318


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘРҺЕҘ
«туң аяҡ» тип атайҙар. М. Кәрим. • Әрле әрләнгәнсе, әрһеҙ ашап туйған. Мәҡәл. Әрһеҙ ҡунаҡҡа һый әрәм. Әйтем.
5. Һаҡлап, ҡәҙерләп тотолмай торған; ҡәҙерһеҙ. □ Будничный, обыденный, повседневный. Әрһеҙ күлдәк. Әрһеҙ кейем.
■ Урманға әрһеҙерәк, еңелерәк, йылыраҡ кейенергә кәрәк. С. Шәрипов.
♦ Эт әрһеҙе {йәки әрһеҙ эт) бик ныҡ әрһеҙ, сыҙамлы кешегә әйтелә. □ Пройдоха, проныра. Эт әрһеҙе булып сыҡты был малай. ■ Әрһеҙ эт кеүек, ҡыуғанды ла белмәйенсә, артымдан эйәреп тик йөрөй бит мөрәүәтһеҙ. И. Ғиззәтуллин.
ӘРҺЕҘ II (Р.: бесцеремонно; И.: unceremoniously; T.: arsız) р.
1. Оялып, тартынып тормайынса. □ Бесцеремонно, беззастенчиво, беспардонно. Әрһеҙ ҡыланыу. ■ Теге хәстрүштең уның менән шундай әрһеҙ һөйләшеүенең сәбәбе асыҡланды. Д. Бүләков. Ғәйшә-Фатима әбей эскәмйәгә ултырған да ҡала күгәрсендәренә, турғайҙарға икмәк валсыҡтары ташлай, әрһеҙ ҡыланғандарын әрләп тә алғылай. Т. Сәғитов.
2. Көн һайын, һәр ваҡыт; ҡәҙерһеҙгә. □ Ежедневно, постоянно, всегда. Әрһеҙгә кейеү. Әрһеҙгә тотоноу. Әрһеҙ кейеп, ҡәҙерен ебәрмә күлдәгеңдең. ■ Юлға әрһеҙ кейенеп ултырҙым. Ш. Янбаев.
3. диал. Мул, иркен. □ Обильно, в изобилии, богато. Әрһеҙ йәшәү. Әрһеҙ тотоноу.
■ Сәлимә үҙ яйына әрһеҙ йәшәне. Я. Хамматов. Үҙе килеп торғас ней, һыуҙы әрһеҙ тотонаһығыҙҙыр инде. Экспедиция материалдарынан.
ӘРҺЕҘЛЕК (әрһеҙлеге) (Р.: невзыскательность; И.: unpretentiousness; T.: arsızlık) и.
1. Әрһеҙ кешегә хас сифат (төрлө эшкә, йәшәү шарттарына талымһыҙ булыу). □ Невзыскательность, непритязательность, неприхотливость. Әрһеҙлек күрһәтеү. ■ Зәки Вәлиди .. йәнә үҙенә генә хас әрһеҙлек менән Төркөстан эштәренә сумды. Р. Байымов. Быға тиклем үҙен һиҙҙермәгән ят тойғо үҙенең көтөлмәгәнлеге һәм әрһеҙлеге менән ғәрләндерә лә, оялта ла ине. Д. Исламов.
2. Оялып, тартынып тороуҙы белмәү сифаты. □ Беззастенчивость, бесцеремонность, беспардонность, һөмһөҙлөгө, әрһеҙлеге көслө был әҙәмдең. Әҙәпһеҙлек йәки әрһеҙлек менән күңелде биҙҙереү. ■ Был тиклем әрһеҙлекте күреп өйрәнмәгән ауыл халҡы умарта кеүек гөжләй, күмәкләп һороға ауға сыҡмаҡсы. Т. Ғарипова. Хәкимов газета хәбәрсеһенә хас әрһеҙлеккә, ныҡышмалылыҡҡа ярайһы уҡ өйрәнеп алғайны. Н. Мусин. [Рәүеф Рәүфәне] ныҡышлығы, әрһеҙлеге, түҙемлеге менән еңгәндер. Ә. Әминев. •Әрһеҙлек — үҙең өсөн, баҫалҡылыҡ — кеше өсөн. Мәҡәл.
ӘРҺЕҘЛӘНЕҮ (әрһеҙлән-) (Р.: быть беззастенчивым; И.: behave shamelessly; T.: arsızlaşmak) ҡ.
1. Әрһеҙгә әйләнеү, әрһеҙ булыу. □ Быть беззастенчивым, бесцеремонным, беспардонным; стать излишне любопытным, проявлять беззастенчивость, бесцеремонность, беспардонность. К Ысынлап та, Гөлкәй, апаһына эйәреп йөрөй-йөрөй, әрһеҙләнеп, нығынып бөткән. 3. Биишева. Иртән дәрескә тиклем, әрһеҙләнеп, Фәһимдәрҙең ятағына йәнә йүгереп килеп етте Гөлсирә. И. Ғиззәтуллин. Юғары уҙып кейеҙ ситенә ултырыр ине, Ныязғол: «Әйҙә, ултыр», — тимәгәс, ҡалайтып әрһеҙләнеп барып ултыраһың. Һ. Дәүләтшина.
2. Әрһеҙгә әйләнеү, ҡәҙерһеҙләнеү (әй-бергә ҡарата). □ Заноситься, затаскаться (о вещи). ■ Төҫө уңып, әрһеҙләнгән оҙон күлдәк кейгән, ҡара сәстәре майланып торған йомро кәүҙәле ҡатын, йәһәт кенә яр аҫтына төшөп, күҙҙән юғалды. Р. Вәлиев.
ӘРҺЕҘЛӘҮ (әрһеҙлә-) (Р.: заносить что; И.: spoil clothes by overwear; T.: yıpratmak) ҡ.
Һаҡламай, ҡәҙерләмәй әрһеҙ тотоноу, ҡәҙерһеҙләү, ҡәҙерен ебәреү. □ Заносить, затаскать что. Кейемде әрһеҙләү. Әрһеҙләп кейеү.
ӘРҺЕҘЛӘШЕҮ (әрһеҙләш-) (Р.: проявлять беззастенчивость; И.: become impudent; T.: arsızlanmak) ҡ.
Оялып, тартынып тормай, әрһеҙлек күрһәтеү. □ Проявлять беззастенчивость, бесцеремонность, беспардонность. Әрһеҙләшеп
318