ӘРӘМГӘ
түргә үтеү. ■ Йәмилә уны беләгенә орон-дормаҫҡа тырышып ҡараһа ла, Солтан һаман әрһеҙләшеп тотоноп маташты. 3. Ураҡсин. Мин баш тартһам да, еҙнәм әрһеҙләшеп түңәрәк эсенә инеп ултырҙы. Р. Кинйәбаев.
ӘРҺӘЛӘНЕҮ (әрһәлән-) (Р.: очень торопиться; И.: hurry, make haste; T.: acele etmek) ҡ. диал.
1. Ашығыу, ҡабаланыу, ҡарһаланыу. □ Очень торопиться. Әрһәләнеп йөрөү. Әрһә-ләнеп ашау. Әрһәләнеп һикереп тороу.
2. Үрһәләнеү, үртәләнеү. □ Горячиться, кипятиться. Тыныслан, юҡҡа әрһәләнмә.
3. Бер урында ултырып сыҙамау; алаҡан-лау. □ Вертеться, не сидеть спокойно. Бала әрһәләнә.
4. Тирә-яҡҡа алан-йолан ҡараныу. □ Озираться, оглядываться по сторонам. Әрһәләнеп тороу.
ӘРЫҘ [ғәр. (j-bjl ‘ер’] (Р.: суша; И.: dry land; earth; T.: arz) и. иҫк. кит.
Ҡоро ер. □ Суша. Әрыҙға сығыу. Әрыҙ күренә.
ӘРӘБӘҒӘТҺЕҘ (Р.: неприятный;
И.: unpleasant; T.: çirkin) с. һөйл.
һөйкөмһөҙ, йәмһеҙ. □ Неприятный, отталкивающий. Әрәбәғәтһеҙ кеше.
ӘРӘҒӘЙЛЕ (Р.: внимательный; И.: attentive, observant; T.: dikkatli) с. диал.
1. Иғтибарлы, ихтирамлы. □ Внимательный, уважительный. Кейәүең әрәғәйле булһа, тәңкә алып биреп китә.
2. Тәртипле, тәрбиәле. □ Воспитанный. Әрәғәйле бала.
ӘРӘМ I [ғәр. ‘файҙаһыҙ’] (Р.: напрасный; И.: to no awail, ineffective; T.: nafile, boş) c.
Файҙаһыҙға, бушҡа киткән, исраф ителгән, бушҡа сыҡҡан. □ Напрасный, бесполезный. Әрәм аҡса. Әрәм көс.
ӘРӘМ II [ғәр. ‘файҙаһыҙ’] (Р.: напрасно; И.: vainly, in vain; T.: boşuna)/?.
1. Файҙаһыҙға, бушҡа, маҡсатһыҙ. □ Напрасно, зря, попусту. Ваҡытты әрәм үткәреү. Ерҙе әрәм ятҡырыу. Әрәм үткән ғүмер. ■ Көндәр бушҡа, әрәм үтә кеүек тойолдо. Д. Исламов. Бала саҡтан уҡ бер генә минутын да әрәм итмәүсе, бушҡа
үткәрмәүсе Нур әле лә оҙаҡ сыҙап ултыра алманы. И. Абдуллин.
2. Кемгәлер йәки нимәгәлер артыҡ, лайыҡ түгел. □ Жаль, жалко. Ваҡыт әрәм. Кейем әрәм. • Булмаҫтайға һүҙ әрәм. Әйтем.
ӘРӘМ БУЛЫУ (әрәм бул-) (Р.: пропасть даром; И.: come to pieces; T.: boşa çıkmak) ҡ.
1. Файҙаһыҙға, бушҡа китеү; юҡҡа сығыу; юғалыу. □ Пропасть даром, зря, попусту. М Унда урман ҡоро бушҡа сереп әрәм була, ә беҙ ауыл эргәһендәге етлегер-етлекмәҫ ағасты утынға ҡырҡып әрәм итәбеҙ. Н. Мусин. Әгәр был яҙ иген сәсә алмаһаҡ, беҙҙең бөтә ерҙәребеҙ әрәм булып ҡалалар. Д. Юлтый. • Яҡшы аш әрәм булғансы, яман ҡорһаҡ ярылһын. Мәҡәл.
2. Бәхетһеҙлеккә, күңелһеҙ хәлгә дусар булыу; юҡҡа сығыу. □ Попасть в беду; кончиться, быть уничтоженным. М Шулай итеп, ерле юҡтан ғына ике кеше әрәм булған да ҡуйған. Б. Бикбай. [Әхмәҙулла мулла — Азаматҡа:] Әрәм булма, балам, әйт шул дәһриҙең ҡайҙа икәнен, балаҡайым. Р. Ғабдрахманов. Элек аталарының өйө янып әрәм була. С. Шәрипов.
3. Ваҡытһыҙ үлеү. □ Безвременная кончина. В Эйе, һуғыш ваҡытында һаҙлыҡ аша һалынған юл өҫтөндә күптәр әрәм булды. Ә. Байрамов. [Ғәйшә әбей:] Әрәм генә булдың бит, балаҡайым. 3. Биишева. [Гөлйөҙөм:] Ҡуй инде, еңгә, әрәм була бит әҙәм баштары. Һ. Дәүләтшина. Яңы ғына типһә тимер өҙөрлөк егет әрәм булды. М. Ғафури.
ӘРӘМГӘ (Р.: попусту; И.: in vain; T.: boşuna) р.
Файҙаһыҙға, бушҡа; заяға. □ Попусту, понапрасну, даром. Әрәмгә китеү. Әрәмгә сығыу. М [Ҡорбандың атаһы:] Әйҙә, тиҙерәк китәйек, юҡ нәмәне көтөп, бер алым урыр-лыҡ ваҡытты әрәмгә үткәрҙек. С. Ҡудаш. Донъя көтөүгә теше-тырнағы менән йәбешеп ятҡан, бер тинен әрәмгә түкмәгән, үтә һыҡмыр, йән һуйғыс бер кеше булмаһа, ул [Гәрәй] күптән ата малын ослап, ҡаҡ һикегә ҡалған булыр ине. Б. Бикбай.
319