ӘРӘМГӘ ЕБӘРЕҮ
ӘРӘМГӘ ЕБӘРЕҮ (әрәмгә ебәр-) ҡ. ҡар. әрәм итеү. ■ Баймораттың пуляны әрәмгә ебәргәне юҡ тиерлек. Н. Мусин.
ӘРӘМ ИТЕҮ (әрәм ит-) (Р.: растрачивать; И.: squander; T.: boş yere sarfetmek) ҡ.
1. Файҙаһыҙға ебәреү, бушҡа сығарыу; юғалтыу. □ Растрачивать, тратить бесполезно. Аҡса әрәм итеу. Ваҡыт әрәм итеу. ■ Ниңә дарыуҙы әрәм итергә, кәрәкмәй икән, алма ла ҡуй. Р. Байбулатов. Ни өсөн беҙ тәбиғәт куркен шулай әрәм итәбеҙ? Р. Низамов. Бутәне бутән, бынау Кинйәғол ағайҙың ҡарабойҙайын әрәм иткәндәр икән тәләфләп. Ж. Кейекбаев. Бик куп ҡағыҙ әрәм ителде был хатты яҙыу өсөн. Ғ. Аллаяров.
2. Бәхетһеҙлеккә, күңелһеҙ хәлгә дусар итеү; юҡҡа сығарыу. □ Подвергать несчастью, ввергнуть в отчаяние. ■ [Полк командиры Мортазин] язаһын да бирҙе, егеттәрҙе лә харап итмәне, һәр башҡорттоң башы иҫәпле, ҡәҙерле заманда ниңә әрәм итергә ти йәп-йәш егеттәрҙе. Р. Солтангәрәев.
3. Ваҡытһыҙ үлемгә еткереү, һәләк итеү. □ Обречь на гибель. Я [Хуриә:] Шул изге куңелле кешене лә әрәм итһендәр әле! Т. Сәғитов.
ӘРӘМ КИТЕҮ (әрәм кит-) ҡ. ҡар. әрәм булыу. Акся әрәмгә китте. Ғумере әрәмгә китте. ■ Һыу куп, барыбер кубеһе әрәмгә китә, электр станцияһы ҡороп ебәрергә мөмкин. А. Карнай.
ӘРӘМТАМАҠ (әрәмтамағы) (Р.: тунеядец; И.: drone; parasite; T.: asalak) и.
Эшләмәй буш ашап ятҡан кешегә ҡарата әйтелә. □ Тунеядец, дармоед. М [Ҡатыным — балдыҙыма:] Эшкә инер инең, әрәмтамаҡ булып өйҙә ятаһың, иҙән дә йыумайһың, куңелеңдә гел этлек. М. Ғиләжев. [Ғәләу — Айҙарға:] Йунле бала булһаң, атаңды директорға саҡырттырмаҫ инең. Әрәмтамаҡ һин! М. Тажи. Ә инде теләктәре, ихтыярҙары булмаһа, — Василий Петрович вайымһыҙ ғына ҡул һелтәне, — йәмғиәткә лә ул әрәмтамаҡтарҙың кәрәк-тәре юҡ. Р. Вәлиев. • Эшле — эш өҫтөндә, әрәмтамаҡ — әҙәм өҫтөндә. Мәҡәл.
ӘРӘМТАМАҠЛЫҠ (әрәмтамаҡлығы) (Р.: тунеядство; И.: welfarism; T.: asalaklık, tufeylilik) и.
Эшләмәй буш ашап ятыу. □ Тунеядство, дармоедство. Элек әрәмтамаҡлым ныҡ ғәйепләнә ине. В Революция дауылы, әрәмтамаҡтар менән бергә, әрәмтамаҡлыҡтың да көлөн куккә осорҙо. Ф. Әсәнов.
ӘРӘМ-ШӘРӘМ БУЛЫУ (әрәм-шәрәм бул-) ҡ. ҡар. әрәм булыу 1. Быяла әрәм-шәрәм булып бөттө. Аҡса әрәм-шәрәм булды.
ӘРӘМ-ШӘРӘМ ИТЕҮ (әрәм-шәрәм ит-) ҡ. ҡар. әрәм итеү 1. Аҡсаны әрәм-шәрәм итеу. Ваҡытты әрәм-шәрәм итеу. Хужаһыҙлыҡҡа һәм әрәм-шәрәм итеуҙәргә ҡаршы көрәш алып барыу. ■ Үҙ ваҡытында, бер бөртөгөн дә әрәм-шәрәм итмәй йыйып алырға тейешбеҙ. Ә. Вәли. Икенселәр: «Ундай алыҫ юлға сығып, аҡса әрәм-шәрәм иткәнсе, мин тағы бер һыйыр һатып алам, исмаһам!» — тип көлә ине. Ә. Бикчәнтәев. Юҡтың нимәһен әрәм-шәрәм итәһең дә, юҡты бар итеугә өйрәтеуҙән ни файҙа?! Д. Исламов.
ӘРӘМӘ (Р.: урёма; И.: urema; T.: su kenarında bulunan ağaçlar) и.
1. Туғайҙа, дымлы, уйпат ерҙә үҫкән ваҡ ҡыуаҡлыҡ. □ Урёма. / Урёмный. Әрәмә ҡамышы. ■ Ауылды уҙғас, йылға, .. әрәмә араларында айырсалар яһап, ҡолаҡтарға буленеп китә. Ж. Кейекбаев. Эргәләге муйыл әрәмәһендә һуҙып-һуҙып һандуғас һайрай. Р. Вәлиев. Оҙонкулдә тәлмәрйендәр гөрләй, әрәмәлә тартайҙар тартылдай, ҡырас буйында шишмә сылтырай, куктә йондоҙҙар куҙ ҡыҫыша. Р. Ғабдрахманов. Әрәмәләге ҡоштар һайрап, кәкуктәр саҡырып, йәштәрҙең дәртен кутәрҙе. И. Ғиззәтуллин.
2. диал. Йылға буйындағы ереклек. □ Ольховник. ■ Юл ситендәге ерек әрәмәһе араһынан текә ярлы инеш аға, инеш аръяғында ҡыңғырау сыңлай. Р. Вәлиев. Йылға аръяғындағы әрәмә эсендә тартайҙар тартылдай. Т. Йәнәби. Боҙ ҡоршаған йылға ярындағы ерек әрәмәһенә ҡоролған аҡ сатырым янына еткәс кенә шәйләнде. Р. Вәлиев.
320