Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 321


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘРӘҮӘҺӘ ИТЕҮ
ӘРӘМӘ ҠАМЫШЫ (Р.: канареечник тростниковидный; И.: reed canary grass; T.: yem kanyaşı) и. бот.
Һепертке башлы, ҡамыш кеүек, әрәмәлә үҫкән күп йыллыҡ үлән. □ Канареечник тростниковидный; двукисточник, шёлковая трава (лат. Phalaris arundinacea). Әрәмә ҡамышы яҡтылыҡты ярата, күләгәне лә үҙ итә.
ӘРӘМӘЛЕК (әрәмәлеге) (Р.: урёмное место; И.: urema spot; T.: su kenarında bulunan orman) u.
1. Әрәмә үҫкән урын. □ Урёмное место. Уң яҡ ҡулда, әрәмәлек араһында, бейек һарай күренде. М Әрәмәлек аръяғында һуйырҙар уйнаған, ҡорҙар кетерләгән тауыш ишетелде. Я. Хамматов. Әрәмәлек, һары талдар, муйылдарҙың япрағы ҡоролоҡ, сасҡау, ҡыуандан ҡойолған ҡалтыранып. М. Тажи. Әрәмәлекте үткәс, көҙгө кеүек ялтырап ятҡан түңәрәк күл буйында оҙон-оҙон ҡаралтылар күренде. Ғ. Лоҡманов.
2. диал. Ҡыуаҡлыҡ. □ Кустарник. ■ Юл аралашып үҫкән миләш, муйыл, балан әрәмәлектәре аша үтә. Яр. Вәлиев.
ӘРӘНДЕК (әрәндеге) (Р.: фурман; И.: kind of long cart; T.: bir çeşit at arabası) u. һөйл.
Кәлтә, бесән ташый торған бейек үрәсәле оҙон арба. □ Фурман. Бер әрәндек бесән. Әрәндеккә бесән тейәү.
ӘРӘПӘ [ғәр. <9jc ] (Р.: арафа; И.: the Day of ‘Arafah; T.: arife) и. дини. һөйл. ҡар. ғәрәфә.
Ғәйет алды көнө. □ Арафа (канун мусульманского праздника). ■ Бына һиңә кәрәк булһа, уҡытыусы, кисә әрәпә көнөндә беҙҙең кисәгә рәтләп ҡатышманы,— тип һөйләнде Баһау. А. Таһиров.
ӘРӘПӘ ЙЫЙЫУ (әрәпә йый-) (Р.: сбор продуктов для сабантуя; И.: kind of Bashkir spring ritual; T.: Sabantoy bayramı için gıda toplamak) ҡ. диал.
Һабантуйға ашамлыҡ йыйыу. □ Сбор продуктов для сабантуя. Балалар әрәпә йыйырға китте.
ӘРӘСӘ (Р.: суть; И.: essence, meaning; T.: öz, esas) и.
Бер нәмәнең төп мәғәнәһе, асылы. □ Суть, значение, смысл. Эштең әрәсәһенә төшөнөү. Әрәсәһенә сығыу. Мәсьәләнең әрәсәһе. Әңгәмәнең әрәсәһе. Сығанаҡ тигәнең һыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ҡустым, уның әрәсәһе ғәләмәт киң. М Аҙаҡтан Ташбатҡан халҡы эштең әрәсәһенә төшөнөп алған. Ж. Кейекбаев. Тик йөрәккә ял, күңелгә дәрт биреүсе, хыялдарға ҡанат ҡуйыусы был бейеүҙең әрәсәһен белмәй шул былар [йәштәр]. С. Поварисов. Һүҙҙәреңдә әрәсә бар барлығын, — тине Тимашев, аҙ ғына уйсанланып торғандан һуң. И. Ноғманов.
ӘРӘТӘ (Р.: поперечный брус для поддержания сот в колодочных ульях; И.: special beam in a hive; T.: arı kovanına koyulan mertek) u.
1. Умартала кәрәҙ емерелеп төшмәһен өсөн ҡуйылған арҡыры ағас. □ Поперечный брус для поддержания сот в колодочных ульях. Әрәтә әҙерләү. Әрәтәләрҙе умартаға ҡуйып сығыу.
2. Тырантастың алғы күсәренән мендәргә тоташтырылған ҡолға кеүек аҫтан ҡуйыла торған ағас. □ Перекладина тарантаса. Әрәтә буйлатып һалыу.
ӘРӘҮӘНЙӘН I (Р.: беспечный; И.: reckless, heedless; T.: kaygısız) с.
1. Бошонмаған, эшкә иҫе китмәй ҡараусан; моңһоҙ. □ Беспечный, беззаботный. Әрәүәнйән кеше.
2. диал. Йомшаҡ күңелле. □ Мягкосердечный. Бигерәк әрәүәнйән кеше ине атайыбыҙ.
ӘРӘҮӘНЙӘН II (Р.: беспечно; И.: lightly, carelessly; T.: sorumsuzca) р.
Иҫ китмәйсә, ҡайғырып та бирмәй, моңһоҙ. □ Беспечно, беззаботно. Әрәүәнйән эшләү. Әрәүәнйән йәшәү.
ӘРӘҮӘҺӘ ИТЕҮ (әрәүәһә ит-) (Р.: вмешиваться в чьи-л. взаимоотношения; И.: interfere, meddle; T.: karışmak) ҡ. диал. ҡар. араға инеү.
Кешенең эшенә, тормошона, мөнәсәбәтенә ҡыҫылыу. □ Вмешиваться в чьи-л. взаимоотношения. Кешенең эшенә әрәүәһә итеү. Кешеләрҙең тормошона әрәүәһә итергә ярамай.
321