Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 322


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘРӘ-ҺӘРӘ
ӘРӘ-ҺӘРӘ I (Р.: сумерки; И.: twilight, faint light; T.: alacakaranlık) и.
1. Ҡараңғылы-яҡтылы, күҙ күрер-күрмәҫ ваҡыт. □ Сумерки, сумрак. Әрә-Һәрә булғас та юлға сыҡ.
2. диал. Таң беленгән ваҡыт. □ Приближение зари. Таң әрә-һәрәһе. Я Таңдың әрә-һәрәһе, йүнләп аяҡ юлы ла күренмәй. Һ. Дәүләтшина. Тән күптән ауышып, таң әрә-һәрәһе яҡыная. С. Поварисов.
ӘРӘ-ҺӘРӘ II (Р.: изредка; И.: occasionally; rarely; T.: zaman zaman) p.
Әҙ-мәҙ, һирәк-һаяҡ булып. □ Изредка, иногда. Я Нәжметдин, ғәҙәттәгенән айырмалы рәүештә, һыңар ишкәкле ағас кәмәгә баҫты: әрә-һәрә аҡҡан эре-яры ҡар, боҙ киҫәктәре ике ишкәкләп ишергә ҡамасаулай ине. Т. Килмөхәмәтов.
ӘРӘШӘI (Р .: крупная зелёная падальная муха; И.: blowfly; T.: kurt sineği) и. һөйл.
Иткә йомортҡа һала торған эре йәшел себен; рәшә себене. □ Крупная зелёная падальная муха. Иткә эрәшә төшмәһен.
ӘРӘШӘ II (Р.: ржавчина; И.: black rust of fescue; T.: pas) и. диал. ҡар. тут II, 4.
Үҫемлеккә ҡунған бәшмәк саңы. □ Ржавчина (бурые пятна на поверхности растений). Ашлыҡ әрәшәһе. Ҡарағат әрәшәһе. Эрәшә баҫыу. Эрәшә төшкән. Ашлыҡҡа төшкән ҡара эрәшә. Быйыл арышты әрәшә һуҡты.
ӘРӘШӘ III (Р.: мгла; И.: mirage; haze; T.: serap) и. диал. ҡар. монар.
Йәйге аяҙ көндәрҙә ер өҫтөнән земберләп күтәрелгән эҫе һауа; сағым. □ Мгла, марево. Ашлыҡты әрәшә ҡурҙы.
ӘСАС [ғәр. ‘ нигеҙ’] (Р.: основа;
И.: basis, foundation; T.: esas) и. иҫк. кит. ҡар. нигеҙ 4.
Берәй нәмәнең төп таянысы, булмышының төп факторы, терәге. □ Основа, основание. Фән әсастары. Ижтимағи әсас. Тормоштоң иҡтисади эсасы. Ғаилә эсасы. Я Беҙгә Рәсәйҙең элгәре закондарына, хоҡуҡ әсастарына нығыраҡ таяныу мәслихәт. Ғ. Хөсәйенов. Быға иһә иң ҙур сәбәп — әсас-һыҙ ғилем, йәштән етди тәрбиә күрмәүҙер. М. Ғафури.
ӘСАСАН [ғәр. 1 1 ni I "нигеҙҙә’] р.
диал. ҡар. әсасән. Эсасан дөрөҫ. Я Һинең крәҫтиән бу лыуыңа эсасан ҡаршы бармайым. Ғ. Ибраһимов.
ӘСАСИ [ғәр. Lш I] р.; основной;
И.: primary, original; T.: esasi) с. иҫк. кит.
Нимәнеңдер нигеҙенә, асылына бәйле. □ Основной. Әсаси мәсьәлә. Әсаси ҡағиҙә.
ӘСАСЛЫ I (Р.: обоснованный; И.: having a foundation; T.: esaslı) с. иҫк. кит.
Нимәнеңдер нигеҙенә, асылына бәйле; нигеҙле, төплө; әсаси. □ Обоснованный, имеющий основание. Был — мәсьәләнең әсаслы яғы.
ӘСАСЛЫ II (Р.: обоснованно; И.: well grounded; T.: esaslı) р. иҫк. кит.
Нигеҙле, иҫбатлы; төплө. □ Обоснованно, доказательно. Әсаслы һөйләшеү.
ӘСАСӘН [ғәр. I nt I I "нигеҙҙә’] (Р.: в общем; И.: in all, all in all; T.: esasen) р. иҫк. кит.
Дөйөм алғанда, нигеҙҙә, ғөмүмән. □ В общем, в основном. Я Башҡортостан йөмһүриәтенең хужалығы — әсасән ауыл хужалығы. Т. Йәнәби.
ӘСБАП (әсбабы) [ғәр. I—I] (Р.: пособие; И.: schoolbook; T.: ders kitabı, esbab) и.
1. Уҡыу-уҡытыу, тәрбиә өсөн кәрәк булған төрлө нәмә. □ Пособие. Күргәҙмә әсбаптар. Уҡыу әсбаптары. Я Азаматов был курс өсөн үҙе махсус программа төҙөнө, китаптар һәм башҡа уҡыу әсбаптары хаҡында ҡайғыртты. Ә. Вәли. Ҡул осонда яҙыу әсбаптары. Ә. Хәкимов. Мәктәптәрҙә компьютерҙар, бүтән төрлө заманса уҡытыу өсөн күргәҙмә әсбаптар әллә ни хәтлем. Н. Мусин.
2. Көндәлек тормошта кәрәк булған төрлө нәмә; кәрәк-яраҡ. □ Повседневные принадлежности; скарб. Өй әсбаптары. Я Хатта самауыры, сынаяҡтары һәм башҡа сәй әсбаптары серле һәм хикмәтле кеүек күренә ине. М. Ғафури. Әйҙә уның [Маһруй әбейҙең] ҡулы теймәгән бер генә нәмә лә ҡалмай: мебелдән башлап, Рәйсә менән Рәми өҫтәлдә-рендәге ҡәләм, ручка, чертёж әсбаптарына тиклем сепрәк менән ныҡлап һөртөп сыға. X. Мохтар.
322