Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 323


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘСЕ
3. иҫк. кит. Эш өсөн кәрәк булған ҡорал-ҡорамалдар. □ Принадлежность, приспособление. Йөрөу әсбаптары. Туҡыу әсбаптары. Я Кәрхана әсбаптары, зәркән йыһаздар, алтын-көмөш еп менән ҡайыулы кейемдәр, тоҡ-тоҡ ҡиммәтле мәғдән,.. ҡор ал-ҡорамал, һауыт-һаба,.. нисәмә шәкелдәге ҡойма таштарға тиклем — эшкә инерҙәй бер ни ҙә онотолмаған. Ә. Хәкимов.
ӘСБИ ЕЛӘГЕ (Р.: белладонна; И.: belladonna, deadly nightshade; T.: güzelavrat otu) и. диал. ҡар. эт еләге.
Эт муйылы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, япраҡтары бер-береһенә ҡапма-ҡаршы урынлашҡан, ваҡ сәскәле, һөйәкле, һутлы оҙон-сараҡ емешле, сәнскеле ботаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек. □ Белладонна (лат. Atropa belladonna). Әсби еләге йыйыу.
ӘСЕ I (Р.: горечь; И.: bitterness; bitter; T.: acılık, acı) и.
1. һиҙеү ағзаларына ныҡ тәьҫир итә торған нимәгәлер хас ҡырҡыу тәм йәки еҫ. □ Горечь; кислый, горький запах. Ҡымыҙлыҡ әсеһе. Лимон әсеһе. Тоҙ әсеһе. Төтөн әсеһе тамаҡҡа ултырҙы. Я Сиренән дә, әрем әсеһенән дә зарланманы ул [Оло инәйем]. М. Кәрим.
2. кусм. Төрлө шарттар нигеҙендә килеп тыуған ауыр хәл; ҡыйынлыҡ. □ Трудность, затруднение, невзгоды, тяготы; скорбь, глубокая печаль. Әрнеу әсеһе. Я Мин тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татып уҫкән кеше. М. Ғиләжев. Нурға ҡыҫҡа ғына ғумере эсендә еңеу музыкаһын да татырға, еңелеу әсеһен дә эсергә тура килде. И. Абдуллин. Беҙгә донъяның гел әсеһен генә татырға тимәгән дә инде. Н. Мусин.
ӘСЕ II (Р .: кислый; И.: sour; T.: ekşi) с.
1. Лимон, мүк еләге, һеркәгә хас тәм булған. □ Кислый, горький. Әсе алма. Әсе балан. Бешмәгән әсе еләк. Әсе ҡатыҡ. ■ Кор-банғәле әсе һуғанды тоҙға манып ҡабырға ярата. М. Кәрим. Ашханала әсе кәбеҫтә һурпаһы бирҙеләр. Й. Мостафин.
2. Әрем, боросҡа хас ауыҙҙы откос тәм булған; асы. □ Горький. Әсе дарыу. Әсе йыуа. Я Һырғауыл, ауыҙына әсе борос ҡап
ҡан кеше кеуек, йөҙөн һытты. Ш. Бикҡол. Ишек алдын алабута, әсе әремдәр, дегәнәк япраҡтары ҡаплап алған. Б. Бикбай. Беҙ ашаған сохарый әремдәрҙән әсерәк. Бәйеттән. • Әрһеҙгә әрем дә әсе тугел. Әйтем.
3. Тоҙ тәме килгән, тоҙ тәмәйткән. □ Солёный, с привкусом соли. Әсе тир. ■ Апаһының иҫ киткес ҡайғылы, әсе куҙ йәше менән тулы һуңғы ҡарашы Емештең куңеленә мәңге юйылмаҫҡа яҙылып ҡалды.
3. Биишева. Әсе тир, ҡайнар куҙ йәше менән һуғарылған ерҙәргә сәселгән гектарҙар ана шулай арта барҙы. И. Ғиззәтуллин. • Әсе тир менән тәмле аш табыла. Әйтем.
4. диал. Татырлы, тоҙло. □ Кислый, солончаковый. Әсе тупраҡ.
5. Махсус әсетелгән. □ Кислый; квашенный. Әсе ҡамыр. Я Берәуһе әсе ҡатыҡ ашатып сығарҙы. С. Агиш. Юлға бер мискә әсе бал, бер көршәк татлы бал, ун таҡта ҡаҡ, бер ете-һигеҙ ҡаҡлаған ҡаҙ ҡуйығыҙ. Ә. Бикчәнтәев.
6. Әсе ҡамырҙан бешерелгән. □ Дрожжевой. Әсе икмәк. Әсе ҡабартма.
7. Һиҙеү ағзаларына киҫкен, зәһәрле тәьҫир иткән, ҡырҡыу. □ Едкий, горький. Я Бер аҙҙан гараж яғынан әсе төтөн еҫе килә башлай. И. Абдуллин. Әсе дары төтөнө танауҙы яра, куҙҙәрҙе йәшләндерә башланы. И. Ғиззәтуллин.
8. Ныҡ һалҡын, киҫкен; үҙәккә үтерлек ҡаты. □ Жгучий, резкий, пронизывающий. Әсе һыуыҡ. Әсе ел битте киҫә. Я Һыуыҡ һәм әсе елле көн ине. Б. Дим. Килке-килке иҫкән әсе ел, дала өҫтөндә тулҡын-тулҡын биҙәктәр яһап, ҡарҙы һеперә. И. Абдуллин. Кай-тырға сыҡҡанда, куҙ асҡыһыҙ әсе буран донъяны ҡаплап алғайны. Һ. Дәүләтшина. Әсе ел битте, ҡулды көйҙөрә, ҡоро һауа тынды ҡура. 3. Биишева.
9. Ҡолаҡ ярырлыҡ нәҙек, үҙәк өҙгөс (тауышҡа ҡарата). □ Пронзительный, истошный, душераздирающий. Әсе тауыш. Әсе ҡысҡырыу. Я Әсе, ҡыҙғаныс тауыш менән илау, ялбарыу, һалдат итеге башын убеп ялыныуҙар — береһе лә «мәҙәни халыҡтың» куңелен йомшарта, бәғерен айынсаҡлата алманы. А. Таһиров. Шомландырғыс
323