ӘСЕ
әсе тауыш менән ҡысҡыртып, эргәнән генә янғын һундереу машинаһы ашығып уҙып китте. Ә. Байрамов. Почтальон егет иһә, башын әле бер, әле икенсе яҡҡа борғолап, әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе. Д. Исламов.
10. Булыу кимәле көслө булған, ҡаты (ауыртыу, һыҙлауға ҡарата). □ Сильный, нестерпимый. ■ Куҙгә ут куренерлек итеп алған әсе тулғаҡтан уның маңлайына шыбыр тирҙәр сыҡты. Һ. Дәүләтшина.
11. кусм. Бик көслө, ауыр, ҡаты. □ Горький, горестный. Әсе ҡайғы. Әсе михнәт. Әсе хәсрәт. ■ Яһанған, биҙәнгән, йылмайған кешеләрҙең парланышып, бер-береһенә һыйынып йөрөуҙәре, йөҙҙәрендәге һөйөу һәм һөйөлоу асыҡлығы уның татлы, әсе һағышын ҡуҙғытҡандан-ҡуҙғытты. И. Абдуллин. Йәш саҡта ниҙәр генә әсе хәсрәт һымаҡ тойолмай ҙа, ниҙәр генә оло бәхет булып куренмәй? Р. Ғабдрахманов. Әсе укенеу, утә ныҡ ғәрләнеу тойғоһо менән сығып китә ул [Кусимов]. Р. Өмөтбаев. Байназаровтың йөрәген әсе һағыш, әрнеу семтеп алды. М. Кәрим.
12. кусм. Физик һәм рухи яҡтан ҙур түҙемлек талап иткән; ауыр. □ Трудный, тяжёлый. Әсе тормош. Әсе яҙмыш. Әсе һынауҙарҙы уткәреу. ■ Ҡарт байға икенсе ҡатын итеп көсләп бирелгән әхирәтенең әсе яҙмышын куҙ алдына килтергәндә, Хәлиҙәнең йөрәге тетрәй ине. X. Мохтар. Бына трибунаға әсе тормоштоң михнәттәрен уҙ өҫтөнән уткәргән, уҙенең ҡайһы бер хәрәкәттәре өсөн уткән менән рәнйетелгән, хәҙерге көндә уҙҙәренең ауылындағы ҙур совхоз менән етәкселек итеусе Сабира кутәрелде. Ғ. Хәйри. • Хеҙмәттең тире әсе, емеше татлы. Мәҡәл.
13. кусм. Намыҫҡа тейерлек итеп әйтелгән, уҫал, ағыулы. □ Злой, ядовитый, колкий. Әсе һуҙ. М [Гриша] әйтәһе бер нисә әсе һуҙен әйтеп алды ла ары китте. И. Ғиззәтуллин. Әбей быны шундай әсе сарказм менән әйтте, Салих саҡ-саҡ көлөп ебәрмәне. X. Мохтар. • Әсе һуҙгә туҙгән бей булыр, эҫе көнгә туҙгән бай булыр. Мәҡәл. Хаҡ һуҙ ағыуҙан әсе. Мәҡәл.
♦ Йән әсеһенә {йәки йән әсеһе менән, үлем әсеһе менән) бик ныҡ өҙәләнеп, бөтә көскә. □ С сильной горечью, обидой. Йән әсеһенә ҡысҡырыу. Йән әсеһе менән килтереп һуғыу. ■ Тыны ҡыҫылып, хәле бөтә башлаған Сәғит йән әсеһенә тағы бер ынтылыш яһаны. И. Ғиззәтуллин. Разия улем әсеһе менән әрнеп ҡысҡырған, бер ҡулы һынған Таһирҙы һөйрәп сығарҙы. Н. Ҡәрип. Мәрғубә туйтанлап атлап ире эргәһенә килде лә йән әсеһенә ҡысҡырып ебәрҙе. Н. Мусин. Әсе тел {йәки әсе телле) тура һүҙле, уҫал кешегә ҡарата әйтелә. □ Злой на язык, языкастый, злоязычный; язвительный. ■ Хәйер, кеҫәләре ҡалындарға Бабичтың теле әсе, бындағылар уны яратып та бөтмәй. Өфө, Ырымбур ҡалаларында әҙәби кисәләр ойоштороп, әсе теле менән дан алған. Р. Байымов. Әсе телле Кащеев комбат киткән яҡҡа курһәт-те. И. Ғиззәтуллин. Бигерәк тә Хәмзәнең апаһы әсе телле. С. Агиш. • Ябаға тайҙың тире әсе, яман кешенең теле әсе. Мәҡәл. Борос әсе, әсе телле кеше унан да әсе. Әйтем.
ӘСЕ III (Р.: пронзительно; И.: stridently; shrilly; T.: acı) р.
1. Ҡолаҡ ярырлыҡ нәҙек, үҙәк өҙгөс (тауышҡа ҡарата). □ Пронзительно, истошно, душераздирающе. Әсе итеп шарылдау. Әсе һыҙғырыу. ■ Салихтың уйҙарын кемдеңдер әсе ҡысҡырыуы булде. X. Мохтар. Ҡапылғара ни эшләргә белмәй, әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе Алдар. Н. Мусин. Ерәнҡашҡа, әсе кешнәп, аҡлан уртаһына атылды. Й. Солтанов.
2. кусм. Ҙур түҙемлек талап итеүсе, ауыр тәьҫирле. □ Кисло, горько, едко. Әсе әйтеу. Әсе көлөу. Әсе укенеу. К Стена гаметаһының һуңғы һанында бик көлкө итеп һурәтен төшөрөп, аҫтына әсе генә итеп көлөп шиғыр ҙа яҙып ҡуйғайныҡ. Н. Мусин.
ӘСЕ IV (Р.: солончак; И.: salt marsh; T.: tuzlak) и. диал. ҡар. асыуат 1.
Тупрағы татырлы ер; татырлауыҡ. □ Солончак. Әселә улән насар уҫә. Мал әсегә төшкән.
ӘСЕ V (Р.: желчь; И.: bile, gall; T.: öd) и. диал. ҡар. үт.
324