Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 325


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘСЕЛӘШЕҮ
Бауырҙа эшләп сығарылып, эсәккә барған йәшкелт һары төҫтәге шыйыҡлыҡ. □ Желчь. Айыу әсеһе. Әсе ҡыуығы. Әсеһен ҡоҫоу.
ӘСЕЙ и. диал. ҡар. әсәй. ■ Эй, әсей, үҙең дә йоҡламайһың, миңә лә йоҡо бирмәйһең, — тип йылмайҙы Фәсхетдин, урынынан ҡуҙғалып. Ғ. Аллаяров. Ярай, әсей, — ти ҡыҙым, — һинең уҙ бәхетең, минең үҙ өлөшөм, бүтәнсә Ҡорбанғәли тип башымды ҡатырма. Т. Сәғитов. Беләм, әсей, — тине Нәфисә, әсәһенең ни әйтерен алдан уҡ тойоп. Я. Хамматов.
ӘСЕК-МӘСЕК (Р.: так себе; И.: so-so; T.: şöyle böyle) р. һөйл.
Улай-былай; әллә ни түгел, бер сама, уртаса. □ Так себе, средне. Уның ире әсек-мәсек кенә түгел.
ӘСЕЛЕ (Р.: с кислым, горьким вкусом; И.: bitter tasting; T.: ekşi) с.
Әсе (I, 1) тәмәйткән, әсе тәме булған. □ С кислым, горьким вкусом. Көкөрт әселе тимер. К Ҡөйәҫләп иҫкән татлы әрем әселе елгә һаҡмар-һыуҙың ылымыҡ еҫтәре болғанып танауға тирткәс, Мотаһар, иҫенә килгәндәй тертләп, күректәй төрән тын алып, юл саңына текләгән күҙҙәрен күтәрҙе. Й. Солтанов.
♦ Йән әселе бик ныҡ өҙәләнеп, бөтә көскә. □ С сильной горечью, обидой. М Йән әселе ҡатын-ҡыҙ һыҡтауы телгеләне йөрәкте. Й. Солтанов.
ӘСЕЛЕК (эҫелеге) (Р.: кислотность; И.: acidity, sourness; T.: asit miktarı) и.
1. Нимәләлер әсе матдәнең, кислотаның булыу миҡдары. □ Кислотность. Ашҡаҙандың эҫелеге. ■ Ишек алдында иректә йөрөгән һыйырҙар, .. аяҡ аҫтарын өҙлөкһөҙ еүешләп, һауаға яңынан-яңы әселек өҫтәп кенә торалар. 3. Биишева.
2. диал. Татырлыҡ. □ Солончак. / Солончаковый. Әселек үҫемлектәре. Эҫелеккә мал ебәреү. М [Ашҡаҙар ауылынан берәү — Әлибайға:] Карателдәрҙең утлы кәбәк тип әйтелгән бер тубы үрге әселектәге тойоҡта һаҙамыҡҡа батҡан килеш тороп ҡалған. Ғ. Ибраһимов.
3. күсм. Физик һәм рухи яҡтан ҙур түҙемлек талап иткән ауырлыҡ. □ Трудность, тяжесть. М Һуғыш ғазаптарын үҙ күҙҙәре менән күреп, уның эҫелектәрен татып, күп
Европа дәүләттәрендә булып, уларҙа йәшәүселәрҙең тормоштарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә күҙ һалып тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтты Ҡәнзәфәр. М. Ғиләжев.
ӘСЕЛЕШ и. диал. ҡар. әсенеш. Әселеш кисереү.
ӘСЕЛЕШЛЕ с. диал. ҡар. әсенешле. Әселешле тойғо.
ӘСЕЛЕШЛЕ БУЛЫУ (әселешле бул ) (Р.: быть против; И.: be thumbs down; T.: karşı gelmek) ҡ. һөйл.
1. Ҡаршы булыу. □ Быть против. М Ҡотлоғужаны, асыҡтан-асыҡ әселешле булып йөрөмәһә лә, әллә ниңә яратып бөтмәй бит ул [Төлкөсура]. Н. Мусин.
2. Асыуланышыу, араны өҙөү. □ Ругаться, ссориться с кем. Әселешле булып бөттө ике ағай-эне.
ЭҪЕЛӘНДЕРЕУ (әселәндер-) (Р.: окислить; И.: oxidize; T.: oksitlemek) ҡ. хим.
Матдәләрҙе кислород менән ҡушылдырыу; окисландырыу. □ Окислить. Тимерҙе эҫеләндереу.
ӘСЕЛӘНЕҮ (әселән-) (Р.: окислиться; И.: acidify; T.: oksitlenmek, hamızlanmak) ҡ. хим.
Кислород менән реакцияға инеү. □ Окислиться. // Окисление. Кислородһыҙ әселәнеү булмай.
ӘСЕЛӘҮ (әселә-) (Р.: хотеть что-л. кислое, горькое; И.: wish for smth sour; T.: ekşi bir şey arzulamak) ҡ.
Әсе нәмә теләү. □ Хотеть что-л. кислое, горькое. ■ Әсәһе һаман элекке ғәҙәтен ҡалдырмай, ҡыш еткәс кенә банка байлыҡтарын .. күрше-күләндең әселәп йөрөгән ир-атына таратып бирә ине. Й. Солтанов.
ӘСЕЛӘШЕҮ (әселәш-) (Р.: обижаться друг на друга; И.: resent; be aggrieved; T.: gücenmek, darılmak) ҡ. һөйл.
Үҙ-ара асыуланышыу. □ Обижаться друг на друга. ■ [Әминә — Сабирйәнгә:] Нисәмә йылдар күрше йәшәнек, бер-беребеҙгә ауыр һүҙ әйтешеп, әселәшеп, тексәйешеп йөрөмәнек. Н. Мусин. [Мәсем — Маҡтымһылыуса:] Әйт һүҙең, тартынма, уртаға һалып уйлайыҡ; кәңәшле йыйын тарҡалмаҫ, әселәшмәй уйлайыҡ. «Ҡара юрға».
325