Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 326


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘСЕМТӘ
ӘСЕМТӘ (Р.: окисел; И.: oxide; T.: oksit) и. хим.
Берәй химик элементтың кислород менән ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән матдә. □ Окисел, оксид, ангидрит. Марганец әсемтәһе. Кобальт әсемтәһе.
ӘСЕМӘ (Р.: окись; И.: oxide; T.: oksit) и. хим.
Урта дәрәжәлә әселәнгән матдә. □ Окись; закись; перекись. Углерод әсемәһе. Ҡырҡыу әсемә тип юғары дәрәжәлә әселәнгән матдәне атайҙар. Сөскөлт әсемә — тубән дәрәжәлә әселәнгән матдә.
ӘСЕНДЕРЕҮ (әсендер-) (Р.: огорчать; И.: distress, upset; T.: üzmek, canını sıkmak) ҡ.
1. Кемделер көйөндөрөү, борсоу. □ Огорчать, заставить горевать, страдать, переживать. ■ Куптәрҙец килеп тыуған хәлгә яраҡлашырға, һәр нәмәнән ниндәй ҙә булһа төшөм алырға йәки теге йәки был хәлде уҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға тырышыуы әсендерә Яубаҫаровты. Д. Бүләков. Илдәге буталыштар әсендерә ине уны [Кинйәне]. Ғ. Ибраһимов.
2. Кемделер бик ныҡ ҡайғыға һалыу, ғазаплау. □ Причинить горе кому', мучить кого. Һуғыш купме кешенец йөрәген әсендерҙе. Я Кулға ингән мал уҙеңдеке кеуек була, әсендерһә лә туләрмен, ҡорҙаш, ризалаш инде. 3. Ураҡсин.
♦ Йөрәк әсендергес әсе, үкенесле. □ Огорчительный, мучительный. Я Уны [Йо-мағолдо] йөрәк әсендергес, болоҡһоу уйҙар солғап алды. Н. Мусин.
ӘСЕНЕҮ (әсен-) (Р.: огорчаться; И.: be disappointed; T.: canı sıkılmak, üzülmek) ҡ.
1. Нимәгәлер бик ныҡ көйөнөү, үртәнеү, өҙгөләнеү. □ Огорчаться, горевать, страдать, переживать. // Огорчение, горесть. Әсенеп һөйләу. Я Гөлфиә, сибек яурындарын ҡалҡытҡансы көрһөнөп, әсенеп ҡуйҙы. Р. Байбулатов. һай, был ялмауыҙҙар халыҡты тағы алданылар! — тип әсенде Кинйә. Ғ. Ибраһимов.
2. Кемделер йәки нимәнелер уйлап борсолоу, кемдер йәки нимәлер өсөн ҡайғырыу, көйәләнеү. □ Волноваться, горевать, страдать, переживать. Я Тарҡаулыҡ, тарҡау
лыҡ, — тип әсенде Зәки Вәлиди. Р. Байымов. Куп кешеләр тәуге мөхәббәте менән ҡауыша алмай, ләкин артабанғы тормош юлдары шыма утмәһә лә, ошо тәуге мөхәббәте типкененең йылыһынан йәм табып, әммә юғалтҡан мөхәббәтенә әсенеп йәшәй. Н. Мусин.
♦ Йән әсенеү кемдер йәки нимәлер өсөн йән әрнеү, ғазап кисереү. □ Мучиться, страдать. Я Кара әле, кешене эт шайы ла курмәйҙәр, — тип уйланы [Рабиға], йәне әсенеп. Р. Низамов. Сәмиғаның уфтанып ҡайғырыуҙары Рауза өсөн бөтөнләй ят ине шул. «Наратһаҙ өсөн йәнем әсенә, йөрәгем һыҙлана» тигәнде аңлаймы ни ул? Ш. Янбаев.
ӘСЕНЕҮЛЕ с. ҡар. әсенешле. Әсенеуле тойғо. Я Байрасҡа хәҙер уҙенең әсенеуле был һорауҙы бирергә лә, уға яуап көтөргә лә урын ҡалманы. 3. Биишева. [Ғәлим — Йосопҡа:] Миңә хәҙер кем ышанып эш ҡушһын инде, — тине әсенеуле тауыш менән. Н. Мусин.
ӘСЕНЕШ (Р.: горечь; И.: bitterness; T.: acı) и.
Әсенеү, үртәнеү тойғоһо. □ Горечь, переживание. Н Шулай ҙа турһыҡ сисеп, ҡымыҙ эскән арала Юлай уҙенең әсенешен әйтмәй туҙә алманы. Ғ. Ибраһимов.
ӘСЕНЕШЛЕ (Р.: горестный; И.: heartrending, grievous; T.: acıklı) с.
Әсенеү (1) тойғоһо белдергән. □ Горестный, полный переживаний; с горечью, с обидой. Я Тамаша ҡылған кешеләрҙе һиҫкәндерҙе был әсенешле тауыш, аптырашта ҡалдырҙы. Г. Яҡупова. Бутәндәрҙең байлығына көнләшеу, уҙенә куберәкте эләктереу, юҡ-бар нәмәгә әсенешле булыу, береһенән-береһе уҙҙырып усләшеу, өҫтөнлөк алам тип, башҡаларҙы уҙенә баш эйҙерергә тырышыу куптәр өсөн хас. Ғ. Ибраһимов. Тик иң әсенешлеһе иртәнсәк булған икән. Т. Сәғитов.
ӘСЕРГӘНЕҮ (әсергән-) (Р.: чувствовать горечь, обиду; И.: resent; T.: kızmak) ҡ.
Ныҡ үртәнеп, асыуланыу. □ Чувствовать горечь, обиду. // Горечь, обида. Әсергәнеп ҡарау. Н Мәҙинә әсергәнеп тәҙрәне асты. Т. Ғарипова.
326