Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 327


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘСЕТЕҮ
ӘСЕРТКЕ ҮЛӘН (Р.: свербига восточная; И.: hill mustard; T.: Türk rokası) и. диал. ҡар. ҡаҡы.
Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған йөнтәҫ һабаҡлы, киртләс ҡауырһын япраҡлы, һары сәскәле, әскелт тәмле, ашай торған үҫемлек. □ Свербига восточная (лат. Bunias orientalis). Әсертке үлән йыйыу. Йәй урталарында әсертке үлән ҡатылана.
ӘСЕ-СӨСӨ (Р.: кисло-сладкое; И.: both sweet and sour; T.: ekşi ve tatlı) с. йыйн.
1. Тәме әсе һәм сөсө нәмәләр. □ Кислосладкое. / Что-л. кисло-сладкое (о вкусе, запахе). Әсе-сөсө нәмәләр ашау. Әллә ҡайҙан әсе-сөсө еҫ килә. ■ Шәмбе көн кисен килеп сыҡмаҫтармы тип, әбей әсе-сөсөһөн дә ҡуҙғатҡайны. Т. Ғарипова.
2. күсм. Иҫерткес эсемлектәр. □ Спиртные напитки. Магазинда әсе-сөсө нәмәләрҙең ниндәйе генә юҡ. ■ [Ғәләүетдин — Раузаға:] Теге ни, һин аш-һыуыңды, .. әсе-сөсөңдө генә хәстәрлә. Т. Ғарипова.
3. күсм. Тормоштағы яҡшы һәм күңелһеҙ хәлдәр. □ Горести и неприятности. Тормоштоң әсе-сөсөһөн татыу. Донъяның әсе-сөсөһө. М Уның, Гөлйемеште әйтәм, донъяһының бөтә әсе-сөсөһөнә бирешмәй, өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡаршы тора торған кеше булаһы әле үк күренеп тора. 3. Биишева. Гилмишәрифтең Германиянан «ауылға бер үҙем генә ҡайтмайым, өс йыл һуғыш утын бергә йотҡан, фронттың йәмғе әсе-сөсөһөн үҙем менән ҡуша татыған йән дуҫым менән ҡайтып төшәм» тип яҙған һуңғы хаты йөҙ өйлө Ялан ауылының аҫтын-өҫкә килтерҙе. Р. Өмөтбаев.
ӘСЕТЕЛЕҮ (әсетел-) ҡ. төш. ҡар. әсетеү 2,3. страд, от әсетеү 2,3. Ҡатыҡ әсетелә.
ӘСЕТЕҮ I (әсет-) (Р.: щипать; И.: pinch, burn; T.: acıtmak) ҡ.
1. Ауыҙ эсе бешкән һымаҡ хис итеү (ғәҙәттә, тәме үткер, ҡырҡыу нәмә ҡапҡандан һуң була). □ Щипать, жечь, саднить. // Жжение. Боростан тел әсетә, һарымһаҡ ауыҙҙы әсетә.
2. Күҙгә киҫкен тәьҫир итеү. □ Жечь, обжигать (глаза). // Жжение. Күҙ әсетә. ■ Ринаттың күҙ төптәре әсетеп, тамағы
сарсап кипте. Р. Байбулатов. Ғүмере буйына йыйылған тоҙло йәштәр күҙҙәрен әсетте. М. Кәрим. Уның [Зарифтың] тамағы кипте, бөтә тәне буйлап тир аҡты, күҙҙәре әсетеп томаланды. Ғ. Аллаяров.
3. һулыш алғанда танауҙы яндырып, ярып алып барған кеүек тойоу. □ Жечь, щипать, обжигать (нос). ■ Янған тиреҫ, һауаға әсе аммиак еҫе бөркөтөп, морондарҙы әсетеп ебәрҙе, ҡыҙып ятҡан тиреҫ ялан аяҡты бик ныҡ бешерҙе. С. Агиш.
4. Асыҡ яраға тоҙ тейгән һымаҡ әрнеп ауыртыу. □ Жечь, щипать. Йоданан йәрәхәт әсетә. М Ҡулдарында ла, арҡаһында ла үҙәккә үтеп әсетеп торған урындар булһа ла, Иштуған тыныс булырға тырышты.
3. Биишева.
♦ Йөрәк әсетеү ҡыйын итеп йөрәк ауыртыу. □ Щемить сердце. М Гөлнараның йөрәге әсетеп ҡуйҙы: ҡыҙының өйҙә яңғыҙ ҡалыуын бөтөнләй онотоп йөрөгән. Н. Мусин. Ҡапыл ниндәйҙер бер тупаҫ тауыш һине һиҫкәндереп ысынбарлыҡҡа ҡайтара, йөрәк әсетеп, сәнсеп ала. Д. Юлтый. Йөрәк (йәки йән) әсеткес йөрәк ауырттырырлыҡ. □ Щемящий сердце. ■ Ҡайҙа һуң ул [Рәшиҙә]? — тигән йөрәк әсеткес уй уның [Фәсхетдиндең] быуындарын ҡалтыратты. Ғ. Аллаяров. [Емешкә] атаһының бөгөн үҙе менән шулай һөйләшеп ултырыуы бөткөһөҙ ҡыуаныс бирә, бая урамда ишетеп ҡайтҡан йән әсеткес һүҙҙәрҙе онотторғандай була ине. 3. Биишева.
ӘСЕТЕҮ II (әсет-) (Р.: квасить; И.: leaven; sour; T.: ekşitmek) ҡ.
1. Ҡур тәьҫирендә органик матдәләрҙе тарҡатып, әсе тәме индереү. □ Квасить, заквашивать. // Квашение, заквашивание. Ҡамыр әсетеү. Бал әсетеү. Буҙа әсетеү. ■ [Боронғо олатайҙарыбыҙ] йәйҙәрен һыйыр, бейә һауғандар, ҡорот-ҡымыҙ яһағандар, буҙа әсеткәндәр. И. Абдуллин. Ташбатҡан ауылының байҙары губернаторҙы ҡунаҡ итеү өсөн, бер-береһенән йәшереп, оло-оло көрәгәләргә бал ҡойҙолар һәм батман-батман ҡымыҙ әсеттеләр. Ж. Кейекбаев.
327