Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 328


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘСЕТКЕ
2. Әсе тәм индереү, әсегә әйләндереү. □ Доводить до прокисания, закисания, һөттө әсетеү. К Ана, тулы машина һөттө әсетеп, кире алып ҡайтҡандар! Д. Исламов. Һау ҙа әсет, һау ҙа әсет, имеш. И. Ғиззәтуллин.
ӘСЕТКЕ (Р.: закваска; И.: barm, ferment; T.: maya) и.
Нимәнелер әсетер өсөн ҡулланылған ҡур (икмәк башы, ойөтҡо һ. б.). □ Закваска, бродило. Ҡамыр әсеткеһе. Әсетке күнәге. Әсетке яһау. М Бөгөнгө ҡоймаҡтың әсеткеһе кисә ук һалынғайны. М. Кәрим. [Тимербикә] төбөндә әсетке ҡалдырылған янтауға ҡоя ла, сепрәк менән ҡаплап, мейес гәрнисенә ултырта. Н. Мусин. Рауза кистән иҙгән әсеткеһен ишәйтеп, ҡамыр баҫты. Т. Ғарипова.
ӘСЕТКЕ КҮНӘГЕ (Р.: квашня; И.: kneading trough; T.: hamur teknesi) и. диал. ҡар. икмәк күнәге.
Икмәк әсетә торған ағас биҙрә. □ Квашня (ведро для заквашивания теста). Әсетке кунәген йыуып киптереу.
ӘСЕТКЕС (Р.: окислитель; И.: oxidizer; T.: oksitleyici) и. диал.
1. хим. Окисландырырға һәләте булған матдә, окислаштырыусы. □ Окислитель. Әсеткес һалыу.
2. ҡар. әсетке. Әсеткес әҙерләу. Әсеткескә ҡомалаҡ йыйыу.
ӘСЕТМӘ I и. диал. ҡар. әсемә. Тирегә әсетмә һалыу.
ӘСЕТМӘ II и. ҡар. әсетке. Әсетмә әҙерләу.
ӘСЕТТЕРЕҮ (әсеттер-) ҡ. йөкм. ҡар. әсетеү I. понуд. от әсетеү I. һарымһаҡ ауыҙҙы әсеттерә. М Траншеялар буйлап таралған тынсыу төтөн еҫе тамаҡты быуҙы, куҙҙе әсеттерҙе. Ғ. Аллаяров. Әрһеҙ юлсы куҙ алмаларын әсеттергән ҡар бөртөктәренән битен ышыҡлай-ышыҡлай кисеу тапҡырын эҙләп һаман килде лә килде. Р. Байбулатов.
♦ Йән {йәки йөрәк) әсеттереү йөрәкте ауырттырыу. □ Щемить сердце. М Еңгәмдең тыйыла алмай һыҡтауы беҙҙең йәнебеҙҙе әсеттерә, үҙәгебеҙҙе өҙөп ебәрә ине. А. Таһиров. Уның [Емештең] ике бите буйлап эҫе
йәш тамсылары тәгәрләп төштө, йөрәген ниҙер әсеттереп семетеп алды, аяҡ быуындары хәлһеҙләнде. 3. Биишева. Һалҡынлыҡ умыртҡа һөйәген семерҙәтте, тәнен ҡурыштырҙы, йөрәген әсеттерҙе [Барсынбикәнең]. Т. Ғарипова.
ӘСЕҮ (әсе-) (Р.: киснуть; И.: turn sour; T.: ekşimek) ҡ.
1. Әсе тәм алыу; әсегә әйләнеү, әсе булыу. □ Киснуть, закисать, прокисать. // Закисание, прокисание. Һөт әсегән. Май әсегән. Я Күпме һөттәре әсеп, йылғаға түгәләр, ни хәтлем малдарын йыл һайын айыу тәләфләй. Н. Мусин. Хәҙер көндән-көн ҡояш ҡыҙҙыра бара, һөт әсей башлар, һ. Дәүләтшина.
2. Ҡур тәьҫирендә органик матдәләр тарҡалыу, әсе тәме инеү. □ Закваситься, бродить. // Брожение. Буҙа әсегән. Бал әсеп ултыра. Ҡымыҙ туғыҙ сәғәт эсендә әсеп етә. ■ [Ҡарт — Зыяға:] Зыя ҡусты, .. балыңды әйтәм, бик шәп әсегән. Б. Бикбай.
3. Ейеп еҫләнеү (эшкәртеү өсөн ейгә һалынған тирегә ҡарата). □ Тухнуть, протухать. ■ Тонсоҡторғос әсегән тире еҫе һиҙелде. И. Насыри.
4. диал. Әсенеү, әрнеү. □ Огорчиться. Мин йөрәгем әсеп сығып киттем.
♦ Йән әсеү {йәки йән әрнеү, йәне әсеү) кемдер йәки нимәлер өсөн йән әрнеү, ғазап кисереү. □ Болеть душой за кого, что; испытывать чувство тревоги за кого, что или чувство жалости к кому. М Йәне әсей көтөүсенең. Р. Солтангәрәев. Атайымдың күҙенән йәштәре һарҡып торған — ни тиһәң дә, уҙ ҡулдары менән эшләгән эйәрҙәр бит, күпме көсөн, зиһенен һалған, нисек итеп йәне әсемәһен инде. 3. Ураҡсин. [Сәмиға — Бәхтийә-ровҡа:] Әпәкәй ашатҡан еребеҙ бит! Нисек йән әсемәһен? Ш. Янбаев.
ӘСЕҮТАШ (Р.: квасцы; И.: alum, double sulfate; T.: şap) и.
Техникала тире иләү, медицинала дезинфекциялау өсөн ҡулланылған төрлө ҡушар көкөрт әсемәле тоҙҙарҙың (марганецтың, алюминийҙың һ. б.) атамаһы. □ Квасцы. / Квасцовый. Әсеүташ иҙмәһе. Яраға әсеүташ һөртөү. Әсеүташ менән көйҙөрөү. ■ Рудаларҙы ағас күмере ярҙамында әсеүташ
328