ӘСИР(ГӘ) ТӨШӨҮ
ҡушып иретеп, ер майында һуғарғас, шундай ныҡ ҡорос килеп сыҡҡан. И. Ғиззәтуллин. Бер беҙҙең Шәмсебанат әсәй генә әсеүташ йотҡан зат түгелдер. М. Садиҡова.
ӘСЕҮӘТ (Р.: солончак; И.: salt marsh; T.: tuzlak) и. диал. ҡар. асыуат.
1. Татырлы ер. □ Солончак. Беҙҙең яҡта әсеүәттәр күп.
2. Шул ерҙә үҫә торған ҡаты үлән. □ Трава, растущая на солончаке. Әсеүәт тулы урын.
ӘСЕҺЕРӘҮ (әсеһерә-) (Р.: желать кислого, солёного; И.: wish for smth sour; T.: ekşi yemek arzulamak) ҡ.
Әсе аҙыҡ теләү; әселәү. □ Желать, хотеть кислого, солёного. // Желание, потребность в кислом, солёном, горьком. Кеше әсеһерәп китә. Мал да әсеһерәй. ■ Тоҙ яларға әсеһерәгән мал кеүек түрә эргәһенә эркелдегеҙме? Й. Солтанов. [Катын — иренә:] Буйға ҡалып, әсеһерәп, аш көҫәгәндә ҡоротон ашар, атаһы, айыры тояҡтан бер генә һыйыр булһа ла бирәйек! — тип әсәһе зарланған, ти. «Ҡуңыр буға».
ӘСЕ ҺЫРҒАҠ (Р.: очень сильный, трескучий; И.: keen, burning; T.: çok soğuk) с. диал. ҡар. ҡаты I, 5.
Көслө, ыжғыр (һыуыҡҡа ҡарата). □ Очень сильный, трескучий, жгучий (оморозе). Әсе һырғаҡ һыуыҡ.
ӘСИР [ғәр. (Р.: пленный; И.: prisoner, captive; T.: esir) и.
1. Яуҙа ҡулға төшкән дошман һалдаты; хәрби тотҡондағы кеше. □ Пленный, пленник. Әсирҙәр лагеры. ■ Немецтар әсирҙәр өсөн бында ҙур лагерь ойошторғандар икән. И. Абдуллин. Партизандар урман буйына сыбыҡ-сатыр йыйырға тип килгән бер ҡарсыҡтан әсирҙәрҙең ауыл уртаһындағы клуб бинаһында тотолоуын белә алдылар. Ә. Байрамов.
2. иҫк. кит. Ирекһеҙ, кемгәлер буйһоноп йәшәгән кеше; ҡол. □ Раб. ■ Яуыздар аҡса алып, мине биреп, һаттылар дүрт аяҡлы хайуан кеүек. Ҡоллоҡтан беҙ бисара булманыҡ һау. Илаһым, күп торғоҙма, ал йәнемде, оҙаҡ ҡылма әсир булған заманымды. М. Ғафури.
ӘСИР БУЛЫУ (әсир бул-) (Р.: быть пленником; И.: be a captive; T.: esir düşmek) ҡ.
1. Яуҙа дошман ҡулына эләгеү. □ Быть, стать пленником, попасть в плен. * Кәкүкле сәғәт уның [Фәтхелислам ҡарт] өсөн бик ҡәҙерле мираҫ — һуғыш осоронда, әсир булып, теге яҡта ҡалған фекерҙәшенең бүләге. А. Мағазов. Әмәшә бер нәмәне лә йәшермәне, Үгәктең үҙен әсир булыу хурлығынан ҡотҡарған батырҙың да, Алмасты сарматтарҙан алып ҡайтҡан кешенең дә шул уҡ Барса икәнен әйтеп, күҙен дә йоммай, уға мәрхәмәт һәм хөрмәт күрһәтелергә тейешлеге хаҡында белдерҙе. Б. Рафиҡов.
2. күсм. Бөтә күңелдән ғашиҡ булыу, хайран ҡалыу. □ Быть очарованным. ■ Рухиә хатта тамашасыларҙы саҡырған ҡыңғырау тауышына ла әсир булды. Ф. Чанышева. [һандуғас] тороп урманды сыңлатып үҙәктәргә үткес бер гәлсәр моң тиреп ҡуя, бар донъя әсир булып, тынып торған төҫлө. Д. Бүләков.
ӘСИР(ГӘ) АЛЫНЫУ (әсир(гә) алын-) ҡ. ҡар. әсир булыу 1. М «Боласыларҙың береһе лә әсир алынмаһын, ҡулға төшкәндәрҙең һәммәһе, хатта яралылар ҙа атып үлтерелһен» тигән фарман биреп, генерал Кауфман — Кокандҡа, генерал Скобелев Андижанға еңеүсе булып бәреп килеп инә. Р. Байымов.
ӘСИР(ГӘ) АЛЫУ (әсир(гә) ал-) ҡ. ҡар. әсир итеү 1. ■ Ә иртән рустар Андрашты әсир алды. И. Абдуллин.
ӘСИР(ГӘ) БИРЕЛЕҮ (әсир(гә) бирел-) (Р.: сдаваться в плен; И.: surrender; T.: teslim olmak) ҡ.
Яуҙа еңелеүен белдереп, дошман ҡулына бирелеү. □ Сдаваться в плен, в Ҡалғай үҙенең зиннәтле нәмәләрен генә алып ҡасҡан, ә ғәскәре әсир бирелгән, бөтә байлыҡ улъя итеп алынған. Ғ. Ибраһимов.
ӘСИР(ГӘ) ТӨШӨРӨҮ (әсир(гә) төшөр-) ҡ. ҡар. әсир итеү 1. ■ [Карт — Алпамышаға:] Был фәлән батшаның зинданы, һине һуғышта әсир төшөрөп алып килделәр. «Алпамыша».
ӘСИР(ГӘ) ТӨШӨҮ (әсир(гә) төш-) ҡ. ҡар. әсир булыу 1. ■ [Атаһы — Сәғиткә:]
329