ӘСИР ИТЕҮ
Молодец, бирешмәнең, әсир төшмәнең. Р. Байымов. Ҡамау уртаһындағы совет һалдаттары, әсиргә төшөргә теләмәйенсә, аҡтыҡ һулыштарына саҡлы көрәштеләр. Я. Хамматов. Яу урынында ятып ҡалған йәки әсир төшкәндәре — төрлөһө төрлө йәштәге кешеләр. Ә. Хәкимов.
ӘСИР ИТЕҮ (әсир ит-) (Р.: пленить;
И.: take captive; T.: esir etmek) ҡ.
1. Яуҙа дошман һалдатын ҡулға төшөрөү. □ Пленить; взять в плен. М Шулай иткәндә ғәскәр, бәлки, ҡәлғә һаҡлаусыларҙы тотошо менән тар-мар итер, йөҙәрләгән кешеләрҙе әсир итер, пушкаларҙы, башҡа ҡоралдарҙы, байлыҡты ҡулға төшөрөр ине. М. Ғиләжев.
2. кусм. Бөтә күңелде яулап ғашиҡ итеү, хайран ҡалдырыу. □ Пленить; очаровать. Ҡурай моңо әсир итә. Я Бына әле лә тап шундай, уның [Емештең] куңелен әсир итә торған моң тарала. 3. Биишева. Тәу осрашҡанда уҡ уҙендәге ошо тәбиғи моңһоулыҡ менән әсир итмәнеме ни ул [Динара] Вәлиҙе? X. Зарипов. Ҡыҙҙың ап-аҡ туңәрәк йөҙөн матурлап, аҙ ғына алғараҡ сығып торған эйәге, ҡыҙарып бешкән ер еләгенә оҡшаған ҡалын ирендәре, асыҡ зәңгәр куҙҙәрен уратып алған оҙон керпектәре, шишмә сылты-рауы кеуек асыҡ яғымлы тауышы егеттең уҙен дә әсир итеп өлгөргәйне инде. Ф. Әсәнов.
ӘСИРЛЕК (әсирлеге) (Р.: плен; И.: captivity; T.: esirlik) и.
Әсир хәле. □ Плен; неволя. Әсирлектә йөрөу. ■ Бындай әсирлеккә улемдең куҙенә ҡарап йөрөгән ҡырыҫ куңелле һуғышсылар ҙа төшә. Ә. Бикчәнтәев. Тәу сиратта әсирлеккә алынған һалдаттарҙы теҙеп баҫтырҙылар. М. Ғиләжев. Әсирлек, ауырһың, сит илдәрҙә тотҡон итеп, йөрәккә ҡан һауҙырҙың. Халыҡ йырынан.
ӘСИРЛӘГЕС (Р.: пленительный; И.: fascinating; T.: büyüleyici) с. шиғри.
Бөтә күңелде яулап ғашиҡ итерлек, хайран ҡалдырырлыҡ. □ Пленительный, чарующий. Әсирләгес тауыш.
ӘСИРЛӘНЕҮ (әсирлән-) (Р.: быть очарованным; И.: be enchanted; T.: hayran olmak) ҡ. шиғри.
Нимәнеңдер тәьҫиренә бирелеү; әҫәрләнеү. □ Быть очарованным, пленённым. Тәбиғәт ҡосағында әсирләнеп йөрөу. Әсирләнеп йыр тыңлау. М Туп-туңәрәк куҙҙәрен уҡытыусыһынан алмай әсирләнеп тыңлап торған Мотаһар Мәхмуттә ниндәйҙер өмөт уятты. М. Кәрим. Ә йырҙан әсирләнгән Ғәли бер нисә тапҡыр урынынан ҡалҡынып ҡуйҙы. Ғ. Лоҡманов.
ӘСИРЛӘҮ (әсирлә-) (Р.: пленить; И.: take captive; T.: esir almak) ҡ.
1. Әсиргә алыу. □ Пленить, взять в плен. Ҡешеләрҙе купләп эсирлэу.
2. кусм. Бөтә күңелде яулау, ғашиҡ итеү. □ Пленить, очаровать. Матурлыҡ әсирләй.
ӘСИРӘ [ғәр. öjjjuüI] (Р.: пленница; И.: captive female; T.: esire) и.
Тотҡондағы ҡатын-ҡыҙ. □ Пленница, невольница. ■ Әсирә ҡыҙ йугереп барып, әсәһенең ҡосағына ташланды. Ә. Хәкимов. Госпиталдә эшләгәнгәме, юғары белемле әсирә булғанғамы, уны [Ҡлараны] «юғалтмағандар». Г. Яҡупова. Пәрей бисәһе тигән исем тағылған әсирә мин булам. Әкиәттән.
ӘСКЕЛ с. ҡар. әскелт. ■ Ҡуп тә утмәне, ел менән әскел төтөн еҫе бөркөлдө. 3. Ураҡсин. Йылы һөт менән әсегән ҡымыҙ тәмһеҙ, әскел була. М. Ғөбәйҙуллин.
ӘСКЕЛЛЕ-СӨСКӨЛЛӨ (Р.: кислый и пресный; И.: sour and flavorless; T.: ekşi ve tatlı) с. йыйн.
1. Төрлө-төрлө тәм ҡатнашҡан (ғәҙәттә, куңелгә оҡшамаған тәмгә ҡарата әйтелә). □ Кислый и пресный. Эҫкелле-сөскөллө тәм килгән бәлеш.
2. Әсегән; тәмһеҙ (еҫкә ҡарата). □ Прокисший, неприятный. ■ Трактирҙың ишеген асыу менән әллә ниндәй эҫкелле-сөскөллө еҫтәр килеп һуҡлыға. Ғ. Дәүләтшин.
ӘСКЕЛТ (Р.: кисловатый; И.: acidulated, acidulous; T.: kekremsi) с.
Әсе тәм ҡатнашҡан, әҙ генә әсе тәм йәки еҫ булған. □ Кисловатый, немного кислый. Әскелт еҫ. ■ Мук еләгенең һуты ауыҙға әскелт тәм бирҙе. И. Ғиззәтуллин. Ел өлгөрөп килгән арыш баҫыуының әскелт еҫен ташый. Д. Исламов.
330