ӘСМУХА
ӘСКЕЛТЕМ с. ҡар. әскелт. Әскелтем тәм. Н Аҡ ҡайындарҙың йәш япраҡтарынан уҙенә генә хас әскелтем тәмле хуш еҫе аңҡып тора. Ғ. Аллаяров. Яҙғы ташҡын кеуек ашҡынған малдар уҙ янына килеп еткәс, малайҙың танауына әскелтем һөт еҫе бәрелде. Р. Байбулатов, һауа тынсыу, танауға ниндәйҙер әскелтем еҫ бәрелә. Р. Байымов.
ӘСКЕЛТЕМ-СӨСКӨЛТӨМ I (Р.: кисловато-пресноватый; И.: acidulated, acidulous; T.: ekşi) с.
1. Әсегән, тәмһеҙ. □ Кисловато-пресноватый, немного прокисший. Әскелтем-сөскөлтөм еҫ. ■ Танауға ниндәйҙер уҙе әскелтем, уҙе сөскөлтөм шифалы еҫ бәреп инә. Р. Ғабдрахманов. Мәликә, ғәҙәттә, урыҫ кухняһынан килә торған әскелтем-сөскөлтөм еҫле аш булмәһенә утте. Т. Ғарипова.
2. кусм. Төртмәле, әҙәпһеҙ, ярамаған. □ Колкий, острый; непристойный. ■ Әсғәт кеуек йор һуҙлеләр әскелтем-сөскөлтөм төртмә йыр ҙа сығара. М. Кәрим. Был егет йораты [Айрат], шул ыңғайҙа ҡанундарға һыймаҫлыҡ әскелтем-сөскөлтөм таҡмаҡтары менән тултырасаҡ урамды. Й. Солтанов.
3. кусм. Төрлө юғарылыҡтағы йә төрлө тембрлы, төрлө яңғырашлы (тауышҡа ҡарата). □ Различные по высоте (низкие, высокие), по тембру (мягкие, грубые, писклявые), приятные, неприятные (о звуках, голосах). ■ Әскелтем-сөскөлтөм тауыштар сығара торған моң. С. Поварисов.
4. кусм. Көлкө ҡатыш, мыҫҡыллы. □ Издевательский, оскорбительный. ■ Илһа-миәт эйәһе, бал тип әсеуташ ҡапҡандай, әскелтем-сөскөлтөм йылмайҙы. Й. Солтанов.
ӘСКЕЛТЕМ-СӨСКӨЛТӨМ II, әскелтем дә сөскөлтөм (Р.: всякие сладости, соленья; И.: sweet stuff; T.: tatlılar) и. йыйн.
Төрлө татлы аш-һыу. □ Всякие сладости, соленья. ■ Баярҙың ашағаны май ҙа бал, эскәне әскелтем дә сөскөлтөм, кейгәне төлкө тун да ҡама тун булған. М. Тажи.
ӘСКЕЛТЛӘНГӘН (Р.: прокисший; И.: sour; musty; T.: ekşimiş, acımış) c.
Әскелткә әйләнгән, әсе тәме йәки еҫе булған. □ Прокисший, неприятный. Әскелтләнгән һөт. Әскелтләнгән ҡатыҡ.
ӘСКЕРНӘ I (Р.: обжора; И.: glutton, gourmand; T.: obur) и. диал. ҡар. мәскәй I, 2.
Күпме ашаһа ла, туя белмәгән кеше. □ Обжора. Әскернә кеуек ашау.
ӘСКЕРНӘ II (Р.: злоязычный; И.: maledictory, sharp-tongued; T.: sivri dilli) c. диал.
Әсе телле, үткер телле; тешле. □ Злоязычный, язвительный. Әскернә кеше.
ӘСМАН [фарс. jUJ] (Р.: небо; И.: heaven, sky; T.: asman) и. кит.
Күк йөҙө; күк; асман. □ Небо, небеса, небосвод. Әсманға ашыу. Әсманға кутәрел-гән ҡоштар. ■ Көн дә кис әсманға ен-шайтан менә, менгән береһе бөтә, ҡорбан була. Ш. Бабич.
ӘСМИННИК (әсминниге) [рус. осьминник] (Р.: осьминник; И.: osminnik; T.: sekizden bir kısmı) и. иҫк. һөйл.
Дисәтинәнең һигеҙҙән бер өлөшө. □ Осьминник (одна восьмая часть десятины). Әсминник ер. М Башҡаларҙан — минең ағай-энеләрҙән генә егерме-утыҙлап кеше Ныяз-ғолға бишнәккә бушҡа һатып бөттөләр ҙә хәҙер әсминник ергә аптырап йөрөйҙәр. Һ. Дәүләтшина. Ҡояш төшкөлөктән байтаҡ уҙғас, өмәселәр, бер-береһенән өс-дурт аҙым ара ҡалдырып, һуңғы әсминниктең ыҙанына буйҙан-буйға килеп теҙелде. М. Кәрим. Әсмуха хисабына әсминник кенә тугел, дисә-тинә-дисәтинә ерҙәр китте. Ғ. Хөсәйенов.
ӘСМУХА [рус. осьмушка] (Р.: осьмушка; И.: eighth of a pound; T.: sekizden bir kısım, 50 gram) и. иҫк.
Ҡаҙаҡтың һигеҙҙән бер өлөшө (50 грамм). □ Осьмушка, восьмушка. Бер әсмуха сәй. Әсмуха шәкәр. ■ Шәмсинур иҫ-аҡылдары китеп кустәнәс һанаған ҡатындарға берәр әсмуха сәй бирҙе, баштарына яулыҡ япты. Р. Өмөтбаев. Алдарына килеп ятҡан ҡыҙыл малға, нисә әсмухалыр сәйгә, шәкәргә әурәп, куптәр өндәшмәҫ булды, аҡһаҡалдарҙың һуҙе баҫылып ҡалды. Ғ. Хөсәйенов.
331