Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 333


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

әсә
төшөп. Б. Бикбай. Кешегә әйтһәң, кеше ышанмаҫ, әстәғин. В. Исхаҡов.
ӘСТӘҒӘФИРУЛЛА [ғәр. İl jâilJ] (Р.: Боже мой!; И.: god bless you!, good heavens!; T.: estağfirullah!) ымл.
1. «Хоҙай үҙе һаҡлаһын» тигән мәғәнәлә Аллаға һыйынғанды белдерә. □ Боже мой! Храни Господи! Упаси (спаси) Бог! (выражает удивление, досаду, возмущение) Я [Рәхимә:] Әстәғәфирулла, әстәғәфирулла, үҙең ярлыка, Раббым, һ. Дәүләтшина. Тәүбә, тәүбә, әстәғәфирулла, — тип уҡына башланы Ғәтифә әбей. Ш. Бикҡол.
2. Нимәгәлер аптырап ҡалғанды, ғәжәпләнгәнде белдерә; ризаһыҙлыҡ белдергәндә әйтелә. □ Боже мой, Господи! (выражает удивление, досаду, возмущение). Әстәғәфирулла тәүбә. Әстәғәфирулла тәүбә, ошондай башың менән эшһеҙ ятаһыцмы? ■ [Ғәлимә:] Тәүбә, әстәғәфирулла, Рауза апай, телең! Т. Ғарипова. [Сыуаҡай әбей — Сәғүрә еңгәгә:] Әстәғәфирулла тәүбә, батша һынлы батшаға ҡаршы сыҡҡандар, ти. 3. Биишева.
ӘСТӘЙ (Р.: щетинник сизый; И.: wheatgrass; T.: buğday otu) и. диал. ҡар. бесәйғойроҡ.
Башағы бесәй ҡойроғона оҡшаған, ваҡ ҡына йылтыр ҡара орлоҡло ҡыяҡлы үлән. □ Щетинник сизый (лат. Setaria pumila). Әстәй картуф баҡсаһында ла үҫә. Көрән сәскәле баҡсала үҫкән ҡаҡыға оҡшаш үләнде беҙҙә әстәй тиҙәр.
ӘҪТӘКӘЙ с. диал. ҡар. аскернә. Әҫтәкәй берәҙәк.
ӘСТӘКӘТ (Р.: ненасытный; И.: insatiable, greedy; T.: doymaz, açgözlü) с. диал. ҡар. аскернә.
Күпме ашаһа ла туя белмәгән. □ Ненасытный, прожорливый; жадный до еды (о человеке). Әстәкәт кеше. Әстәкәт малайҙар ашарға ябырылды.
ӘСҮӘД [ғәр. (Р.: чёрный; И.: black; T.: siyah) с. иҫк.
Ҡара төҫ. □ Чёрный. Әсүәд сәсле. Ҡашын әсүәдкә буяған. Хәжәр әл-әсүәд.
ӘСХӘБ (әсхәбе) [ғәр. ‘сәхәбә-
ләр’] (Р.: последователь; И.: follower, fellow campaigner; T.: eshab) и. дини. кит.
Тәғлимәтте дауам итеүсе. □ Последователь, продолжатель, сподвижник. Я Әсхәбтәр беҙгә һалып киткән эҙ бар, һеҙҙәрҙә ярма булһа, беҙҙә тоҙ бар. М. Аҡмулла.
ӘСХӘБЕ ҠӘҺӘФ [ғәр. ] мә-
мерйә кешеләре’] (Р: Асхаб аль-Кахф; И.: Ashab al-Kahf; T.: Ashâb al-Kahf) и. дини.
Ислам мифологияһында үҙ динен яҡлап мәмерйәлә йәшенгән һәм Аллаһ ҡушыуы буйынса шул мәмерйәлә бер нисә йөҙ йыл йоҡлаған ете кеше менән бер эт. □ Асхаб аль-Кахф (коранические персонажи, молодые люди, спрятавшиеся вместе с собакой в пещере, чтобы уберечь свою веру в единого Бога во время преследований). Я Улар [Батырша менән Яхъя], бер әкиәттә бәйән ҡылынғанса, күп йылдар ҡараңғы тау мәмерйәһендә йәшәп, әҙәм ҡиәфәтен юғалта башлаған әсхәбе ҡәһәф ише мәмерйә эйәләренә оҡшағайнылар. Ғ. Хөсәйенов.
ӘСӘ I (Р.: мать; И.: mother; T.: anne) и.
1. Балалы ҡатын (үҙ балаһына ҡарата).
□ Мать. / Материнский. Әсә булыу. Әсә йөрәге. Әсә һөтө. Әсә шәфҡәте. Я [Тоня:] Глеб — минең баламдың атаһы, ә мин — әсә. А. Абдуллин. Тимербайҙың әсәһе Гөлсәсәк әбей ҙә һыйыр һауған ваҡытында яулығын ошолай бәйләй торғайны. Ғ. Аллаяров. Бер көндө әсәһе: «Әгәр ҡыҙҙар менән дуҫлашып йөрөргә теләһәң, һин Әлмира һымаҡ эшсән, тыңлаусандарын һайла», — тигәйне. Р. Байбулатов. • Әсә һағышын ер күтәрмәҫ. Әйтем. Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер. Мәҡәл.
2. Балалы һәр ҡатын. □ Мать, мама (любая женщина, имеющая ребёнка). Я Әйҙә, ҡыҙҙары — әсәләренә, малайҙары — аталарына оҡшаһын — ябай арифметика. И. Абдуллин. Әсә йөрәгенә бала һалған ҡайғыны һыйпап алырҙай һүҙ бармы ни донъяла?!
3. Биишева. Әсәләр үҙ балаларын «ҡолоном», «ҡолонсағым» тип яраталар. С. Агиш. Әсә кеше әсә кеше инде: һаман ҡанат аҫтына ала. Ш. Бикҡол. • Әсә күңеле — фәрештә күңеле. Әйтем. Әсә хаҡы — тәнре хаҡы. Әйтем. Әсәһендә — ҡыҙ ҡайғыһы, ҡыҙында — үҙ ҡайғыһы. Мәҡәл.
333