әсә
3. кусм. Ярҙам табырҙай, һыйынырҙай иң изге урынға ҡарата әйтелә. □ Святыня, самое святое место, где можно найти приют, помощь. ■ Урал, Урал — әсә ул һыуын эскән батырға. «Ҡараһаҡал».
ӘСӘ II (Р.: самка; И.: female, one of the female sex; T.: dişi) и. диал. ҡар. инә.
Ҡайһы бер йән эйәләренең ата енеслеһенә ҡаршы булған зат. □ Самка, матҡа. Бесәй балалары әсәләренә һыйынды.
ӘСӘД [ғәр. âjuül ‘арыҫлан’] (Р.: асад; И.: name of a Muslem month; T.: asad) и. дини.
Һижри йылының етенсе айы; июль айы. □ Асад (название пятого месяца солнечного года, соответствующего периоду с 22 июля по 21 августа). ■ Йәй уҙәге, әсәд айы яҡынлашты. Ғ. Хөсәйенов. Ихтилал башлығы Батыршаның яңынан ҡуҙғалыу ваҡыты итеп тәғәйенләгән көнөн — әсәдтең унын Һатлыҡ менән Ишалы ҡолаҡтарын ҡарпайтып көттө. Ғ. Ибраһимов.
ӘСӘД НӘЖҮМЕ [ғәр. ‘арыҫлан’ + ‘йондоҙ’] (Р.: Лев; И.: Lion; T.: Aslan) и. иҫк.
1. астр. Арыҫлан (йондоҙлоҡ исеме). □ Лев (зодиакальное созвездие). М Кузьма бер иҫке паспорттың исемдәрен ҡырып, Батырша исеменә паспорт яһап бирҙе. Шуның өсөнсө көнөндә Батырша әсәд нәжуме йондоҙонда Ырымбур ҡарай оҙон юлға сыҡты. Ғ. Хөсәйенов.
2. ҡар. әсәд. ■ [Батырша:] Хоҙай бойорһа, әсәд нәжуменең өсө көнөндә башларһығыҙ. Ғ. Ибраһимов. Жәузә башынан әсәд нәжуменәсә бер тамсы ямғыр яуманы, йунле ысығы ла төшмәне. И. Ноғманов.
ӘСӘЙ (Р.: мама; И.: mummy, mum; T.: anne) и.
1. Баланың әсәһенә өндәшеү һүҙе. □ Мама (форма обращения). Хуш бул, әсәй. ■ Әсәй, хәлең нисек? — тине Сәлих һәм һике өҫтөнә кепкаһына йыйып һалынған ҡып-ҡыҙыл еләктәрҙе ҡуйҙы. С. Агиш. Эйе, әсәй, тиҙҙән бөтә баҡса танымаҫлыҡ булыр әле, — тип, Рөстәм сәскәләрҙең иң матурын һайлап алды ла әсәһенә бирҙе. Р. Байбулатов. [Сәмәрә — Мәҙинәгә:] Әсәй, ул ҡыҙ Таулылағы райком секретары булып эшләгән, теге
һинең портретыңды яһаған ағайҙың балаһы булып сыҡты. Т. Ғарипова.
2. ҡар. әсә 1. Н Уҡыу һәр көн аҡыл өҫтәй, — ти әсәйем. Яр. Вәлиев. [Зариф:] Әсәйемә ауылға хат яҙам, иптәш капитан. Ғ. Аллаяров.
3. диал. Атайҙың йәки әсәйҙең әсәһе; өләсәй. □ Бабушка. Бөгөн әсәйемдәргә барып ҡайтам әле. ■ Әсәйем миңә Урал менән Шул-гән хаҡында гел һөйләй торғайны. Т. Ғарипова. [Һатыусы — Нурға:] Бына минең әсәйем, собханалла, машалла, һикһән тулып, һикһән бергә китте, урамға сыға башлаһа, килен булып төшкәндәге кейемдәрен кейергә ярата. И. Абдуллин.
4. Тыуғанда баланы ҡабул итеп, уның кендеген ҡырҡҡан ҡатын-ҡыҙ; кендек инәһе. □ Повивальная бабка. Минең кендек әсәйем Хөллиямал исемле булған.
ӘСӘК I (Р.: ба, ой; И.: bah, һа, golly; T.: vay!) ымл.
Ҡурҡып ҡапыл тертләгәндә әйтелә. □ Ба, ой (выражает испуг, неожиданность). Әсәк, нимә ул? Әсәк, ҡотомдо алдың. Әсәк, бушҡа тертләп барамсы.
ӘСӘК II (әсәге) и. диал. ҡар. әсәк. Ас әсәк. Туҡ әсәк. Тура әсәк. Әсәк майы. Әсәк бешекләу.
ӘСӘК III (әсәге) (Р.: печка; И.: stove, furnace; T.: ocak) и. диал. ҡар. мейес.
Бинаны йылытыу йәки бешеренеү өсөн кирбес йәки тимерҙән яһалған ҡоролма. □ Печка. Әсәк сығарыу. Әсәк яғыу.
ӘСӘК-ҺӘСӘК (Р.: всякий; И.: all and sundry; poor fish; T.: her türlü) а. диал. йыйн.
Әллә ниндәй, үткән-һүткән. □ Всякий. Әсәк-һәсәк кеше йыйғандар шунда. Әсәк-һәсәк кешеләр йөрөй шунда.
ӘСӘКӘЙ I (Р.: мамочка; И.: mummy; T.: annecim) и. ирк.
Баланың әсәһенә иркәләп өндәшеү һүҙе. □ Мамочка, мамулечка. Әсәкәйем минең. М Ҡалай көслө һин, ғорур һин, әсәкәйем! Яр. Вәлиев. [Мәймунә:] Уф, әсәм, әсәкәйем, әлдә тере сағымда килдең, көтөп ала алһам ярар ине, тип бик ҡурҡып ята инем. Т. Сәғитов. [Тимер:]Әсәкәйем, әсәкәйгенәм, матурым, гөлөм, һандуғасым, берҙән-берем, йон
334