ӘСӘНСЕ
доҙом. Ф. Туғыҙбаева. Куп тормамын, әсәкәй, туреңдә. Сеңләүҙән.
ӘСӘКӘЙ II (Р.: мамочка!; И.: my aunt!; T.: anam) ымл.
Ҡурҡыуҙы, тертләгәнде белдерә. □ Мамочка! (выражает испуг, неожиданность). Әсәкәй, нимә ул? ■ Әсәкәйем! — тип ҡысҡырҙы ла ул [Мифтахетдин] ҡыуыштан сығып, тыны ҡурылғансы йугерҙе. Я. Хамматов.
ӘСӘКӘЙ АЛЫУ (әсәкәй ал ) (Р.: окунуться в воду перед купанием; И.: immerse oneself; T.: soğuk suya alışmak) ҡ. диал.
1. Сикәнес алыу. □ Окунуться в воду перед купанием (чтобы избавиться от неприятного ощущения холода). Куптән һыу ингәне булмағас, ҡыҙыҡай әсәкәй ала алмай оҙаҡ ҡына торҙо.
2. кусм. Нимәнелер беренсе тапҡыр эшләү. □ Делать что-л. впервые. Берҙәм дәуләт имтихандары биреу буйынса куптән әсәкәй алдыҡ инде.
ӘСӘКӘҮ (Р.: бабушка; И.: grandmother; T.: büyükanne) и. диал. ҡар. өләсәй.
Атайҙың йәки әсәйҙең әсәһе. □ Бабушка. Әсәкәу йорто. Әсәкәугә ҡунаҡҡа барыу.
ӘСӘЛЕК I (әсәлеге) (Р.: матка; И.: uterus; T.: rahim) и. диал. ҡар. аналыҡ.
Ҡатын-ҡыҙҙың һәм тереләй тапҡан тереклектәрҙең бала ярала торған эске ағзаһы; балаятҡы. □ Матка. Әсәлеге уҫешмәгәнгә бала табалмай.
ӘСӘЛЕК II (әсәлеге) (Р.: материнство; И.: maternity, motherhood; T.: annelik) и.
Әсә (1) хоҡуғы. □ Материнство. Әсәлек хисе. Әсәлек хоҡуғы. ■ Эй-й, тулғаҡ аҙабын да, әсәлек ләззәтен дә татымаған кеше балаларҙы йәлләй белерме лә, ҡарай белерме? 3. Биишева. Был баҫалҡы йылмайыуҙа әсәлек мөхәббәте лә, ҡыҙының ҡырҡа хол-ҡона сикһеҙ ғорурланыу тойғоһо ла бар ине. Б. Бикбай. О, тәуләп әсәлек тойғоһон кисергән ул изге минуттар! X. Зарипов.
ӘСӘЛЕК III (әсәлеге) (Р.: пчелома-точник; И.: bee-maker; T: an yapımcısı) и. диал.
Ҡорт инәһе ситлеге. □ Пчеломаточник. Әсәлек әҙерләу.
ӘСӘЛЕ-ҠЫҘЛЫ (Р.: мать с дочерью; И.: mother and daughter; T.: anne ve kız) p.
Әсәһе менән ҡыҙы икеһе бергә. □ Мать с дочерью. Әсәле-ҡыҙлы ғына торалар. Әсәле-ҡыҙлы эшләу. ■ Миңлебанат ҡарсыҡ Фәрзәнә менән әсәле-ҡыҙлы кеуек, татыу ғына йәшәйҙәр ине. Ф. Әсәнов. Ғумерҙә ҡыланмағанды, был юлы ҡартәсәйем менән апайым, әсәле-ҡыҙлы, һуҙ йәшергәндәй, шыбырлашып бер булдылар. Г. Яҡупова. Курше вагондағы бер купела әсәле-ҡыҙлы икәу бара. И. Нурғәлиев.
ӘСӘЛЕ-УЛЛЫ (Р.: мать с сыном; И.: mother and son; T.: anne ve oğul) p.
Әсәһе менән улы икеһе бергә. □ Мать с сыном. Әсәле-уллы татыу торалар. Әсәле-уллы бесән сабалар. ■ Мин немец минаһының ярсығы тишкән комсомол билетының эсенән алып, әсәле-уллы төшкән рәсем кур-һәттем. М. Кәрим. Улар [Хәйрулла менән Хәтирә апай] әсәле-уллы һаман состав юғалған яҡтан куҙҙәрен ала алмайҙар ине әле. М. Иҙелбаев.
ӘСӘЛӘРСӘ (Р.: по-матерински; И.: in а motherly way; T.: anneler gibi) p.
Әсәләргә хас булғанса. □ По-матерински. Әсәләрсә һөйләшеу. Әсәләрсә иркәләу. М Уҙ, ҡыҙым, ултыр, һине ауырыҡһына тиҙәр ине, — тип әсәләрсә йомшаҡ ҡына өндәште уға [Заһираға] Баҙыян еңгә. 3. Биишева. Ул [Ғәлиә], мөмкин тиклем йөрәккә ятырҙай һуҙҙәр һайлап, әсәләрсә йыуатып, Аҡсәскәгә хат яҙырға булды ла аҙаҡ ул уйынан кире ҡайтты. Б. Бикбай.
ӘСӘЛӘШ (Р.: дети от одной матери; И.: having one mother; T.: bir annenin çocukları) с. һөйл.
Әсәһе бер, аталары башҡа булған (әсә яғынан бер туғандарға ҡарата). □ Дети от одной матери (друг к другу); родной по матери. Әсәләш ағай. Әсәләш кусты.
ӘСӘМӘК (әсәмәге) и. диал. ҡар. мәскәй I, 2. Әсәмәк һоғалана-һоғалана ашай.
ӘСӘНСЕ (Р.: тимьян; И.: thyme (aromatic leaves of the thyme plant used as a spice)', T.: kekik) и. диал. ҡар. кейәү үләне.
Ваҡ япраҡлы алһыу, зәңгәр сәскәле еҫле үлән; ҡанүлән. □ Тимьян, чабрец башкир-
335