ӘСӘ ТЕЛЕ
ский (лат. Thymus bashkiriensis). Әсәнсе may битләуендә уҫә. Әсәнсе өйкөм-өйкөм булып уҫә. Әсәнсе — дарыу уләне.
ӘСӘ ТЕЛЕ (Р.: родной язык; И.: mother tongue; T.: anadil) и.
Туған тел. □ Родной язык, язык матери. Әсә телен яратыу. М Имтихандарҙы уңышлы бирҙем, хәҙер инде минең өсөн еңел дәрестәр — әсә теле һәм әҙәбиәттән яҙма эш бирәһем генә ҡалды. Ә. Вәли.
ӘСӘҺЕ (Р.: мать; И.: word of address; T.: annesi) өнд.
Ирҙең ҡатынына өндәшеү һүҙе. □ Мать (форма обращения мужа к жене). К Әсәһе, ниңә самауырҙы яңыртмайһың? Д. Бүләков. [Атайым:] Ашыҡма, әсәһе, бына курерһең әле. Заманаһы килә, заманаһы. Ә. Вәли. [Хәйретдин:] Әсәһе, самауырыңды ҡуяһың-мы әллә? Я. Хамматов.
ӘСӘ ҺӨТӨ (Р.: материнское молоко; И.: mother’s milk; T.: anne sütü) и.
1. Әсәнең балаға имеҙгән күкрәк һөтө. □ Материнское молоко. Йәш бала өсөн әсә һөтөнән дә яҡшы аҙыҡтың булыуы мөмкин тугел. ■ Кешегә яҡшылыҡ та, яманлыҡ та, изгелек тә, уҫаллыҡ та әсә һөтө менән бирелә. И. Абдуллин. Төрлө әҙәп, оят кеуек хөрәфәттәр уға [Ғәйшәгә] әсә һөтө менән инмәгән. А. Карнай. Әсә һөтөн имеп туймаған бәхетһеҙҙәр һанынан берәумен. Ғ. Амантай. • Әсә һөтө менән инмәгәнгә кәзә һөтө менән инмәҫ. Мәҡәл.
2. миф. Әсәнең һаҡлау көсөнә эйә булған күкрәк һөтө. □ Материнское молоко (имеет обережную силу). • Әсә ҡарғышы төшөр ине, әсә һөтө ебәрмәй. Әйтем.
3. этн. Ҡыҙҙың кейәү йортона оҙатылыр алдынан үҙ әсәһе ҡулынан эскән һуңғы һөтө. □ Молоко, которое должна выпить невеста из рук своей матери перед отъездом в дом жениха. Әсәһе ҡыҙының ҡулына әсә һөтө тоттороп, иң изге теләктәрен әйтте.
ӘСӘ ҺҮҘЕ (Р.: священное материнское слово; И.: mother’s sacred word; T.: anne sözü) и. миф.
Мөһим, әһәмиәте ҙур булған, мөҡәддәс, яҡшылыҡҡа өндәүсе әсә әйткән изге һүҙ. □ Священное материнское слово. ■ Әсә һуҙен
тыңламаһаң, рәнйеу килә. Йола фольклорынан.
ӘҪБЕ (Р.: клубника; И.: strawberry (small low growing plant); T.: çilek) и. диал. ҡар. ер еләге.
Ҡырҙа үҫкән аҡ сәскәле, тәмле ҡыҙыл емешле үҫемлек. □ Клубника. Әҫбе йыйыу. Әҫбе ҡайнатмаһы.
ӘҪБӘТЛӘҮ (әҫбәтлә-) (Р.: лечить домашними средствами; И.: use home-made remedies; T.: üfleyerek tedavi etmek) ҡ. диал. ҡар. имләү.
Халыҡ медицинаһы, им-том ярҙамында дауалау. □ Лечить домашними средствами. Ауырыу баланы әҫбәтләу.
ӘҪМАР [ғәр. jUİil ‘емеш’] (Р.: плод(ы); И.: fruit; T.: esmar) и. иҫк. кит.
1. Емештәр. □ Плод(ы). Әҫмарға бай.
2. кусм. Һөҙөмтәләр. □ Результаты. ■ Мәғариф бағылыр ул — унда гөлзар, атып сәскә бирер ул татлы әҫмар. С. Яҡшығолов.
ӘҪПЕ (Р.: диатез; И.: diathesis; T.: sıraca) и. мед. иҫк.
1. Килешмәгән бер нәмә ашаған йәки эскәндән тәнгә ҡыҙарып сыҡҡан сабыртҡы; сабыртма; сәсәк. □ Диатез, сыпь. Әҫпе ҡалҡыу. Еләк ашаһа, тәненә ҡып-ҡыҙыл булып әҫпе ҡалҡа. ■ һәй әттәгенәһе, әҫпең ҡалҡҡандыр. Й. Солтанов.
2. миф. Әҫпе ауырыуы эйәһе. □ Золотуха, её дух. Н Балаһын әҫпе ҡыйған, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
3. диал. Шәкәр ауырыуы. □ Сахарный диабет. Мин еләк ашай алмайым, әҫпем ҡалҡа ла китә.
4. диал. Тәнгә ҡыҙыл таптар сығыуҙан ғибәрәт йоғошло балалар ауырыуы. □ Краснуха. Һәр бала мотлаҡ рәуештә бала саҡта әҫпе менән ауырый торғайны борон.
ӘҪПЕ АҒАСЫ (Р.: бересклет; И.: small tree species; T.: iğağacı) и. диал. ҡар. зелпе 1.
Аҡлы-аллы ваҡ ҡына сәскә атҡан, ҡы-ҙыллы-һарылы ҡушар-ҡушар емеш биргән, ҡубырсып торған аҡһыл ҡабыҡлы ҡыуаҡ ағасы; мәрйен ағасы. □ Бересклет (лат. Euonymus). Киң япраҡлы әҫпе ағасы.
ӘҪПЕ ЕЛӘГЕ (Р.: жостёр; И.: sort of bush species; T.: cehri) и. бот.
336