ӘҪӘР ИТЕҮ
Эт муйылы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, япраҡтары бер-береһенә ҡапма-ҡаршы урынлашҡан, бер энәле ваҡ сәскәле, һөйәкле, оҙонсараҡ һутлы емешле, сәнскеле ботаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек. □ Жостёр, марь многоцветковая (лат. Rhamnus). М Базлый бабайҙың дарыуҙары: кешеләр өсөн — мэтрушкә, әҫпе еләге, аҡ әрем, йылан тамыры, тимерәу уләне, һәр төрлө емеш, япраҡ. Б. Бикбай.
ӘҪПЕ ҠАЛҠЫУ (әҫпе ҡалҡ-) (Р.: заболеть диатезом; И.: fall ill with diathesis; T.: sıraca ile hastalanmak) ҡ.
Тәнгә ҡыҙарып сабыртҡы сығыу; сәсәк сығыу. □ Заболеть диатезом, появление золотухи. Бик яман итеп әҫпе ҡалҡҡан.
ӘҪПЕ ҠЫЙЫУ (әҫпе ҡый ) (Р.: умереть от золотухи; И.: die of diathesis; T.: sıracadan ölmek) ҡ. һөйл.
Әҫпе менән ауырып үлеү. □ Умереть от золотухи. Балаһын әҫпе ҡыйған, тиҙәр.
ӘҪПЕЛЕ (Р.: страдающий диатезом; И.: goitrous; T.: sıracalı) с.
Әҫпе менән ауырыған; сәсәкле. □ Страдающий диатезом, золотушный. Әҫпеле бала.
ӘҪПЕЛӘҮ (әҫпелә-) ҡ. ҡар. әҫпе ҡалҡыу. Әҫпеләп китеу. Н Һәй әттәгенәһе, әҫпеләгәнһеңдер, әсәһе, төнәтмәңде эсә һал! Й. Солтанов.
ӘҪПӘТЛӘҮ I (әҫпәтлә-) (Р.: заговаривать; И.: cast a spell; T.: büyü yapmak) ҡ. диал. ҡар. имләү.
Төрлө им-том, ырым ярҙамында дауалау.
□ Заговаривать болезни, недуги. Үләндәр менән әҫпәтләу. Әҫпәтләп ҡаранылар баланы, файҙаһы тейер микән.
ӘҪПӘТЛӘҮ II (Р.: нескладный; И.: ungainly, awkward; T.: biçimsiz) с. диал.
Килбәтһеҙ, килешһеҙ. □ Нескладный, несоразмерный, неуклюжий; несуразный (об одежде). Әҫпәтләу кулдәк кейгән.
ӘҪТӘ (Р.: светец; И.: rushlight holder; T.: altlık) и. иҫк.
Яҡтылыҡ өсөн яндырылған сыраларҙы ҡуя торған, өс тағандан ғибәрәт ҡулайлама.
□ Светец, подставка для лучины. Әҫтәләрҙе әҙерләп ҡуйыу. Әҫтәләргә сыра ҡуйыу.
ӘҪӘР I [ғәр. jj|] (Р.: произведение; И.: work; composition; T.: eser) и.
1. Тел әлкәһенә, әҙәбиәткә, әҙәбиәт ғилеменә ҡараған ижади эш. □ Произведение, сочинение, творение, труд (в области языка и литературы, литературоведения). Сәсмә әҫәр. Теҙмә әҫәр. Фольклор әҫәре. Ҙур куләм-дәге әҫәр. Тарихи әҫәр. Яҙыусының әҫәре. М Әҙәбиәттән яҙыусыларҙың купме әҫәрҙәрен уҡырға кәрәк! Р. Байбулатов. Автор әҫәрен яҙып бөткәс иһә, уны төрлө һорауҙар биләп ала. Н. Мусин. Яҙған әҫәрең уҙеңә уҙ йөрәгең кеуек яҡын һәм ҡиммәтле икәнен тоймай тороп, матбуғатҡа сығырға ярамай. 3. Биишева.
2. Төрлө сәнғәт әлкәһенә ҡараған ижади эш. □ Произведение, сочинение, творение (в области искусства). Музыкаль әҫәр. Сәхнә әҫәре. ■ Әҫәр өсөн махсус костюм һәм декорациялар эшләтелде. С. Агиш. Хикәйәләр — газета мәҡәләһе тугел, сәнғәт әҫәре. И. Ғиззәтуллин. Залда бөйөк композиторҙарҙың әҫәрҙәре лә, башҡорт, татар, рус халыҡ көйҙәре лә яңғыраны. Б. Рафиҡов.
ӘҪӘР II [ғәр. jjI] (Р.: след; И.: trace; Т.: belirti) и.
1. Нимәгәлер хас һыҙат, уның күрһәткесе, сағылышы; эҙ, билдә. □ След, знак, отпечаток, признак, примета. Боронғолоҡ әҫәре. Йөҙөндә ризаһыҙлыҡ әҫәре куренмәне. һуҙҙә-рендә хәҡиҡәттең әҫәре лә юҡ. Бер йән әҫәре лә юҡ. Йән әҫәре куренмәй. Яҡтылыҡ әҫәре юҡ ине. М Тоняның дымһыу зәңгәр куҙендә лә, ҡуйы һары сәсендә лә, ап-аҡ йөҙөндә лә борсолоу-болоҡһоуҙың әҫәре лә юҡ ине. А. Абдуллин. Июнь урталарына тиклем яуым-төшөмдөң әҫәре лә булманы. Ғ. Аллаяров. Химик утау уткәрелмәһә лә, баҫыуҙа ҡый әҫәрен курмәҫһең. Б. Рафиҡов.
2. һөйл. Тәьҫир, йоғонто. □ Влияние, след. ■ Үгәй балаларҙың һуҙҙәре әҫәрһеҙ, ҡылған эштәре файҙаһыҙ, курһәткән ғәйрәттәре сәмирһеҙ ҡалалыр. М. Ғафури.
ӘҪӘР ИТЕҮ (әҫәр ит-) (Р.: оказать влияние; И.: influence; T.: etkilemek) ҡ.
Йоғонто яһау. □ Оказать влияние, влиять, оставить след. ■ Әсә-атаңды ая, балаҡайым,
337