ӘҪӘР ЙЫЙЫУ
тип ни ҡәҙәре ялынһалар ҙа, Маянһылыуға бер төрлө лә әҫәр итмәне. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ӘҪӘР ЙЫЙЫУ (әҫәр йый ) (Р.: испытывать влияние; И.: be influenced; T.: etkisi altında kalmak) ҡ.
Йоғонто алыу, тәьҫирләнеү. □ Испытывать влияние, возбуждаться, вдохновляться. Я Инсаниәт шәжәрәһенән йыйып әҫәр, милләткә тулыһынса курһәт хеҙмәт. С. Яҡшығолов.
ӘҪӘРЛЕ (Р.: вдохновляющий; И.: inspiring; T.: ilham edici) с.
Тәьҫирләндерерлек, йоғонто яһай алырлыҡ. □ Вдохновляющий, влиятельный, впечатляющий. Әҫәрле тамаша. Әҫәрле картина. ■ Һандуғас баяғынан да әҫәрле, серле, моңло тауышы менән һайрап ебәрҙе. М. Ғафури.
ӘҪӘРЛӘНДЕРЕҮ (әҫәрләндер-) (Р.: вдохновлять; И.: inspire, imbue; T.: esindirmek, ilham vermek) ҡ.
1. Нимә менәндер тәьҫир итеп хисләндереү. □ Вдохновлять, возбуждать. Гармун моңо әҫәрләндерә. V Бына ҡурай моңо торған һайын уны [Мәҙинәне] уҙенә ылыҡтырҙы, әҫәрләндерҙе, йөрәген тетрәтте, шунан һуң ул бөтөнләй моңдоң әсиренә әйләнде. Д. Бүләков. Тыуған яғын онота алмаусының һағышын, яҡташтарына иң яҡты теләктәрен сағылдырған был әҫәр барыһын да ныҡ әҫәрләндерҙе. Б. Рафиҡов. Ул тамашасы шундай ҡыу һабаҡтың әҫәрләндерерлек моңдар сығара алыуына ышанмайыраҡ ҡурайҙы уҙ ҡулдары менән тотоп тикшереп ҡараған. Ғ. Хөсәйенов.
2. Тулҡынландырыу, йөрәкһетеү. □ Возбуждать, волновать, беспокоить. Халыҡты әҫәрләндереу. Көтөлмәгән хәл әҫәрләндерҙе. ■ Һалдатта йөрөгән ошо бисара башҡорттоң һуҙҙәре Әхмәтзәкиҙе лә, нисектер, әҫәрләндереп ебәрҙе. Р. Байымов.
ӘҪӘРЛӘНЕҮ (әҫәрлән-) (Р.: вдохнов ляться; И.: be inspired; T.: esinlenmek) ҡ.
1. Нимәнеңдер тәьҫиренән хискә бирелеү, хисләнеү. □ Вдохновляться, возбуждаться. // Вдохновение, возбуждение. ■ Бабаҡай, был бик ҡыҙыҡлы легенда бит, — тине
Рәшиҙә, әҫәрләнеуенән туҙә алмайынса. Ғ. Аллаяров. Куптән инде бындай ҙур шатлыҡты кисергәне юҡ ине Саръяндың, кешеләр ярты йыл планының утәлеше хаҡында ҡыуанып, әҫәрләнеп һөйләйҙәр. Ә. Байрамов.
2. Хискә бирелеп тулҡынланыу; йөрәкһеү. □ Возбуждаться, волноваться, беспокоиться; быть впечатлительным. // Волнение; беспокойство. К Һоҡланыу, ҡыуаныу, әҫәрләнеу йәштәре утә татлы була икән дәһә! 3. Биишева. Ул [Фәрит ағай] бөтөнләй әҫәрләнеп киткәйне. Ә. Вәли. Шундай бер әҫәрләнеу, ғумерҙә бер генә була торған кисереш менән әйтелгәнгә улар [һуҙҙәр] әсә йөрәген ярып сыҡты. Н. Мусин. Көтөлмәгән осрашыу шауҡымынан әҫәрләнеп китеп алҡынған кешеләр бер аҙ тынысланып, шау-шыу баҫыла төштө. Н. Мусин.
ӘҪӘРЛӘНЕҮСӘН (Р.: впечатлитель ный; И.: impressionable; T.: duygulu, alıngan) с.
Нимәнеңдер тәьҫиренән хискә бирелеүсән. □ Впечатлительный, сентиментальный. Әҫәрләнеусән булыу. М Ул [Саръян], ныҡ уйланып, әҫәрләнеусән ҡуңыр куҙҙәрен алыҫтарға төбәгән килеш, уҙен борсоған һорауҙарға яуап эҙләне. Ә. Байрамов.
ӘТЕЙ и. диал. ҡар. атай. Әтейем ҡайттымы? ■ Үҙебеҙ ысын башҡорт булһаҡ та, беҙ һөйләштә «атай» һуҙе урынына «әтей» ҡулланабыҙ. Экспедиция материалдарынан.
ӘТЕЙ-ҠАРА (Р: родители; И.: parents; T.: anne ve baba) и. йыйн. диал.
Ата-әсә. □ Родители. Минең әтей-ҡара — башҡорттар.
ӘТЕЛКӘ (Р.: оборка; И.: frill; flounce; T.: fırfır) и. диал. ҡар. балитәк.
Ҡатын-ҡыҙ күлдәгенең итәгенә ҡатлы-ҡатлы итеп тегелә торған таҫма; ҡатмар. □ Оборка. ■ Катын-ҡыҙ кулдәгенең итәгенә аҫтан тотолған киң балитәкте беҙҙең яҡта әтелкә йә һәптермә тиҙәр. Кулдәктең иҙеуенә, ең осона һалынған тар әтелкә (балитәк) ышлапур була. Экспедиция материалдарынан.
ӘТЕМТӘЙ (Р.: простой; И.: simple, easy; T.: basit, sade) с. диал. ҡар. ябай.
Бер ҡатлы (кеше тураһында). □ Простой. Әтемтәй кеше.
338