ӘТЛЕК
ӘТЕР-АЛАМА (Р.: нищий; И.: pauper; T.: dilenci, derviş) с. диал. ҡар. йолҡош I.
Тышҡы күренеше алама, ярлы. □ Нищий; убогий. Әтер-алама малай. ■ [Байбисә:] Бынау әтер-аламаларҙы әйтәм, ҡорсаңғылар, бала-сүрәһе менән килеп һыйып тороу -ҙары етмәй, бай балаһын ҡағалар, һ. Дәүләтшина.
ӘТЕҮ I [рус. а то} (Р.: а то; И.: else, otherwise; T.: yoksa) терк. һөйл.
Юҡһа, юғиһә. □ А то; иначе. Ебәр, әтеү йығылыр. ■ Әтеү, яҙлы-көҙлө бысраҡҡа батып, сабата таҙартыуҙан бушап булмай. Р. Байымов, һинең хаҡта, энекәш, әтеү төрлө хәбәрҙәр йөрөй. Д. Бүләков. Бар инде, әтеү ҡыҙҙарҙың күҙе төшмәҫ тим үҙеңә. Н. Мусин. Мәрйәм донъя күргән йәиһә тәрбиә итеүсеһе булған бер ҡыҙ булһа, әтеү быларға алданмаҫ ине. М. Ғафури.
ӘТЕҮ II [рус. а то} (Р.: если так; И.: else; T.: oysa) инш. һөйл.
Улайһа, улай булһа, ул осраҡта. □ Если так, раз так, в таком случае. Әтеү, беҙ эшләй торайыҡ. ■ [Сәхипгәрәй:] Әтеү, ул да [Ғәлиә лә] байтаҡ нәмәне белә, ә бындай болғаҡ заманда белеүселәрҙең булыуынан булмауы яҡшы. И. Ғиззәтуллин. Ҡартәсәйем өнәмәне минең шулай сыпраңлап һүҙен бүлеүемде, тыңлай белмәгәс, әтеү, һорашма бүтән, тигәндәй, ҡулын һелтәне. Г. Яҡупова.
ӘТЕҮ III [рус. а то} (Р.: безусловно; И.: certain; T.: şüphesiz) мөн. һөйл.
Фекерҙең ысынбарлыҡҡа тура килеүен, дөрөҫлөгөн, уға баһа биреүҙе белдерә; һис шикһеҙ, әлбиттә. □ Безусловно, несомненно, конечно. Матур икән был яҡ. — Әтеү! ■ «Йәй буйы бәрәңге баҡсаһында ҡорт сүпләп йән сыға ине, ҡотолабыҙ икән», — тине бисәләрҙән берәү бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә. «Әтеү», — тип дәррәү ҡушылды уға әхирәттәре. Ә. Әминев. Әтеү, эшме ни ул ҡар бөртөгө төшкәнсе өшөп-ҡатып картуф алып йөрөүе. К. Кинйәбулатова.
ӘТЕҮСӘ терк. диал. ҡар. әтеү I. Сыҡ, әтеүсә үпкәләйем.
ӘТИЛКӘ и. диал. ҡар. әтелкә. Әтилкәһе ебәктән.
ӘТИМӘСЛӘНЕҮ (әтимәслән ) (Р.: ерепениться; И.: bristle (up); T.: sabırsızlanmak) ҡ. диал. ҡар. сыпранлау.
Тик тормай бушҡа ығы-зығы килеү, унда-бында һуғылыу; түҙемһеҙләнеп сәбәләнеү. □ Ерепениться; проявлять нетерпение; не стоять спокойно на месте (о человеке). Ниңә әтимәсләнәһең ?
ӘТКӘЙ (Р.: отец; И.: father, daddy; T.: baba) и. диал. ҡар. атай.
1. Үҙенең балаларына ҡарата ата мөнәсәбәтендәге ир кеше. □ Отец. Әткәй эштән ҡайтып килә.
2. Ҡайны (килендәр тарафынан иренең атаһы тураһында һөйләгәндә әйтелә). □ Свёкор. Әткәй ауырып киткән, ауылға ҡайтып килергә кәрәк.
ЭТҠОЛАҠ (этҡолағы) (Р.: щавель конский; И.: sorrel species; T.: labada) и. диал. ҡар. атҡолаҡ.
Оҙонсараҡ киң япраҡлы, оҙон яланғас һабаҡлы, көрәнерәк суҡ орлоҡло ҡыр үләне; ат ҡуҙғалағы. □ Щавель конский (лат. Rumex confertus). Этҡолаҡ йыйыу. Өйрәк-тәргә этҡолаҡ ҡушып болғау әҙерләү.
ӘТКОСАҠ (әтҡосағы) (Р.: короткая стрела с берестяным оперением; И.: kind of arrow; T.: bir çeşit ok) и. диал. ҡар. атҡый.
Таяҡ осонан һелтәп осора торған туҙ ҡанатлы ҡыҫҡа уҡ. □ Короткая стрела с берестяным оперением. Әтҡосаҡ менән атыу.
ӘТЛЕК (әтлеге) (Р.: бубенчик лилиелистный; И.: sort of edible wild plant; T.: bir çeşit bitki) и. бот.
1. Күк ҡыңғырау сәскәле үлән һәм уның һары төҫтәге йыуан тамыры. □ Бубенчик лилиелистный (лат. Adenophora liliifolia). ■ һарына менән әтлек әле шытып сыҡмаһа ла, уларҙы былтырғы ҡыуарған һабаҡтарынан танып ҡаҙалар ине. Н. Мусин. Бына бит ҡәҙимге әтлек, үҙебеҙҙең Урал буйындағы кеүек. И. Ноғманов. Ундай көндәрҙә берҙән-бер аҙыҡ — әтлек. Ә. Чаныш.
2. диал. Ҡыңғырауға оҡшап торған күк, зәңгәр сәскәле үлән; ҡыңғырау сәскә. □ Колокольчик (лат. Campanula). Әтлек зәңгәр сәскәле була.
339