әтмә
ӘТМӘ I (Р.: перепонка на ножках гусей, уток; И.: web; T.: kaz, ördek bacaklarındaki zar) u.
Ҡаҙ, өйрәк тәпәйендәге йөҙөү ярыһы йәки ин һала торған урын. □ Перепонка на ножках гусей, уток; конечность некоторых водоплавающих животных. Ҡаҙҙың уң аяғындағы әтмәгә ин һалыу. ■ Зәйнулла ҡарттың ҡарсығы өйрәктең тамға ҡуйылған әтмәләрен күрһәтте. С. Ҡудаш.
ӘТМӘ II (Р.: самострел; И.: arbalet; T.: bir tür kapan) и. диал. ҡар. йәтмә I.
Яны менән сиртеп ҡыҫа торған ҡорал (ваҡ йәнлеккә, ҡуянға ҡуйыла). □ Самострел (вид ловушки). Әтмә ҡороу. ■ Әтмәле арбаны күпме һөйрәне икән ул? Н. Мусин.
ӘТМӘ III (Р.: сак; И.: scoop net, hoop net; T.: kepçe) и. диал. ҡар. йәтмә IL
Тоҡ рәүешендәге ваҡ ау йәки йылымдың тоғо. □ Сак; мотня; сачок. Йылым әтмәһе. Балыҡ әтмәһе. Әтмәгә эләккән аҡ сабаҡтар һикерешә.
ӘТМӘ IV (Р.: тесёмка; И.: string; strap; T.: bağ) и. диал. ҡар. ейәк.
Күлдәк яғаһын ҡаушырып бәйләү өсөн махсус эшләнгән тар бау. □ Тесёмка, завязка, шнурок (у мужской рубашки). Әтмә тағыу. Иҙеу бәйләргә әтмә тағыу. Ҡатмар ситенә әтмә баҫыу.
ӘТМӘ V (Р.: мочка уха; И.: lobe of the ear, earlobe; T.: kulak memesi) и. диал. ҡар. йәрпесәк.
Ҡолаҡтың аҫҡы, кимерсәкһеҙ өлөшө. □ Мочка уха. Әтмәһенә килешле генә алҡа тағып алған.
ӘТМӘК (әтмәге) (Р.: вид ловчей сети для горностая; И.: kind of hunting net; T.: as için ağ) и. диал.
Аҫ тота торған ау. □ Вид ловчей сети для горностая. Әтмәк әҙерләу.
ӘТМӘКӘЙ I (Р.: лук линейный; И.: wild onion species, allium lineare; T.: bir tür soğan) и. бот.
1. Тауҙа үҫә торған ваҡ ҡына йомро ҡыяҡлы сөсө йыуа. □ Лук линейный (лат. Allium lineare). ■ Кук уләнгә кумелә тумәләстәр, сыҡты микән әле әтмәкәй? X. Назар.
2. Болон йыуаһы. □ Лук угластый. Әтмәкәй ашы.
ӘТМӘКӘЙ II (Р .: подснежник; И.: snowdrop; T.: kardelen) и. диал. ҡар. умырзая.
Лютиктар ғаиләһенә ҡараған иртә яҙ сәскә ата торған тетмәкәй япраҡлы, эре сәскәле үлән. □ Подснежник (лат. Galan-thus). Уйпыларҙы әтмәкәй ҡаплаған ине.
ӘТМӘКӘС и. ҡар. әтмәкәй I, 1. Әтмәкәс йыйыу.
ӘТМӘ Л ӘНЕҮ (әтмәлән-) ҡ. төш. ҡар. әтмәләү, страд, от әтмәләү. Әтмәлэнгән нәмә. ■ Уларҙан [ҡыуғынсыларҙан] саҡ ҡына ситтәрәк йә ҡабыҡтан ҡыҫып, йә һайғаҡтар һөйәп, әтмәлэнгән еңел-елпе ҡыуыштар теҙелгән. Ғ. Ибраһимов. Кескәй тәҙрә тәңгәленә стенаға беркетеп өҫтәл һымаҡ нәмә әтмәлэнгән. Н. Мусин.
ӘТМӘЛӘТЕҮ (әтмәләт-) ҡ. йөкм. ҡар. әтмәләү, понуд. от әтмәләү. Ҡыуыш әтмә-ләтеу. ■ Хөсәйенов иптәш быны [яҙыуҙы], Миңнәхмәт теге яҡтарҙан ҡайтҡас та уҡ, Дәуәйҙең куҙ йәшле ялыуына яуап рәуешендә әтмәләтеп алғайны. Й. Солтанов. Ҡайнатаһы ситтә йөрөгән арала кейәуе бына ошо барак, складтарҙы ҡағып-һуғып әтмәләтеп алды. X. Мохтар.
ӘТМӘЛӘҮ (әтмәлә-) (Р.: делать кое-как; И.: bungle, scurry, slubber; T.: özensizce yapmak) ҡ.
1. Унан-бынан ҡораштырып, еңелсә генә ойоштороп нимәлер эшләү, яһау. □ Делать кое-как; сколотить, һике һымаҡ бер нәмә әтмәләу. ■ Ҡайһыһы өй һала, ҡайһыһы ҡаралты-ҡура әтмәләй. Ғ. Ибраһимов. Салт аяҙ кукте иңләп осҡан ҡоҙғонға бармаҡ янап ҡуя ла [ҡарт], ҡайтып уҡ-һаҙаҡ әтмәләргә тотона. Ә. Хәкимов. Ғәләу йышылмаған таҡталарҙан әтмәлэнгән өҫтәлгә ике көрөшкә ҡуйҙы. Т. Ғарипова. Ай буйына яуған ямғырҙан һыуҙар ташып, йылғалар ярҙарынан сығып, ваҡ-төйәк куперҙәрҙе алып китте, хатта .. утеп йөрөу өсөн тимер-бетондан бәләкәй генә купер һымаҡ нәмә әтмәләргә тура килде. Р. Солтангәрәев.
2. Арлы-бирле, унан-бынан ғына йүнәтеү. □ Поправлять, ремонтировать. ■ Беҙ уларға һә тигәнсе йортон да ремонтлап ташлайбыҙ,
340